«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Рухиәтебеҙ һағында тороусылар



15.08.2016 Рухиәтебеҙ һағында тороусылар

Рухиәтебеҙ  һағында тороусылар
Рухиәт – беҙҙе йыйыусы, туплаусы, халҡыбыҙҙың аңына ла, ҡанына ла һеңгән көс. Ата-олатайҙарыбыҙ ниндәй генә заманда ла йыр-моңдан, шиғри һәм йор һүҙҙән айырылмаған, ғүмерлек юлдашы иткән. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, нескәлектәрен, камиллығын байытыу, үҫтереүгә арналған тапшырыуҙар рухиәт күгебеҙҙең иркенлеген, сағыу йондоҙҙары булыуын дәлилләй. Илһөйәрлек һәм рухиәттең нигеҙ башы – ғаиләлә, артабан –мәктәп һәм мөхит. Өлгө булыусылары – ағинәйҙәр мәктәбе һәм аҡһаҡалдар булмышы. Ғилем һәм фән эйәләре иһә – ысын рухиәт һағында тороусылар.
Элегерәк "рухиәт" тигән һүҙ йышыраҡ ишетелә ине. Әллә кешелек мал-монаятты өҫтөнөрәк ҡуямы, рухиәт артҡараҡ күсә барған кеүек. Ә бит ул — тормош ҡапҡаһының тутыҡмаҫ тотҡаһы. Шул юҫыҡта республикабыҙ буйынса ойошторолған сараларҙа ҡатнашып, ижади сәфәрҙәргә сығып, милли мәсьәләләргә һәм рухи-мәҙәни тормошҡа бәйле күпме тапшырыу яҙыла, халыҡ менән осрашыла, һөйләштәр теркәлә. Сираттағыһы – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бер төркөм ялҡынлы ғалимы менән Учалыға юлым төшөп, археографик экспедицияла ҡатнашыу. Маҡсаттар уртаҡ – борон­ғо ҡулъяҙмаларҙы эҙләү, ҡәбер таштарындағы тамғаларҙы, яҙыуҙарҙы өйрәнеү, һирәк осраған боронғо китаптарҙы тәржемә итеү. Улар төрлө сәбәп арҡаһында юғалып бөткән кеүек ине. Әммә һандыҡ төптәрендә аҡ сепрәккә төрөлгән бер нисә генә битлек булһа ла ҡомартҡылар – Ҡөрьәндән күсереп алынған доғалар, көндәлектәр, күҙәтеүҙәр, арнауҙар осраштырғылай. Архивҡа тапшырылһа, улар яҡшыраҡ һаҡлана, әлбиттә. "Ә зыяраттағы таштарҙы һаҡлайбыҙ тип, аҡ балсыҡ, төрлө буяуҙар менән буяйҙар, өҫтәп яҙып, сүкейҙәр. Ҡомартҡы таштар ярыла-сатнай, яҙыуҙары, тамғалары бөтәшә, тарих та юҡҡа сыға. Шуға ла уларға тейергә ярамай, фотоға төшөрөп алып өлгөрөргә кәрәк", – ти ғалим Әхәт Сәлихов. Ошо хаҡтағы "Рухиәт" тапшырыуы 20 августа 9 сәғәт 10 минутта һәм ҡабатлап киске сәғәт 10-сы 10 минутта эфирға сыға. Уны интернет селтәрендә лә тыңларға була. Каналдың сайты: юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru. Тапшырыуҙарыма бәйле мәғлүмәттәрҙе, фотоларҙы үҙемдең асыҡ төркөмгә лә ҡуям. Танышып, фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ, рәхмәтле булыр инем. Һылтанма ошо: [club115778612|Венера Ситдикова ижады]
https://vk.com/club115778612.

Венера СИТДИҠОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға