«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бер алманың ике яртыһы



29.05.2015 Бер алманың ике яртыһы

...Ҡышҡы йоҡоһонан уянып, бөрөләре тиртеп, бына-бына ғына япраҡ ярырға торған ҡайындарға яғылып, күкһел монарға уранған тау һырттарына һарылып, Ҡыҙыл йылғаһының ағышына ҡушылып, моң аға, илаһи моң!..
Тыуған яҡҡа ҡайтһам,
Һандуғастар һайрай моңлораҡ.
Өҙөлөп һағынһам да,
Йыш ҡайтырға аралар йыраҡ.
Был – алыҫ араларҙы яҡын итеп, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, тамырҙары һут алған бәрәкәтле Рысҡужа еренә ҡайтып төшкән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Әбйәлилдең арҙаҡлы, илһөйәр улы Хәсән Усмановтың моңо... Башҡа берәүҙеке менән дә бутамаҫлыҡ ғәжәйеп моң...
Мөхәббәт – тулҡын,
Йәнем – ут-ялҡын,
Үҙ яғым яҡын,
Булһа ла һалҡын...
Эйе, көндөң һалҡын булыуына ла ҡарамай, бөтә ауылдаштарын, тирә-яҡ ауылдарҙан килгән яҡташтарын, яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Зилә һәм Хәсән Усмановтар күңел йылыһы өләшеп, ҙур бүләк – күстәнәс-концерт менән ҡайтып ҡыуандырҙы. Хәйриә концертында олоһо ла, кесеһе лә ике сәғәт ярым дауамында моң даръяһында тирбәлде, артистар менән бергә йырлап-бейене, бергә һағышланды, моңланды. Хәсәндең йор һүҙлелеге, шаянлығы, Зилә килендең алсаҡлығы, илгәҙәк-ихласлығы сығыштарына уғата бер йәм, йәнлелек өҫтәне. Шуны ла әйтеп китмәү яҙыҡ булыр: уларҙың сығыштары сәхнәлә ҡылансыҡланыу, яһалмалыҡ кеүек кире күренештәрҙән бөтөнләй азат! Афарин, Усмановтар!
Икеһенең дә репертуары бик бай һәм үҙенсәлекле. «Мин – умырзая», «Йәле, иркәм!», «Ҡоштар китә», «Уйна, егет, ҡурайыңды» йырҙары тик Хәсән Усманов башҡарыуында ғына ҡабул ителгән һәм күңелдәргә уйылған. Башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман»ды башҡарғанда тамашасылар йөрәк төпкөлөнән урғылған моңдан сихырланып, тын ҡалып тыңланы. Оло быуын апай-ағайҙарҙың күҙҙәрендә йәш тамсылары күреп, күңел тетрәнде. Эй, халҡымдың илаһи моң ҡөҙрәте!
Зилә Усманованың сағыу тауышы өсөн махсус рәүештә яҙылған кеүек тойолған «Һөйөү яҙҙарым», «Һары сәскә – көнбағыш», тәү тапҡыр халыҡ иғтибарына тәҡдим ителгән «Серҙәшем бул» йырҙары күңелгә бигерәк тә хуш килде, ә инде «Эх, йүкә, йүкә» йыры көйөнә тамашасылар ҙа дәртләнеп, кемдер алға сығып, кемдер урынында тыпырлап бейергә төшөп китте.
Усмановтарҙың дуэты ла бик уңышлы килеп сыҡты. Йырҙар яңғырашы яғынан да, йөкмәткеһе буйынса ла бик ентекле һайлап алынған. «Бер алманың ике яр­тыһы», «Һыналған мөхәббәт», «Ал­да юлдар ята» йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.
Шулай уҡ Миәкә егете Морат Йәноҙаҡовтың ҡурайҙа һыҙҙыр­ған көйҙәрен тыңлап, Ейәнсура егете Азат Юламановтың ут сәсрәтеп бейеүен ҡарап хайран ҡалып: «Их, бар ҙа һуң башҡорттоң аҫыл егеттәре!» – тип һоҡланып, ҡыуанып алҡышланы халыҡ.
Концерт һуңында артистарҙы бөтәһе лә аяҡ үрә баҫып тәбрикләне. Иң оло тамашасы, күрше Амангилде ауылынан килгән, 91-се йәше менән барған тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәтхиә Рәхмәтова иң яратҡан йырсыһы Хәсән Усмановҡа тере сәскәләр гөлләмәһе бүләк итте. «Ошоғаса телевизорҙан ғына ҡарап, һоҡланып тыңлай инем, Аллаға шөкөр, тере Хәсәнде лә күреп, тыңларға насип булды. Рәхмәт, Хәсән улым, моңдан ҡыуан!» – тип, ағинәй йырсының арҡаһынан тупылдатып һөйөп яратты, бергә фотоға төштө. Ауылдаштары исеменән уҡытыусы Р. Яхин рәхмәт белдер­һә, яҡташтары исеменән М. Рәх­мәтова рәхмәт һүҙҙәрен шиғыр юлдары аша еткерҙе.
Халыҡ концерттан: «Үәт, исмаһам, үҙебеҙҙең Хәсән!» – тип бик ҡәнәғәт булып таралышты. Эйе, бер алманың ике яртыһы, пар һандуғастар Зилә Һәм Хәсән Усмановтар Бөйөк Еңеү алдынан ҙур сауаплы эш эшләне. Хоҙай рәхмәтен насип итеп, ижад емештәре тағы ла мулыраҡ, татлыраҡ-тәмлерәк булһын! Улар йырлағанса, «Алда юлдар-юлдар ята». Ул юлдар гел имен булһын һәм тыуған яҡтарына Усмановтарҙы йышыраҡ алып ҡайтһын!

М. БАЙМӨХӘМӘТОВА.

Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға