«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Театрҙарҙың Республика йылына бүләге



30.11.2010 Театрҙарҙың Республика йылына бүләге

Иртәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика йылына арналған башҡорт драматургияһы фестивале асыла

Фестивалдең репертуары бай булмаҡсы. Унда балалар өсөн әкиәттәр ҙә, тарихи драма ла, трагедия һәм комедиялар ҙа бар. Сәхнә әҫәр­ҙәрендә төрлө темалар сағылыш тапҡан, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һүҙ бара. Алты көн буйына барған театр көндәрендә 11 театр коллективы үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк.
Фестиваль тантаналы рәүештә асылғандан һуң, тәүге көндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы менән дауам итәсәк. Икенсе көндө Салауат драма театрының «Ете ҡыҙ», Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының «Ике хат» (М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса) һәм Рус дәүләт академия театрының М. Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Ай һәм япраҡтар ямғыры» буласаҡ. 3 декабрҙә – Өфө «Нур» татар дәүләт театрының «Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһы, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының «Юғалтыу» драмаһы ҡуйыласаҡ. 4 декабрҙә тамашасыларҙы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының «Мәскәү – Васютки» һәм Туймазы татар дәүләт драма театрының «ҡәһәрле мөхәббәт» спектаклдәре, 5 декабрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Хыялый»ы һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы көтә.
6 декабрҙә көндөҙгө сәғәт ун икелә «Сулпан» Сибай башҡорт дәүләт балалар театры «Берҙән-берем» тип аталған хәйриә спектаклен тәҡдим итә. Кискеһен ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һәм фестивалде ябыу тантанаһы буласаҡ.
Спектаклдәр киске сәғәт етелә Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт драма театрында, Рус дәүләт драма театрында һәм Стәрлетамаҡтың ҡала мәҙәниәт һарайында барасаҡ.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға