«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Их, Йомабай, һине һағынып уйнала ҡурай...



07.07.2016 Их, Йомабай, һине һағынып уйнала ҡурай...

Их, Йомабай, һине һағынып  уйнала ҡурай...Хәйбулла районында 13-сө тапҡыр үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста 19 ҡурайсылар ансамбле, 93 яңғыҙ башҡарыусы көс һынашты

Йомабай Иҫәнбаев... Ошо исемде әйтеү менән ҡолаҡта ҡурай моңо сыңлап киткәндәй була, һәм шул моң, хәтер төбөн аҡтартып, уның тыуған яғы Хәйбуллаға алып килә. Ҡулына ҡурайын тотҡан, буй-һыны ике метрға еткән, бәһлеүән кәүҙәле, киң күкрәкле, матур йөҙлө ир-егет бер-бер артлы халыҡ көйҙәрен уйнай. Билдәле булыуынса, 17 йәшенә ул йөҙҙән ашыу көйҙө тарихын һөйләп уйнар булған.

Был легендар шәхес – ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли уйын ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә танытҡан тәүге башҡорт музыканты. 1925 йылда Париж сәхнәһендә ул тәү башлап тамырлы ҡурай үләненән уйын ҡоралы яһап, уйнап, тамашасылар­ҙы таң ҡалдыра, бер-бер артлы тиҫтәнән ашыу концерт ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә лә ҡурайынан айырылмай.
Хәйбуллалар үҙҙәренең шәхестәрен һәр ваҡыт мәртәбәләп, ҙурлап тора, ҡәҙер күрһәтә. Биш йылға бер тапҡыр үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев көндәре матур йолаға, милли байрамға әүерелгән был төбәктә. Быйыл да ул билдәле сәнғәт әһелдәрен, республикабыҙҙың 18 ҡала һәм районының, Ырымбур өлкәһенең, Мари иле ҡурайсыларын йыйҙы. Байрамды асыу тантанаһында 300-ҙән ашыу ҡурайсының бер булып мәшһүр “Урал”ды башҡарыуы үҙе бер тамаша ине. Бындай берҙәмлекте күреү, моңдо ишетеү башҡа ерҙә мөмкин түгелдер ул. Мәртәбәле саранан арҙаҡлы шәхестәр ҙә ситтә ҡалманы: Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы тәбрикләне.
Байрам барышында ҡурайсылар һәм ҡунаҡтар Хәйбулла районының Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөткән сәнғәт мәктәбе һәм арҙаҡлы шәхестең Уфимский ауылындағы яңыртылған музейы менән танышты. Билдәле ҡурайсының ейәне Вадим Рахманғол улы Бикҡолов музей фондына олатаһының һирәк осраған фотоһүрәттәрен һәм “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелеүе тураһындағы грамотаны тапшырҙы. Ауыл халҡы музей янына шәхестең һынын урынлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова быны, киләһе биш йыллыҡта башҡарыласаҡ маҡсат, тип билдәләне.
Ҡурайсылар бәйгеләре араһында Йомабай Иҫәнбаев исемендәгеһе айырыуса мәртәбәле һәм данлыҡлы. Алдағы йылдарҙа еңеүсе исемен яулаған һәр кем ҡурайсы тигән бөйөк исемгә тоғро ҡалды, иҫәндәре бөгөн дә ҡурайҙы һәм халыҡ ижадын пропагандалау буйынса матур эштәр башҡара. 13-сө тапҡыр үткәрелгән конкурста 19 ҡурайсылар ансамбле, 93 яңғыҙ башҡарыусы көс һынашты. Һәр сығышты мәртәбәле жюри ағзалары – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Илһам Байбулдин, Әнүәр Шафиҡов, Нурғәле Ҡайыҡбирҙин (әйткәндәй, улар – үткән кон­курстар­ҙың еңеүселәре), Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион башҡарыу кафедраһы уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова иғтибар менән тыңлап, бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығын, тәжрибәһен, халыҡ ижады буйынса белемен, ижади багажын билдәләне. Конкурс шарттары буйынса икенсе турҙа ҡурайсылар билет системаһы буйынса көйҙө башҡарып ҡына ҡалманы, ә уның тарихын да һөйләп үтте. Конкурсанттарҙың бәйгегә етди әҙерләнеүе күренеп тора ине, яңылышыуҙар һирәк булды.
Жюри рәйесе Юлай Ғәйнетдинов әйтеүенсә, бынан 32 йыл элек үткәрелгән конкурста Ишмулла Дилмөхәмәтов етәкселегендәге баһалама ағзалары бер тауыштан еңеүсе тип Белорет районынан килеүсе Мөхәммәт Түләбаевты атай. Әммә, ул йылдың шарттарына ярашлы, еңеүсе 30 йәшкә тиклемге ҡурайсылар араһынан һайланырға тейеш була. Был осраҡлылыҡ Мөхәммәт ағайҙың күңелен һүрелдермәй, ҡурайға булған һөйөүен кәметмәй. Хәйер, йөрәгендә моң йөрөткән кешегә исем-дәрәжәләр, еңеүҙәр мөһим түгел бит, ҡурай моңо ғына тынмаһын! Мөхәммәт ағай ҙа ғүмерен ошо моңдо халыҡҡа таратыуға арнай. Һәм, ниһайәт, йылдар дауамында оҫталығын арттырған, ҡурайҙың бәҫен, ҡеүәтен тағы ла нығыраҡ аңлаған ҡурайсы быйыл еңеүсе итеп билдәләнде. Гран-при хужаһы Хәйбулла юртағы менән буләкләнде.
Ҡалған урындар яңғыҙ башҡа­рыу­сылар араһында – өс (12 йәшкә тиклем, 12 – 16 йәшлектәр һәм 16 йәштән өлкәндәр), ансамблдәр араһында ике (балалар һәм өлкәндәр) төркөмдә бирелде.

1-се дәрәжә диплом лауреаттары

“Тамъян” (Әбйәлил), “Толпар” (Учалы) һәм Баймаҡ районының ҡурайсылар ансамблдәре, Ди­нислам Үтәрбаев (Сибай), Алмас Вәлитов (Благовещен), Рәмил Ҡотдосов (Ғафури).
2-се дәрәжә диплом лауреаттары

“Түңгәүер” (Хәйбулла) һәм Баймаҡ районы ансамблдәре, Искәндәр Алламоратов (Әбйәлил), Вячеслав Ишдәүләтов (Бөрйән), Линар Хәбибуллин, Юнир Һа­ғынбаев (Өфө), Иштимер Йосопов, Рәйес Низаметдинов (Учалы), Әғләм Юлгилдин (Йылайыр).

3-сө дәрәжә диплом лауреаттары

“Үҫәргән” (Хәйбулла) һәм “Мәсем таш” (Бөрйән) ансамблдәре, Ансар Мәғизов, Ирек Исхаҡов (Күгәрсен), Искәндәр Ишморатов (Бөрйән), Нил Әминев, Айсаф Назаров (Өфө), Азамат Ғөбәйҙуллин, Айтуған Усманов, Айнур Әминев (Баймаҡ), Айрат Ҡарасов (Йылайыр).
Башҡа конкурсанттар ҙа төрлө номинацияла билдәләнде, һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Урал тауҙарында үҫкән ябай ғына үлән, моң илсеһе булып, донъяла танылыу яуланы, халыҡтың күңел ҡылдарын тибрәтте. Сөнки уны ете быуын шәжәрәһен белгән, халҡы яҙмышына битараф булмаған, башҡорт тарихынан үҙенә рухи көс алған Йомабайҙар уйнаған. Ә уның рухына моңло доға итеп йәштәр ҡурай моңон бағышлай, уға тиңләшерҙәй алмаш булырға ынтылалар...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Их, Йомабай, һине һағынып  уйнала ҡурай...
Их, Йомабай, һине һағынып  уйнала ҡурай...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға