«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Юлдаш”тар – Курорт һабантуйында



16.06.2016 “Юлдаш”тар – Курорт һабантуйында

“Юлдаш”тар – Курорт  һабантуйындаӘбйәлил районында икенсе йыл рәттән үҙенсәлекле Курорт һабантуйы уҙҙы. «Урал аръяғы – 2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ – идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы барышында ойошторолған һабантуйҙа “Юлдаш” һәм “Спутник ФМ” радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Һабантуй мәҙәни һәм спорт сараларына бай булыуы менән таң ҡалдырҙы. Тулыһынса этноауылға әүерелгән Яҡты­күлгә күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ҡан ҡәрҙәштәребеҙ ҙә ҡунаҡҡа килгәйне. Та­машасыларға көрәш, халыҡ ижады йәрминкәләре, милли ихаталар күр­гәҙмәһе, башҡорт халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамашалар күрһәтелде.
Сағыу байрамда Си­бай дәүләт филармонияһы артистары, “Ар­ғымаҡ” этно-төркөмө, “Гөлдәр” балалар бейеү ансамбле сығыш яһаны. Рәсәйҙең иң көслө спортсыһы, пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионы Эльбрус Ниғ­мәтуллин етәкләгән көс экстримы буйынса турнир Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов иҫтәлегенә арналды. Сараның киске өлөшөн “Юлдаш” һәм “Спутник ФМ” радиоһы алып ба­рыусылары дауам итте. Уйын-йыр, бейеү-көлкөгә ҡоролған тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде. Иртәнге эфир егеттәре Филүс Ҡа­симов һәм Йәмил Иш­мөхәмәтов үткәргән уйындарҙа халыҡ ихлас ҡатнашып, бүләктәр отто. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, билдәле йыр­­сылар Дияна Иш­ниязова, Илгиз Абдрах­манов, Айҙар Рәҡипов, Йәмил Баймырҙин һәм Ай­гөл Әминеваның сы­ғышы байрамға йәм өҫтәне. Радио хәбәрселәре тапшырыуҙар өсөн ҡыҙыҡлы геройҙар тапты.
Яҡтыкүл һабантуйы йәштәр өсөн дискотека һәм фейерверк менән тамамланды.

Сәриә РАМАЗАНОВА.
“Юлдаш”тар – Курорт  һабантуйында







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға