«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Донъяны башҡортса тыңлағыҙ!



08.08.2016 Донъяны башҡортса тыңлағыҙ!

Донъяны башҡортса тыңлағыҙ! Юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru . “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтын ошо адрестар буйынса таба алаһығыҙ. Унда каналдың эшмәкәрлеге бар тулылығында яҡтыртыла. Эфирға сыҡҡандан һуң һәр тапшырыу шунда уҡ сайтҡа ҡуйыла. Күтәрелгән темаға фекер алышыу, комментарий ҡалдырыу мөмкинлеге бар, үҙегеҙгә оҡшаған сығарылышты дуҫтарығыҙ менән бүлешә алаһығыҙ. Бының өсөн социаль төркөмдәрҙең төймәһенә баҫыу ҙа етә.
Рәсми сайтта яңылыҡтар таҫмаһы ярты сәғәт һайын яңыртыла. Байтаҡ мәғлүмәт саралары беҙҙең хәбәрҙәр­ҙе ҡуллана һәм тарата. Тимәк, “Юлдаш”тың рәсми сайты үҙе лә айырым мәғлүмәт сығанағына торошло. Эфирға сығыусыларҙың һәм “кадр артында” ҡалған хеҙмәттәштәребеҙҙең дә фоторәсемдәрен сайтта күрә алырһығыҙ. Йәғни сайт тауыш ярҙамында ғына эшләгән радионы тулыһынса күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек тыуҙыра.
“Юлдаш” уҙғарған бөтә саралар – фоторепортаждар бүлегендә. Әле эфирҙа ниндәй йыр яңғырай, унан һуң ниндәй композиция ҡуйыласаҡ? Авторҙары кем? Сайтта был мәғлүмәт тә ҡуйылған. http://yuldashfm.ru/hit-parad – ошо һылтанма буйынса яратҡан йырҙарығыҙ өсөн тауыш бирегеҙ. http://yuldashfm.ru/kotlauzar-programmahy – бында беҙҙең эфир аша яҡындарын тәбрикләргә теләгәндәр файҙалы мәғлүмәт уҡыр. “Юлдаш йыры – 2017” асыҡ республика конкурсында ҡатнашырға теләгәндәргә әлеге һылтанма ярҙам итер: http://yuldashfm.ru/yuldash-yyry-asyk-respublika-konkursyn-utkеreu-turahynda-polozhenie. “Юлдаш”ты өсөнсө йыл рәттән Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы итеп танытырға теләһәгеҙ, ошонда инегеҙ: http://radiostationawards.ru/nominations/volga
Рәсми сайт һәр ваҡыт хәрәкәттә: ул яңыртыла, биҙәлә, тулыландырыла. Был эштә һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, хөрмәтле тыңлаусылар. Ауыл, ҡалағыҙҙағы яңылыҡтарҙы еткереп тороғоҙ, ҡыҙыҡлы геройҙар, үҙенсәлекле күренештәр тураһында хәбәр итегеҙ.
“Юлдаш”тың “Бәйләнештә” социаль селтәрендә асыҡ төркөм эшләй. 1 сентябргә дуҫтарыбыҙ һанын 25 меңгә еткереү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Яҙылығыҙ, таныштарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы, хеҙмәттәштәрегеҙҙе беҙҙең ҡорға саҡырығыҙ! Беҙҙең төркөмгә ҡушылған 15 дуҫыбыҙҙы осраҡлы һайлау ярҙамында бүләкләү ҡаралған. Ә төп бүләк – был көҙҙөң иң сағыу тамашаһы – “ЮлдашХит” фестиваленә саҡырыу ҡағыҙы. Донъяны башҡортса тыңлағыҙ! Беҙ һеҙҙең менән, һеҙҙең хаҡта һәм һеҙҙең өсөн!
Зөһрә АРСАЕВА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға