«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Төбәк артистарын мәскәүҙәр шефлыҡҡа аласаҡ



30.11.2010 Төбәк артистарын мәскәүҙәр шефлыҡҡа аласаҡ

Республикала ижади проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн грант төрөндә 5 миллион һум тирә­һе аҡса бүленәсәк. Был хаҡта БР Президенты Р. Хәмитов театр сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәргән видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе.
Кәңәшмә субъекттар етәкселәре, федераль ведомстволар һәм театр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаш­лы­ғында үтте. Рөстәм Хәми­тов әйтеүенсә, тиҙҙән Башҡортос­тан Хөкүмәте менән Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк һәм документ ике яҡлап тәжрибә уртаҡлашыуға килтерәсәк. Союз республикаға үҙ белгестәрен – тәнҡитселәрен, режиссерҙарын ебәрәсәк, мастер-кластар, сәхнә телмәре, сәхнәлә хәрәкәт итеү һәм башҡа актер дисциплиналары бу­йынса уҡыуҙар, шулай уҡ Башҡор­тостанға «Et cetera» театры гастроле ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға