«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Гүзәл” менән гүзәл еңеү



12.06.2015 “Гүзәл” менән гүзәл еңеү

Яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваның “Гүзәл” исемле хикәйәһе Мәскәүҙә үткән “Яңы әҙиптәр” халыҡ-ара конкурсында өсөнсө урын алды. Бәйгене “Дикси Пресс” нәшриәте ҡарамағындағы әҙәби агентлыҡ ойошторған. Яҙыусының был әҫәре “Иҫтәлеккә фотоһүрәттәр” йыйынтығында донъя күрәсәк. Конкурс лауреаттарына аҡсалата премиялар тапшырылды һәм “Яңы әҙиптәр – 2016” бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева республика халҡына документаль, анимацион, нәфис фильм­дарҙың сценарий авторы, башҡорт телендәге “Хыялый япраҡ” хикәйәләр йыйынтығы, тәржемәләр китабы авторы булараҡ яҡшы таныш. Ул шулай уҡ төрлө концерттарға, театрлаштырылған тамашаларға ла сценарийҙар яҙа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға