RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелдәре тулы моң ғына

19.09.2014 Күңелдәре тулы моң ғына

Башҡорт эстрадаһына ҡойондай ҡайнап, урғылып ингән игеҙәктәр Алмас менән Айҙар Юны­сов­тарҙы белмәгән кеше юҡ­тыр. Уларға талант Хо­ҙайҙан бик мул итеп, йәлләмәйсә бирелгән. Баян­да ла өҙҙөрөп уйнай­ҙар, йырлайҙар ҙа, көй ҙә ижад итәләр.

Күңелдәре тулы моң ғынаБәләкәйҙән моң донъя­һында үҫкән Юны­сов­тарҙың сәнғәт юлынан ки­теүе осраҡлы түгел. Ола­талары халыҡ йырҙарын матур йырлай, ә тальянда уйнау буйынса бөтә Илеш райо­нында уға етеүсе булмай. Әсәләре Раушания апай йырлағанда, һандуғастар тынып ҡала, ти ауылдаштары. Йырҙар, гармун моңдарын тыңлап үҫкән малайҙар ҙа сәнғәткә ынтыла. Үҙ аллы йырлап йөрөгән саҡтарында балаларының музыкаға һәләте барлығын һәм уны үҫтерергә, киңәйтергә кәрәклеген һиҙгән Рәшит ағай уларҙы район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге музыка мәктәбенә уҡырға бирә. Аҙнаның һәр көнөн тиерлек тыуған ауылдары Түбәнге Сереккүлдән 15 саҡрым юл үтеп уҡырға тура килә уларға.

Хәҙерге ваҡытта Айҙар менән Алмас Өфө “Нур” театрында музыкант булып эшләй, ижад итә. Былтыр йәй Алмас Айгөл исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡорһа, быйыл Айҙар ҙа Стәрлетамаҡ һылыуы Азалия менән сәстәрен сәскә бәйләне.

Бер нисә йыл элек кенә Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған егеттәр баш ҡалала ҙур концерт менән сығыш яһарға йыйына. 8 октябрҙә Йәштәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк сарала Алмас менән Айҙар тамашасыларҙы өр-яңы йырҙары, баян, тальян моңдары, көлкө һүҙ һәм бейеүҙәр менән һөйөндөрәсәк. Концертта Әнүәр Нурғәлиев, Лиана Ғабдрахманова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов ҡатнашасаҡ. Тамашаның режиссеры һәм алып барыу­сыһы – билдәле юмор оҫтаһы Мәхмүт Фәтихов.

Көҙҙөң һағышлы бер көнөндә йырлы-моңло илһам нурҙарына ҡойоноп, күңелдәренә ял алып ҡайтырға теләүселәргә мотлаҡ тамашаға килеү кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы