«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт ҡыҙы донъя яулай



19.12.2014 Башҡорт ҡыҙы донъя яулай

Башҡорт ҡыҙы донъя яулайМалайзияла Халыҡ-ара “Miss Tourism International– 2014” матурлыҡ конкурсында Рәсәй данын башҡорт ҡыҙы Анжелика Якусева яҡлаясаҡ!
Конкурста донъяның төрлө төбәктәренән килгән 60-тан ашыу гүзәл зат араһында башҡорт ҡыҙының да булыуы беҙҙең республика өсөн оло мәртәбә. Әлеге ваҡытта Анжелика финалға әҙерлек үтер өсөн Малайзияға юлланды. 2 аҙнадауамында барасаҡ репитицияларҙың тәүге көндәрендә үк башҡорт ҡыҙы тыған телендә йыр башҡарып ижад конкурсында тәүге урындарҙың береһен яулаған. Ә милли костюмдар дифелеһында Рәсәй данын яҡлаусы булараҡ, Анжелика рус ҡыҙы костюмында сығыш яһаған.
Конкурстың финалын һәр кеше, интернет селтәре аша, 31 декабрь 16 сәғәттә сайтта буйынса күҙәтә ала. Ә әлегә көн һайын http://beautycontest.andaman.com.my/ адресы буйынса Анжелика Якусева өсөн тауыш биреп, яҡташыбыҙҙы “Интернет гүзәле” номинацияһын яуларға ярҙам итә алабыҙ.

Анжелика Якусева– 22 йәш, “Һылыуҡай–2009” матурлыҡ бәйгеһе лауреаты, “Топ-модель по русски” телепроекты финалисы, йырсы, модель һәм тележурналист. "ANGEL models" матурлыҡ мәктәбе етәксеһе. Өфө дәүләт нефеть-техник университетын тамамлаған.

Г. Ҡыуатова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға