«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Атайым тураһында һөйләгеҙ”



06.07.2016 “Атайым тураһында һөйләгеҙ”

“Атайым тураһында һөйләгеҙ”Ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә арналған тапшырыу­ҙар бихисап, ә бына атайҙар хаҡында һөйләгәндәре һирәк. Йәмғиәттә ирҙәрҙең абруйын арттырыу, атай тәрбиәһе, уның уңыш серҙәре тураһында бәйән итеү маҡсатында 2014 йылда “Юлдаш” радиоһында “Атайым тураһында һөйләгеҙ” тип аталған тапшырыуҙар шәлкеме сыға башланы. Ул беҙҙең аранан киткән, үҙенән һуң яҡты эҙ, күркәм эштәр ҡалдырған, атаһының ғына түгел, тотош милләтенең улы булған уҙамандар тураһында.

Был тапшырыуҙы атайҙар тураһында гүзәл хәтирә тип тә атарға мөмкин. Програм­мала танылған шәхестәрҙең хәләл ефеттәре, балалары, туғандары, ауылдаштары, яҡташтары, дуҫтары һәм замандаштары ҡатнаша. Беренсе сығарылыш мәш­һүр йырсыбыҙ Ғәли Хәм­зинға арналды. Артабан яҙыу­сылар Динис Бүләков, Яныбай Хамматов, Сафуан Әлибаев, Ринат Хәйри, Аҫылғужа Баһуманов, Рәмил Ҡол-Дәүләт, йырсы, артист һәм ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов, режиссер Фәтих Иҡсанов, йырсылар Насип Кучаев, Шамил Хәмәҙинуров, композитор­ҙар Абрар Ғабдрахманов һәм Наил Ғәлиевты (Николай Голов) төрлө яҡлап асырға тырыштыҡ. Әлегә тиклем бик һирәктәргә генә билдәле факттарҙы асыҡланыҡ. Тапшырыуҙы геройҙарыбыҙҙың балалары алып бара. Был үҙенсәлекле алым үтә лә отошло, тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки журналист йәки дикторға ҡарағанда ғәзиз кешеһенең һөйләгәненә тыңлаусы нығыраҡ ышана, хис-тойғолар сағыуыраҡ була һәм йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә тәрәнерәк үтеп инә.
“Атайым тураһында һөйләгеҙ” – тотош ғаилә менән тыңлау өсөн әҙерләнгән проект. Ул тап ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалай, йәмғиәттә атайҙарҙың абруйын арттырыу, уларҙың ыңғай образын тыуҙырыу маҡсатын ҡуя. Ғаиләһен, тыуған илен, хеҙмәтен ярат­ҡан, һөнәренә тоғро ҡалған атайҙар миҫалында тыңлаусыбыҙҙа илһөйәрлек той­ғоһон тәрбиәләй алырбыҙ тигән ышаныс та бар.
“Атайымды асыҡ ҡына төҫмөрләй алмайым. Ул беҙҙең аранан киткәндә миңә ни бары 4 йәш булған. Уның йылмайыуы, сабыйҙарса ҡыуаныуы һис кенә лә иҫемдән сыҡмай. Көлөр, һәр ваҡыт шаяртыр ине. Әҙерәк үҫә төшкәс, әсәйем миңә атайымдың хатын бирҙе. Унда: “Әсәйеңде тыңла!” тип яҙылғайны. Атайым әҙәбиәт донъяһына килде, күренде, балҡыны, донъяға һоҡланды, бик күптәрҙе таң ҡалдырҙы һәм баҡыйлыҡҡа күсте. Бер бөйөк полководец әйтмешләй, “Килдем, күрҙем, еңдем” кеүек булды уның ғүмере”...
Был – ялҡынлы шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең улы Рәсүлдең иҫтәлектәре. “Атайым тураһында һөйләгеҙ” шәлкеменән “Рәмил Ҡол-Дәүләт: Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, Офоҡтарға китеп юғалһам” тапшырыуы 3 июлдә 10 сәғәт 10 минутта һәм 20 сәғәт 10 минутта эфир­ға сыға. Программаның яҙмаһы интернет селтәрендә бар. Каналдың рәсми сайты: юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru

Зөһрә Арсаева.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға