«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Зауыҡ байрамы– “Селтәр”



05.12.2014 Зауыҡ байрамы– “Селтәр”

Зауыҡ байрамы– “Селтәр”Зауыҡ байрамы– “Селтәр”Кейеменә ҡарап ҡаршы ал, тигән мәҡәл әлеге мәлдә бик актуаль. Сөнки бөгөн зауыҡ һәм матурлыҡ хөкөм һөрә. Сәхнә кейемдәренең үҙенсәлеге, килешкәнлеге мөһим роль уйнай. Ниндәй генә талант булмаһын, әгәр ҙә кейемең сәхнә талаптарына яуап бирмәй икән, тамашасы хәтерендә кире яҡтан ҡалыуың бар.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Селтәр” сәхнә кейеме фестивале уҙҙы. Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштор­ған сарала төрлө ижади коллективтар, ансамблдәр, матурлыҡ студиялары ҡатнашты. Милли элементтар менән биҙәлгән костюмдар йыр-моң, бейеүҙәр аша күрһәтелде. Был фестивалгә айырым бер зауыҡ, матурлыҡ бирҙе. “ҺЫЛЫУКАЙ – BASHKIRIAN BEAUTY” студияһы күрһәткән кейеҙ кейемдәр үҙенсәлеге менән айырылып торҙо.
Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға