RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төркиҙәр яңы йыл ҡаршыланы

28.03.2014 Төркиҙәр яңы йыл ҡаршыланы

Төркиҙәр яңы йыл ҡаршыланыНауруз – донъялағы иң боронғо байрамдарҙың береһе. Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта – 21 – 22 мартта төркиҙәр һәм иран халыҡтары ҡояш календары буйынса Яңы йылды билдәләгән. “Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, уны шулай үткәрерһең”, – тигән ырым тап ошо көн хаҡында әйтелгән. Республиканың бөтә мөйөштәрендә йәшәүсе төрлө милләт халҡы байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйылды. Ишек төбөнән үк ҡунаҡтарҙы Бүздәк һәм Сәйет­баба ауылы һәүәҫкәрҙәре йыр-моң, тәмле аш-һыу менән һөйөндөрҙө. Фойела республикала йәшәгән иран, төрки халыҡтар диаспоралары үҙ күргәҙмәләрен ойошторған. Бер оста милли кейемдәге ҡаҙаҡ ҡыҙҙары рәхәтләнеп бейей, икенсе яҡта курдтар аралаша, тажиктар һәм әзербайжандар күңелле көлөшә. Кескәй ейәнсәрҙәрен алып килгән Учалы инәйҙәре күргәҙмәләр янында туҡтап, нимәлер ҡарай, күрһәтә. Ҡырғыҙҙарҙы бергә төйнәгән “Ала-Тоо” үҙәге етәксеһе Соно Әбдимәмәт ҡыҙы Алиеваның да кәйефе күтәренке.
Төркиҙәр яңы йыл ҡаршыланыФойелағы күңелле кәйеф талғын ғына сәхнә түренә – филармонияның Ҙур залына күсте. Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәргән тантанаһын тәбрикләргә мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев килгән. Рәнис Рәйес улы киләһе – юбилейлы Науруздың тағы ла күләмлерәк итеп үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин сығышын доға уҡыу­ҙан башланы.
– Был байрам төрки халыҡтар өсөн генә шатлыҡлы көн түгел. Яңы йыл, яңы тыуған көн – һәр кешенең, һәр йән эйәһенең байрамы. Мосолман­дарҙа һәм йәһүдтәрҙә яңы көндөң башы ҡараңғылыҡта – әсә ҡарынында ярала. Унан һуң килгән яҡтылыҡҡа һәр кемебеҙ ҡыуанырға тейеш. Бары­ғыҙға ла татыулыҡ һәм бәхет теләйем! Киләһе Науруз байрамы ҡыуанысын “Өфө-Арена” спорт һарайында меңәрләгән кеше менән уртаҡлашыр­ға яҙһын, – тине ул үҙ ҡотлауында.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та үҙенең ихлас теләктәрен еткерҙе. Уның байрам бүләге – “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле сығыштары тантанаға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Ҡотлауҙар матур концерт номер­ҙары менән үрелеп барҙы. Өфө “Нур” татар дәүләт театры артистары Миңнинур Светова-Ғиззәтул­лина, Гөлназ Биктимерова, Айнур Баянов, Рида Фәхрисламова төрлө милләт мәҙәниәте ынйыларын тәҡдим итте. Бүздәктән “Ынйы” һәм Башҡорт дәүләт университетының “Ирәндек” бейеү ансамблдәре дәртле бейеүҙәр менән залдағыларҙың йөрәктәрен елкетте. Ғафури районынан килгән оҫта ҡумыҙсы, өзләүсе Илһам Байбулдиндың сығышы ла алҡыштар­ға күмелде. Сәхнәгә һәүәҫкәр оҫталар ҙа сыҡты. Тажиктар тамашасыларҙы бейетһә, әзербайжандар һәм ҡаҙаҡтар йыр-моңона ураны, курдтар милли уйын ҡоралы – саста илаһи көйҙәр теҙмәһен ишеттерҙе.
Науруз байрамы тыныс күк аҫтында ғына үтһен, тип таралышты ҡәнәғәт тамашасылар.

М. АСҠАРОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы