«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » 12 автор оҫталығын арттырасаҡ



12.06.2015 12 автор оҫталығын арттырасаҡ

Республиканың йәш драматургтары һәм режиссерҙары Өфөлә үтәсәк семинар-лабораторияға йыйылды. Икенсе тапҡыр үткәрелгән был дәрестәрҙә ҡатнашыуға 30-ҙан ашыу ғариза килгән. Эксперт комиссияһы 12 автор­ҙы һайлап алған. Улар араһында билдәле драматургтар Шәүрә Шәкүрова, Мөнир Ҡунафин, Дамир Йосопов бар.
Семинар барышында танылған театр эшмәкәрҙәре йәш драматургтар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курс уҙғара. Программаға ярашлы, пьесаларҙы уҡыу һәм тикшереү, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттар менән айырым дәрестәр үткәреү ҡаралған. Эксперттар сифатында билдәле тәнҡитсе Павел Руднев, театр һәм кино режиссеры Ольга Субботина, шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары Айһылыу Сәғитова менән Рида Буранова саҡырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға