RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көнитмешен халыҡ үҙе һайлай

03.10.2014 Көнитмешен халыҡ үҙе һайлай

Күгәрсен районының Һапаш ауылы айыҡлыҡ яҡлы.

Башҡортостаныбыҙҙың һәр мөйөшө шау тарих. Һәр төбәк хаҡында оҙон-оҙаҡ итеп тарих һөйләргә була. Риүәйәттәр, легендалар, өлкәндәр, архив документтары теле менән.
Һапаш ауылының да үҙ тарихы бар. Ағиҙел, халыҡсан әйткәндә, Иҙел яғына ҡарап, ҙур булмаған Мәнеү йылғаһы буйында ултыра ул. Ауылдың Һаҫыҡкүл, Атаһыҙ тигән исемдәре лә билдәле. Һуңғыһына бәйле тарихы былайыраҡ. Бер ҡатын никах­һыҙ ир бала таба һәм уға Һапаш тип исем ҡуша. Борон әхлаҡ­һыҙлыҡ шәриғәт ҡанундары буйынса ҡаты мыҫҡыллауҙарға, хатта ҡайһы саҡта язаға дусар ителгән. Халыҡ Һапашты, мыҫ­ҡыллап, “атаһыҙ” тип йөрөткән. Шуға ла ауыл исеме лә бер осор Атаһыҙ булып киткән. Был исем әле булһа ололар араһында йыш ишетелә. Шул бала мыҫҡыллауҙарға түҙә алмай, ауылдан сығып китә. Ситтә белем алып, аҡыллы, күренекле, абруйлы ир-уҙаман булып ҡайтып төшә, имеш. Шулай итеп, 1764 йылда (үҙе иҫән сағындамы, үлгәсме – билдәһеҙ) ауылға Һапаш тип исем бирәләр.
Һапаш халҡы бөгөн республикала барған айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға уйланы һәм кон­курс­та ҡатнашырға ниәтләне.

Иман йорто нур бөркә

Көнитмешен халыҡ үҙе һайлайБында һәр эште, байрамды мә­сеткә килеп фатиха алыуҙан башлау ғәҙәткә ингән.
– Мәсет 2008 йылда асылғайны, шул көндән алып һис тә буш тормай. Ауыл өҫтөндә көн дә аҙан тауышы яңғырап торғанда, халыҡ та иманға дәррәү генә килә. Башына түбәтәй кейгән олатай-ағайҙарыбыҙ, яҙып яулыҡ ябынған ағинәйҙәребеҙ булған саҡта, халыҡ тура юлдан яҙлыҡмаҫ, – ти ауылдың имам-хатибы Мөҙәрис Иҫәнғолов.
Әйткәндәй, уларҙың йорт ҡап­ҡаһына “Айыҡлыҡ – көслөләр һайлаған юл” (“Трезвость – выбор силь­ных!”) тигән яҙыу эленгән. Был плакат һәр бер йортҡа эләкмәй, тик сәләмәт, айыҡ тормош алып бар­ғандарҙың йортона ғына ҡуйыла икән. Бындай яҙма ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Юдаев­тың да өйөн биҙәй.

“Беҙҙә ағыу һатылмай”

“Нур” магазины хужаһы Рүзилә Мөхәмәтшина Һапаш ауылының “Айыҡ ауыл – 2014” республика конкурсында ҡатнашыуын хуплай. Ауыл хакимиәте ҡарарына ярашлы, йома, шәмбе, йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә, айырыуса студенттар, ситтә уҡыусылар ялға ҡайтҡан осор­ҙа магазинда алкоголле эсемлектәр һатылмай.
– Хәйер, хәмер һатып кем байыған? Ауылда һатып алыусы булмағас, һыранан бер ниндәй ҙә килем юҡ. Шуға күрә яҡын киләсәктә спиртлы эсемлектәр һатыуҙан бөтөнләй баш тартасаҡбыҙ, – ти Рүзилә Марат ҡыҙы. Икенсе сауҙа нөктәһе хужаһы Гәүһәр апай Иҫәнғолова ла айыҡлыҡ хәрәкәтенә әүҙем ҡушылған. Ике магазинда ла айыҡлыҡты пропагандалаған стендтар эшләп элгәндәр. “Араҡы ярат­ҡан – аҡылын һатҡан”, “Әсәй, эсмә! Һин миңә кәрәкһең!”, “Самогон, ара­ҡы, һыра һатыусылар, әҙәм ҡарғышынан ҡурҡығыҙ!” кеүек әйҙәүсе лозунгыларға һатып алыусыларҙың бер-икәүһе генә күҙ һалған осраҡта ла, күңеленә һең­дер­һә, ыңғай һөҙөмтәләр көттөрмәҫ.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Раял улы Юдаев әйтеүенсә, эскән, көмөшкә ҡыуып һатҡандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа ла, уларға ҡаршы көрәшкә халыҡ дәррәү күтәрелгән:
– Ундайҙарҙы халыҡ дошманына тиңләйбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, ауыл буйлап эленгән баннерҙарҙың ҡайһы берәүҙәре нәҡ шундайҙар йәшәгән йорт тирәһенә тура килгән. “Нишләп минең өй эргәһенә ҡуйҙығыҙ?” – тип дәғүә белдереүселәр ҙә булды. Тимәк, кеше ояла, тимәк, уның намыҫы бар, тип уйлайбыҙ.
“Кешене иҫертә торған һәр нәмәнән тыйҙым. Күп булһа ла, әҙ булһа ла, кешене иҫертә торған нәмә – харам” тигән хәҙистәр ҙә яҙып элдек.

Балалар – беҙҙең киләсәк

Айыҡлыҡ конкурсында ҡатнашыу­сыларҙы баһалаусы комиссия ағзалары “Айһылыу” балалар баҡсаһында ла булды. Баланы – бишектән, тигәндәй, илебеҙ, халҡыбыҙ киләсәге булған тормош гөлдәрен тәрбиәләү нисек бара икән?
Балалар баҡсаһы мөдире Рәмзиә Инсеғолова “Айыҡ ауыл” конкурсының урындағы ойоштороу комитеты ағзаһы икән:
– Айыҡлыҡ буйынса эште нәҡ ошо балалар баҡсаһынан башланыҡ. Ата-әсәләрҙе саҡырып, улар менән әхлаҡ, тәрбиә, әҙәп, хәмерҙе тыйыу темаларына әңгәмәләр, “түңә­рәк өҫтәл”дәр үткәрҙек. Шуныһы ҡыуа­ныслы: тәрбиәләнеүселәребеҙҙең барыһы ла атай-әсәй наҙын тойоп, матур ғаиләлә үҫә, шуға күрә ауылыбыҙҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тиергә була.

Егәрленең тормошо ла елле

Ауыл менән таныша-таныша урам буйлап атлайбыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алһыу Ишкинина һәр бер йортто күрһәтеп, кем йәшәгәнен, нисек йәшәгәнен тәфсирләп һөйләй. Бәләкәй ауылда ла байҙарса йәшәгән халыҡ көнкүрешенә ҡала халҡы (комиссия ағзалары тип әйтмәксемен) ауыҙ асып һоҡлана.
– Ауылыбыҙ районда иң күркәм ауылдарҙың береһе тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Медпункт, балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп бар. Балалар баҡсаһында – 16, мәктәптә – 19 бала. Өлкән кластар Хоҙайбирҙин ауылына йөрөп уҡый. Етеш тормош өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. “Зәңгәр яғыулыҡ” та ауылға республикала беренселәр­ҙән булып үткәрелде: 1986 йылдан ауыл халҡы газ менән файҙалана. Халыҡ эшсән, егәрле беҙҙә. Һәр йортта өсәр-дүртәр баш эре мал аҫрай­ҙар. Ауылда – 18 трактор, 10 йөк машинаһы, ә еңел машиналар иһә бер йортҡа икешәр булып бара.
Бына был йортта Гөлфирә һәм Фәрих Ильясовтар атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит бабайҙың нигеҙен һыуытмай, матур донъя көтә. Уларҙың татыу ғаиләһен йәштәргә өлгө итеп күрһәтәбеҙ. Сынъяһауҙай күркәм йорттары хужаның оҫта ҡуллы булыуы хаҡында һөйләһә, күргәҙмәгә ҡуйылған төрлө ҡул эштәре, бүлмә гөлдәре хужабикәнең матурлыҡ яратыуы, зауыҡлы, бөтмөр булыуын күрһәтә. Улар быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалған, шәжәрәләрен ныҡлы өйрәнеп, балаларына еткергән.
– Киләһе йорт хужалары хаҡында әйтеп китмәү яҙыҡ булыр, – тип хәбәрен дауам итә Алһыу апай, – Рәфиә һәм Таһир Селәүсиндар шул тиклем уңған, бөтмөр, йылғыр, малсылыҡ менән дә, умартасылыҡ менән дә ҡолас йәйеп рәхәтләнеп шөғөлләнәләр. Хөкүмәт тарафынан хужалыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән ниндәй субсидия, ниндәй матди ярҙам бар – барыһы менән дә файҙаланалар.

“Эсмәһәң-тартмаһаң, премия алырһың”

Илдә эшһеҙлек бәләһе ҡағылмаған төбәк юҡтыр. Шулай ҙа йүнсел йүнен таба ул. Хөкүмәттән генә көтөп ятҡансы, үҙ эшеңде асып, кинәнеп эшләргә, етеш донъя көтөргә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Етмәһә, дәүләт тә ундайҙарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер генә тора. Ялсы ауыл биләмәһендә ике хужалыҡ эшләй, ете крәҫтиән (фермер) хужалығы, шуларҙың дүртәүһе Һа­паш ауылында. – Н. Ишкинин, Х. Се­ләүсин, Р. Юдаев, Ф. Иҫәнғолов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары. Уларҙың барыһы ла малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешендә эш алып бара. Шулай ҙа, баҙар шарттарында йәшәһәк тә, улар бер-береһенә дәғүәсе түгел: бер-береһенә ярҙам итеп, ойошоп, кәңәшләшеп эшләйҙәр. Шуныһы ҡыуаныслы: ике хужалыҡта ла эсмәгән, тәмәке тартмаған эшселәрҙе дәртләндереү өсөн махсус премия булдырылған.

Матур ғаилә – ил күрке

“Айыҡ ауыл” конкурсы барышында оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән дан ғаиләләрҙе лә тәбрикләйҙәр Һа­пашта. Быйыл Фәриҙә менән Рәф­ҡәт Ишкининдар алтын туйҙарын ҡаршы алған, Зәйтүнә менән Сулпан Ниғмәтуллиндар, Фәриҙә менән Рәшит Ишкининдар зөмрәт туйҙарын билдәләй. Ишле ғаиләләр ҙә арта: Резеда менән Хәбир Селәүсиндар, Ләйсән менән Фәнис Иҫәнғоловтар биш бала үҫтерә, Гөлназ менән Фәүрәт, Зөлфиә менән Илшат Ишкининдар ҙа улар­ҙан ҡалышмай – дүртәр балаға ғүмер биргәндәр.
Хәнифә инәй Ишкинина – ауылда абруйлы ағинәй. Ярҙам, кәңәш һорап килгәндәргә матур, фәһемле кәңәштәре менән, йығылып, имгәнеп, быуындары сыҡҡан балаларға ла, ололарға ла берҙәй ярҙам күрһәтә. Хәнифә инәй әле улы Илшат, килене Зөлфиә менән бергә йәшәй.


Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.

Ә һеҙ ауылда нисек йәшәйһегеҙ?

Әлмира КИРӘЕВА:
– Ҡул эше менән үҙемде белгәндән алып шөғөлләнәм, бөгөн йәрминкәгә лә бына күҙ нурымды, күңел йылымды һалып бәйләгән әйберҙәрҙе, баҡсамда үҫтерелгән емеш-еләк, йәшелсәләрҙе сығарҙым. Мал ҡарап, тыштағы эште бөтөп, буш ваҡытымда шулай төрлө нәмәләр бәйләргә яратам. Күп итеп бәйләп ташлағас, һатырға тура килә. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиҙәр бит әле, йәй буйы бил бөгөп эшләһәк тә, ҡышҡыһын рәхәтләнеп хеҙмәтебеҙҙең емешен тәмләйбеҙ. Тор­мош иптәшем Вәхит вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ғаиләбеҙҙә ике бала үҫеп буй еткерҙе.
Алһыу ИШКИНИНА:
– Беҙ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашһаҡ та, Һапаш ауылы эскелек һаҙлығына батҡан, тигән һүҙ түгел. Әлбиттә, эскәндәр ҙә, һатҡандар ҙа бар. Ошоға ҡағылышлы закондар ҙа бар кеүек, әммә эшләп етеңкерәмәгән кеүек. Шуға ла балаларыбыҙҙы, киләсәгебеҙҙе хәмерҙән азат итеү теләге менән бөтә халыҡ менән күмәкләп көрәшкә күтәрелергә булдыҡ.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙар хәҙер был йүнәлештән бөтөнләй баш тарта башланы. Ауыл советында алты сауҙа нөктәһе, шуларҙың өсөһөндә – Зәйнулла Байғазин, Зимфира Яппарова, Рима Ишкининаларҙың шәхси магазиндарында спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы