RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тылсым иленә алып китә

30.05.2014 Тылсым иленә алып китә

Тылсым иленә алып китәБаш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» теле-радиокомпанияһының «Тамыр» телеканалы БР Президен­тының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге грантына төшөргән «Шүл­гәнташ» телевизион фильм-әкиәтенең презентацияһы үтте.
Яңы фильм үҙ ерлегебеҙҙә милли мөхитебеҙҙе, легендаларыбыҙҙы сағылдырған, балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да иғтибарын яуларлыҡ сағыу, милли колорит бөркөлөп торған бына тигән әкиәттәр төшөрә алыуыбыҙҙы иҫбатланы.
Әкиәттә бөгөнгө тормош менән боронғолоҡ осраша. Ул «Урал батыр» эпосы, башҡорт халыҡ легендалары һәм риүәйәттәре нигеҙендә төшөрөлгән. Урал, ағаһы менән бәхәсләшеп, ҡыйыулығын иҫбатларға була һәм мәмерйәгә инә. Унда малай параллель донъяға – яуыз Шүлгәндең (БР-ҙың атҡаҙан­ған артисы Сәғиҙулла Байегет) батшалығына эләгә. Ҡоллоҡта ата-әсәләренән айырылған, аңдары томаланған балалар упҡынға һыу ташый, таш сығара. Урал (Рөстәм Төхбәтов) бында юғалып ҡалмай, яңы таныштары Ташбулат олатай (Башҡор­тостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов), Аҡтояҡ (Наҙгөл Шәрәфетдинова), Ҡусҡар (Данир Ғимаҙиев) менән Шүлгәндең ярҙамсыһы ярғанат Эңерҙе (Ғәлиә Вахитова) изгелеккә алып сығып, балаларҙы ҡотҡара. Яуызлыҡ менән изгелектең көрәше легендалар, образдар аша ла бирелә. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған Зөһрә ҡыҙ, дошмандарҙы еңгән өс батыр халыҡ легендаларын хәтерләтә.
Фильм туғыҙ ай буйына төшөрөлә. Эпизодтарҙың күбеһен Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйә­һендә, дайверҙар ярҙамында «Черемушки» лагеры бассейнында, махсус йыһазландырылған студияларҙа төшөрөргә тура килә. Операторҙар ерҙә лә, һыуҙа ла, һауанан да кадрҙар эшләй. Сағыу декорациялар, төрлө ракурста Бөрйән тәбиғәтен бар матурлығында һүрәтләү, оригиналлеге менән йәлеп иткән кейеҙ костюмдар һәм кейеҙ ҡурсаҡтар, боронғо йыһаздар ысын мәғәнәһендә фильмға оҫталар ҡулы тейгәнлеген күрһәтә.
Ололар менән бер рәттән, үҙ образдарында ролдәренә инеп уйнаған, «Тамыр»ҙа ҡанат нығытҡан бәләкәй артистарға ла «Афарин!» тип кенә әйтергә ҡала. Әкиәтте рус, инглиз телдәренә лә тәржемә итеү планлаштырылған. «Шүлгәнташ» телевизион фильм-әкиәт Баш­ҡортостан юлдаш телевиде­ние­һында 1 июндә күрһәтеләсәк.

З. ХӘСӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы