«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Үлемһеҙ эпос Рәсәй һәм сит ил телдәрендә яңғыраны



12.12.2014 Үлемһеҙ эпос Рәсәй һәм сит ил телдәрендә яңғыраны

Үлемһеҙ  эпос Рәсәй һәм сит ил телдәрендә яңғыраныОшо көндәрҙә БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының фәнни-ресурс үҙәге базаһында “Урал батыр” республика йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Конкурс барышында ете секция эше ойошторолдо, уларҙа 200-ҙән ашыу уҡыу­сы һәм студент бөйөк эпосты баш­ҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин, ҡаҙаҡ, әзербайжан, инглиз, немец, француз, төрөк, ғәрәп һ.б. телдәр­ҙә яттан һөйләне. Жюри ҡарама­ғына “Урал батыр” эпосына ил­люстрация­лар һәм конкурстың логотибы булырлыҡ эштәр ҙә тапшырылғайны.

Секция етәкселәре – билдәле ғалим-фольклорсылар, эпостың тәржемәселәре, уҡытыусылар йәш сәсәндәрҙең конкурсҡа әҙерләнеү кимәле юғары булыуын билдәләне. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүе һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһында 5-се синыфта белем алыусы Алиса Гәрәева эпосты ҡытай телендә башҡарҙы.

Бәләкәй сәсәндәр БР-ҙың Юнеско эштәре буйынса комитетының, Мәғариф министрлығының, Башҡорт социаль технологиялар институтының дипломдары, сертификаттары, иҫтәлекле приздары менән бүләкләнде.

Ете секция эше һөҙөмтәләре буйынса I дәрәжә диплом менән Сибай гимназия-интернатынан Йәнбикә Ғәлиәкбәрова (8-се класс), Мораҡ башҡорт гимназияһынан Гүзәлиә Мофазарова (9-сы класс), Асҡындағы 2-се урта мәктәптән Илүзә Сәмиғуллина (7-се класс), Салауат районының Тирмән урта мәктәбенән Айҙар Ғәйнетдинов (10-сы класс), Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Гөлиә Солтанова (7-се класс), Бәләбәйҙәге 1-се гимназиянан Радмила Шә­йәх­мәтова (10-сы класс), БДУ-ның Сибай филиалы студенты Гөлнара Ҡазыханова (4-се курс), Бүздәктәге 1-се урта мәктәптән Гүзәлиә Шафиҡова (10-сы класс), Өфө районының Нөрлө урта мәктәбе уҡыусылары Эльвина Шәймәрҙәнова һәм Илназар Хәбибуллин (8-се, 7-се класс) билдәләнде.

М. АСҠАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға