«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Күңелдәрҙе сорнар яҡты моң



07.12.2010 Күңелдәрҙе сорнар яҡты моң

9 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ғәжәйеп тамаша – билдәле йырсы Гөлдәр Ишҡыуатованың ҙур концерты. «Моңом булып кил» тип исемләнгән программаны йырсы үҙенең матур юбилейына һәм сәхнәләге ижадына 15 йыл тулыуға арнай. Ысынлап та, Гөлдәрҙең яратҡан тамашасыһы менән уртаҡлашыр шатлыҡтары, яңы йырҙары етерлек. Ошо көндәр­ҙә генә ул йөҙ йырҙан торған өр-яңы диск сығарһа, әле «ҡурай» каналында илһамланып ижад итеүе. Каналда «Туған моңдар» тапшырыуын алып бара ул.
Концерты һәм юбилейы алдынан Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, йырсы, композитор менән осрашып, тамашала кемдәр сығыш яһаясағын белештек. Күренекле режиссер Әлмира ҡыуатова сәхнәләштергән бай тамашаға йырсының ижадташ дуҫтары Гөлсөм Бикбулатова, Ғәлинур Юламанов, Марсель ҡотоев, Фирүзә Париж, Венер Камалов, Лилиә Ишемйәрова, Баязит Байназаров, Альберт Салауатов, бейеү коллективтары, тағы ла әллә күпме сағыу сәхнә «йондоҙо» саҡырылған. Хатта барыһын да һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел.
Талантлы йырсы Яңы йылға бына ошондай яҡты уй-теләктәр, яҡшы кәйеф менән аяҡ баҫа. Иҫ киткес шәп тамашаға шаһит булып, күңелдәрегеҙҙе йыр-моңға сорнағығыҙ килһә, 9 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Нефтселәр мәҙәниәт һарайына рәхим итегеҙ.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға