«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Киноға төшкән ағай



19.05.2016 Киноға төшкән ағай

Киноға төшкән ағайУчалы районының Өргөн ауылында йәшәүсе Рауил Мөхәмәтйәнов әрмелә сағында "Һуғыш һәм солох", "Яңғыҙлыҡ" һәм башҡа фильмдарҙың эпизодтарында ҡатнаша

Ауылдаштарым араһында үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклелеге менән айырылып торған Рауил ағайҙы ниңәлер яҡын күрәм. Бер ваҡытта ла уның кеше араһында маһайып йөрөгәнен йәки берәй­һенә тауыш күтәргәнен күреп-ишеткәнем булманы. Үҙенең һөйөклө ҡатыны Миңйыһан еңгә менән ҡәҙимге ауыл тормошона сумып, күп итеп мал, ҡош-ҡорт тотоп, өй, баҡса тулы гөл-сәскәләр үҫтереп, инде һәр береһе үҙ аллы донъя көткән балаларының ул-ҡыҙҙарын ҡарашып, булғанына шөкөр итеп йәшәй.
Рауил Мозафар улы Мө­хәмәтйәнов 1941 йылдың 14 июлендә районыбыҙҙың Өргөн ауылында тыуа. Атаһы Мозафар менән әсәһе Ғәзизә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үстерәләр. Рауил, мәктәпте тамамлағас, «Совет» колхозында төрлө эштә йөрөй, 1961 йылдың көҙөндә уны хәрби хеҙмәткә алалар. Төркмән­стандың Кушка ҡалаһында урынлашҡан артиллерия полкында башлай ул хеҙмәтен. Улар 46 миллиметрлыҡ пушкаларҙы аттарға тағып, техника үтә алмаған юлһыҙ, тау-ташлы урындарҙан үтеү әмәлен таба. Һәр һалдатҡа ат беркетелә. Өлгөлө хеҙмәт иткәне өсөн Рауил Мозафар улының тәүге йылда уҡ “Терек” ҡушаматлы аты эргәһендә төшкән фотоһүрәтен частың маҡтау таҡтаһына ҡуялар. 1962 йылда уларҙың часын тарҡатып, Закар­патьеға, Көн­байыш Украина­ның Мукачево ҡалаһына ебәрәләр һәм кино төшөрөүҙә ҡатнашыу өсөн «Мосфильм» киностудияһына беркетәләр. Украина халҡы совет һалдаттарын бик хөрмәтләп ҡаршы ала, ихтирам йөҙөнән ҡатын-ҡыҙҙар уларға кәрзин менән алма килтерә. Һеҙ беҙҙе немец илбаҫарҙарынан ҡот­ҡарҙығыҙ тип, улар­ға үҙҙәренең рәхмәт-хөрмәтен белдерәләр.
Беҙҙең һалдаттар Ук­раинала «Һуғыш һәм солох», «Яңғыҙлыҡ» һәм башҡа фильм­дарҙа күмәкләп киноға төшөү эпизодтарына йәлеп ителә. Ошо мәлдә Рауил ағай билдәле актерҙар Тихонов һәм Глебов менән таныша. Һалдаттар ҡәҙимге ваҡытта үҙ бурыстарын үтәй: политзанятиеларға, ҡарауылға йөрөй, автоматтан атырға өйрәнә, ә кино төшөргән ваҡытта, аттар­ға менеп, төрлө эпизодтарҙа ҡатнаша. Уларҙың часында төрлө милләт кешеләре – үзбәктәр, төркмәндәр, хатта поляктар ҙа хеҙмәт итә. Киноға төшөр алдынан уларға грим һалалар, биттәренә һаҡал-мыйыҡ йәбештерәләр. Ян­дырыу, шартлатыу эпизодтарында башлыса кеше, ат ҡарас­ҡыларын, йорт-һарай макеттарын файҙаланалар. Ә бына ат менән сабып килеп ҡолап киткән мәлде каскадерҙар башҡара. Улар күбеһенсә сос һәм етеҙ осетин, грузин егеттәре була.
1963 йылда һалдаттар ҡатнашлығында Смоленск өл­кәһенең До­рогобуж ҡалаһы эргәһендә Бородино һу­ғышы эпизодтары тө­шө­рөлә. Ошо фильм­да ҡатнашыу уңайынан Рауил ағайға бер нисә тапҡыр Мәс­кәүҙәге Ново­де­вичье монастырында ла булырға тура килә. Өс йыл хеҙмәт итеп, 1964 йылдың көҙөндә егет тыуған ауылына ҡайтып, Рудник ҡасабаһындағы өс айлыҡ шофер­ҙар курсына уҡырға инә. Аҙаҡ колхоздың һөт ташыу машинаһында шофер бу­лып эшләй. Ошо йылда Рауил ағай райондашы, Яңауыл ауылы ҡыҙы, Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлап, зоотехник булып «Совет» колхозына эшкә ебәрелгән Миңйыһан На­сирова менән таныша. Йәштәр бер-береһенә ғашиҡ булып, ғаилә ҡора. Миңйыһан Тарих ҡыҙы колхозда зоотехник, ферма мөдире, бухгалтер булып эш­ләй. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ба­лалары белемле, эшле, һәр береһе ғаилә ҡороп, матур итеп үҙ аллы йәшәй.
«Иптәшем, ауырып, операция үткәр­һә лә, бирешмәйенсә, тырышып-тырмашып донъя көтә. Хәрәкәттә – бәрәкәт», – ти Миңйыһан еңгә. Ошо ябай ғына, киң күңелле ауылдаштарымды күргән һа­йын күңелем күтәрелеп китә. Ысынлап та, ябайлыҡта – бөйөклөк.

Рамай ҠАҺИР,
шағир, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Киноға төшкән ағай







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға