RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Рухи үҙәк булып ҡалабыҙ...”

28.01.2014 “Рухи үҙәк булып ҡалабыҙ...”

“Рухи үҙәк булып ҡалабыҙ...”Туған телебеҙгә, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм традицияларына ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙең юлдары күп төрлө. Тәү сиратта, улар рәтенә ғаиләлә үҙ телеңдә һөйләшеүҙе, мәктәптәрҙә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытыуҙы индерһәк, милли рух менән һуғарылған мәҙәни сараларҙың әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Был йәһәттән сибай­ҙар бәхетле, тип әйтергә мөмкин. Шулай булмай ни, филармонияһы, театры, тиҫтәгә яҡын уҡыу йорто булған ҡалала мәҙәни тормош гөрләп торһон да, нисек илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тәрбиәләнмәһен?! Ә бына республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә танылыу тапҡан А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры өлгөһөндә нисәмә быуын күңелен рухи яҡтан байытты икән? Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы Ғәлимов менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә лә тамашаларҙың халыҡҡа әһәмиәте, яуланған үрҙәр һәм ошо тәңгәлдәге мәсьәләләр хаҡында барҙы.
– Дамир Мәжит улы, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында эшмәкәрлеген башлаған Сибай театрының сираттағы миҙгеле уңышлы ғына дауам итә. Быйыл тамашасыларға ниндәй әҫәрҙәр тәҡдим ителде һәм уларҙың әһәмиәте ниҙә?

– Республикалағы һуңғы ике тиҫтә йылда рухи күтәрелеш ижади коллективтарға ыңғай һөҙөмтәләр килтерҙе. Һанай китһәк, матди-техник база күҙ уңына алыныу менән бер рәттән, яңынан-яңы спектаклдәр сәхнә яуланы һәм башҡалар, һәм башҡалар. Әлеге миҙгелде уҙған йылдың сентябрендә дәррәү генә башлап ебәрҙек. Әлбиттә, яҡташтарыбыҙҙың күңел зауығына тап килерҙәй, тормош мәшәҡәттәренән арындырған, шул уҡ ваҡытта халыҡтың күҙен асырға ярҙам иткән, сәмләндергән премьералар сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайныҡ һәм быға ирешкәнбеҙҙер, тигән уйҙамын. Сөнки күренекле драматургтарыбыҙ – Наил Ғәйетбайҙың “Эңер төшкәндә”, Әминә Яхинаның “Йән һөйгәнем – һин генә” һәм Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт мөғжизәһе” спектаклдәрен тамашасыларҙың йылы ҡабул итеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Ғөмүмән, әҫәр һайлағанда төрлө тематиканы күҙ уңында тоторға тырышабыҙ. Бында патриотик тәрбиә лә, әҙәп-әхлаҡ та, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре лә ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Тағы ла шуныһы: быйылғы миҙгелдә “Театр төнө” сараһын уҙғарыу ҙа үҙенең кәрәклеген иҫбат итте. Хатта үҙебеҙҙең йәш саҡтарҙа үткәрелгән киске уйындарға ҡайтҡандай булдым. Тамаша ҡарағандан һуң театр һөйөүселәр “ритайым”да бейеп күңел асты, яратҡан артистары менән аралашыу, улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинлеге бирелде. Әһәмиәте иһә тамашасылар менән йәнле бәйләнеш тыуҙырыу һәм уларҙы рухи донъяға йәлеп итеүҙә. Киләсәктә был башланғысты киңерәк масштабта дауам итеү ниәтебеҙ.

– Бөгөн илдең күп кенә театрында тамашаларҙың ярым буш залда уҙыуы бер кемгә лә сер түгел. Был тәңгәлдә Сибайҙа хәлдең яҡшынан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәктер...

– Эйе, Сибай театрында элек-электән тамашалар шығырым тулы залда үтте. Әлеге ваҡытта күркәм күренештең дауам итеүе һөйөндөрә. Ҡалабыҙҙың студенттар ҡалаһы булыуы ла үҙен һиҙҙерә, беҙгә йөрөүселәрҙең яртыһынан күберәген йәш быуын тәшкил итә. Тамашаларыбыҙҙы башлыса тәрбиәүи, фәһем бирерлек юҫыҡҡа көйләүебеҙ ҙә ошоноң менән бәйле.
Гастролгә йыш сығабыҙ. Маҡсатыбыҙ иһә билдәле – Башҡортостанда, күрше төбәктәр­ҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күңелен рухи йәһәттән байытыу. Быйылғы миҙгелдә республика ауылдарында, Татарстанда сығыш яһаныҡ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыуҙары күңелгә шатлыҡ булып яғыла. Тик шуныһы: һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа тамашасыларҙы йыйыу оло бәләгә әйләнде. Быға, әлбиттә, ауылда эш булмау сәбәпле, халыҡтың ситтә эшләүе йоғонто яһаны, ул ғына түгел, мәктәптәр ябылып, балалар­ҙың башҡа ерҙәрҙә уҡыуы ла беҙҙең бәкәлгә һуҡты.

– Белеүебеҙсә, һеҙҙең Сибайға килеп, хеҙмәт юлығыҙҙы дауам итеүегеҙгә утыҙ йыл булып килә. Шул ваҡыт менән сағыштырғанда, ниҙәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?

– Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағы менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы, тип әйтергә мөмкин. Ул йылдарҙа Сибай ҡалаһы бөгөнгө кеүек студенттар ҡалаһы түгел ине: халыҡтың төп өлөшөн урта быуын тәшкил итте. Йылына уйнаған тамашаларыбыҙ ҙа биш-алтау ғына булһа, бөгөн уларҙың һаны иллегә барып етә. Улар рәтенә элегерәк сығыштарыбыҙҙың 95 проценты гастролдәрҙә күрһәтелеүен, үрҙә әйтеүебеҙсә, матди-техник базаның ярлы булыуын индерергә мөмкин.
Шуны билдәләү мөһим: телевидение үҫешә башлағас, театрға көн бөтәсәк, тип әйтеүселәр күп булды, интернет селтәренең дә бар донъя­ны яулауы хәүефкә нигеҙ булыр кеүек ине. Йәғни замандаштарыбыҙға үҙе теләгәнде һайлап ҡарау мөмкинлеге бар, әммә күҙәтеүҙәр һаман да халыҡтың йәнле тамашаларға өҫтөнлөк биреүен күрһәтә.

– Нисек кенә булмаһын, яуланған бейеклектәр, артыл­ған үрҙәр коллективтың тырышлығы, алға ынтылышы менән бәйле. Актерҙарҙың оҫталығын күтәреү, уларҙы дәртләндереү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?

– Бөгөн театрҙың йөҙөн яңыраҡ ҡына хеҙмәт юлын башлаған йәш актерҙарҙан алып бар ғүмерен ошо һөнәргә арнаған, тәжрибәле үҙ һөнәре оҫталары биҙәй. Һуңғылары араһына республикала ғына түгел, унан ситтә лә танылыу яулаған Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яныбаев, “Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн” Рәсәй Феде­рацияһы билдәһе менән бүләкләнеүсе Марсель Хоҙай­ғоловтарҙы индерәбеҙ. Күптән хаҡлы ялда булған артистар бөгөн дә театр донъяһында ҡайнап йәшәй, яңынан-яңы образдар тыуҙыра.
Үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнап ятырға тырышмайбыҙ, ижадсылар­ҙы ситтән саҡырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Башлыса Өфө театрҙары режиссерҙары, Башҡор­тостандың киң билдәле компози­тор­ҙары, рәссамдары менән яҡшы бәйләнеш булдырылған. Мәҫәлән, Урал Иҙелбаев, Азат Нәҙерғолов, Нур Дауытов, Юлай Үҙәнбаев, Илшат Яхин, Рим Хәсәнов менән берлектә кәңәшләшеп эшләйбеҙ.

– Һеҙҙең өлкәгә генә хас проблемалар ҙа барҙыр...

– Әлбиттә, мәсьәләләрҙең булмауы мөмкин дә түгелдер. Бер нисәүһенә туҡталғанда, милли театр­ҙарҙың “ауыртҡан ере” – яҡшы драма әҫәрҙәренең әҙ булыуы. Заманында драматургияны ышаныслы тотҡан Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев, Әнғәм Атнабаев, Әсғәт Мирзаһитов, Азат Абдуллин, Фәрит Богданов кеүек корифейҙар­ҙың булмауы үҙен һиҙҙертә. Наил Ғәйетбай, Флорид Бүләков менән генә алға китеп булмай. Өмөтлө драматургтар юҡ, тип әйтеп булмай, бар улар. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең театр сәхнәһендә бер нисә әҫәрен тамашасы хөкөмөнә сығар­ған күренекле шағир, хәҙер инде үҙен драматургияла һынаған Салауат Әбүзәргә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Уның драма әҫәрҙәрендә халҡына һөйөү, киләсәк өсөн борсолоу ярылып ятыуы ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. Ваҡытында Талҡаҫ буйында үткәрелгән драматургтар семинарының һуңғы йылдарҙа туҡтап ҡалыуының кире йоғонтоһо бар. Ни өсөн тигәндә, һәр семинарҙан ике-өс яҡшы әҫәр һайлап алына торғайны.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы яҡшынан түгел. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта был өлкәгә иғтибар бирелә башлауы күңелдә өмөт сатҡылары уята. Быйылғы йылдың илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы исеме аҫтында үтеүе лә ошоға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итер, тигән ышаныстабыҙ.

– һәм, һүҙҙе йомғаҡлап...

– Театр – тормош көҙгөһө, тибеҙ. Ысынлап та, спектаклдәребеҙҙә ысынбарлыҡты күрһәтергә, замандаштарыбыҙ күңеленә рухи орлоҡ, өмөт һалырға тырышабыҙ. Әгәр ҙә улар беҙҙең тамашаларҙы күңеле аша үткәреп, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйлана икән, тимәк, башҡарған хеҙмәтебеҙ юҡҡа түгел.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН
әңгәмәләште
.

Көньяҡ Урал төбәгендә – Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаларында йәшәүсе ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Ниһайәт, Сибайҙа һеҙҙең яҡтың тормошон «Йәшлек» биттәрендә бөтөн тулылығында һәм даими сағылдырып барырлыҡ йәш журналист Данил Рәшит улы Әбделғазин үҙ хәбәрсе булып эшләй башланы, тип һөйөнөсләйбеҙ. Ни тиһәң дә, иң рухлы милләттәштәребеҙ йәшәгән был зона ҙур территорияны биләй. Редакцияла эшләүсе журналистарҙы унда ара-тирә командировкаға ебәреп кенә халыҡтың йәшәйешен, тын алышын, проблемаларын тулыһынса яҡтыртып булмай.
Йәш коллегабыҙ Данил Рәшит улы 1988 йылдың 8 ғинуарында Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында тыуған. БДУ-ның Сибай институтының филология факультетын 2011 йылда тамамлағандан һуң “Атайсал” гәзитендә хәбәрсе булып эшләй.
Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Данилға, 8-965-946-49-59, 8-927-951-81-21 телефон һандары буйынса шылтыратып, бирә алаһығыҙ. Әгәр кәрәкһә, ул тиҙ арала һеҙҙең мөрәжәғәт буйынса юлға сығыр йәки уны хәл итеү юлдарын урындағы етәкселәр ярҙамында табышыр. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле дуҫтар, әүҙемерәк булығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы