«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт



01.02.2015 Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт

Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт“Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһында ошо исем аҫтында фотокүргәҙмә асылды.
Фотографияны ысын мәғәнәлә быуындарҙы бәйләүсе, үткән ваҡытты хәҙергеһенә тоташтырыусы сәнғәт тип әйтергә була. Баш ҡаланың Матбуғат йортонда “Башҡортостан” гәзите ойошторған фотокүргәҙмәне тамаша ҡылғас, ошондай фекергә киләһең. Унда халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙары – яҙыусылар, шағирҙарҙың бала сағы, йәшлеге, эше, нисек ял итеүҙәрен күрһәткән фотоһүрәттәр урынлашҡан.
Бына, мәҫәлән, Үрген янындағы йәштәр. Фото 1952 йылғы тип билдәләнгән. Унда – башҡорт телен яҡлаған һәм данлаған ялҡынлы ҡарашлы Рәми Ғарипов. Шул уҡ йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти әҙиптәр менән төшкән кадр.
Ә бына был фотола Фәрит Иҫәнғолов яҙыу машинкаһына эйелгән. Әҙип ниндәй уйҙарға батҡан һәм ниндәй күренештәр тураһында уйлай икән?
Уникаль фоторәсем – яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева.
Беҙҙең яҙыусы-шағирҙарҙың сит ил әҙәбиәтселәре менән бик тығыҙ мөнәсәбәттә булыуын да күрергә мөмкин. Яҙыусылар союзы ағзалары бергә төшкән фотолар ҙа бик үҙенсәлекле.
Күргәҙмәне асыу мәлендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова шағир һәм яҙыусыларҙың һәр ваҡытта иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәүен әйтте. Шуға күрә лә фотоһүрәттәрҙә халҡыбыҙ тормошон да күрергә мөмкин.
Артабан саҡырылған ҡунаҡтар – республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, республиканың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев күргәҙмә менән танышты.
Ниязбай Сәлимов, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире:
– Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арнап, беҙҙең гәзит традицион рәүештә фотокүргәҙмә ойошторорға булды. Былтыр Мәҙәниәт йылына бағышланған һүрәттәр конкурсы үткәрҙек. Ул күргәҙмәне йыл буйына тамаша ҡылырға мөмкин ине.
Тәүҙә гәзиттә иғлан биреп, күптәрҙең ғаилә архивында һаҡланған һүрәттәрҙе йыйып алдыҡ. Артабан үҙебеҙҙең редакцияла булған фотоларҙы ла ҡуштыҡ.
Күргәҙмәлә үткән быуаттың 40-сы, 50-се йылдарында төшөрөлгән фотоһүрәттәр тупланған. Һәм унда шул мәлдәге халыҡ тормошо, уның нисек йәшәгәнлеге лә күренә.
Был һүрәттәр айырыуса мәктәп уҡыусыларына, студенттарға фәһемле булыр тип ышанам, – тине.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға