RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Юлдаш”һөйләй, йырлай һәм таланттарҙы асыҡлай

25.10.2013 “Юлдаш”һөйләй, йырлай һәм таланттарҙы асыҡлай

“Юлдаш”һөйләй, йырлай һәм таланттарҙы асыҡлай“Юлдаш” йыры” конкурсы иғлан ителгәс тә түҙем­һеҙләнеп яңы тауыштар көттөк. Профессиональ йырсылар барыбер ҙә сәхнәгә сыға, ә бына халыҡ араһынан таланттар эҙләү уғата яҡшы эш. Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған конкурс, “Юлдаш”тар үҙҙәре әйтмешләй, йәштәргә – оло сәхнәгә старт, өлкәндәргә йәшлек хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсегә әүерелде лә китте. Өҫтәүенә, төрлө һөнәр эйәләрен бер майҙанға йыйҙы, таныштырҙы, дуҫлаштырҙы, ҡанат ҡуйҙы.
Быйылғы конкурс февралдән октябргәсә дауам итте.
Беренсе турҙа радио тыңлаусылар СМС-хәбәрҙәр, шылтыратыуҙар, хаттар менән икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләне, икенсеһендә рәсми жюри ябыҡ ултырышта был турға тәҡдим ителгән яҙмаларҙы тыңланы һәм, ниһайәт, өсөнсө турҙа һығымта яһалды ла, еңеүселәр гала-концертҡа саҡырылды.
Ҡала мәҙәниәт һарайы гөж килде был кистә. Берәүҙәр яҡташтарын, туғандарын дәртләндерергә килһә, байтаҡ тамашасы таныш тауыштарҙың эйәләрен күреү өсөн махсус килгәйне. Хатта концерт башланғанын көтөп йөрөгәндә, бер нисә кешенең йырсылар менән түгел, ә тамашаны кемдәр алып барыуы менән ҡыҙыҡһыныуы ишетелде. “Мин әйтте тиерһең, Әхәт Мортазин буласаҡ!” – тине бер апай өҙөп. ”Йәштәр ҙә сығасаҡ сәхнәгә, үәт, күрер­һең, Наил Юнысов та, Мар­сель Байдәүләтов та алып барасаҡ”, – тине икенсеһе. Өсөнсөһө иһә Миләүшә Ғәлиеваның мөләйем йөҙөн күрергә, ихлас тауышын ишетергә форсат тейеүен белдер­ҙе. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла хаҡлы булып сыҡты. Фәрүәз Урманшин да, ваҡытында күп радио тыңлаусыны үҙенең “Күстәнәс”е менән һөйөндөргән Рөстәм Ғиззәтуллин да сыҡты сәхнәгә. Ә инде халыҡ араһынан табылған һәүәҫкәр йырсыларҙы тыңлап ҡына түгел, ҡарап һоҡланыу ҙа күңелгә ысын ял бирҙе.
“Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре үҙ тамашасыһы менән һәр саҡ уртаҡ тел табып, яҡыная белә. Был юлы ла бағыусылар ярҙамы менән күп кенә кешене ҡыуандырҙылар.
Гала-концертта ҡатнашыусыларға килгәндә, йәштәр сәхнәлә үҙен һыуҙағы балыҡтай тотто, тиергә була. Башҡарылған йырҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, ялҡытҡыс булманы. Әллә тауыштар сағыштырмаса яңы булғанға, әллә моң шулай тәьҫир итте – сығыштарҙың һәр береһе оҙаҡ алҡышланды.
Конкурс география йәһәтенән күптән Башҡортостан сигенән сығып китте. Быйыл ул Себер тарафтарын иңләгән, Италияға барып еткән. Республика райондарын алғанда ла, төрлө яҡтарҙың һәләтле тауыштары яңғырап торасаҡ радионан.
Ярыш булғас, уның еңеүсеһе лә билдәләнә. Шулай ҙа йыр-моңдо ныҡ айыра белгән халыҡ үҙенә оҡшаған йырҙарҙы йыш ҡына тиҙ үк ятлап алып башҡарып йөрөүсән, шулай популярлашып китә инде ул таланттар һәм уларҙың ижад емештәре.
Конкурстың иң юғары баһаһын – гран-приҙы Миәкә райо­нының Боғҙан ауылынан Мөхәммәт Садиҡов алды. Был ағай­ҙың йәштәрсә дәрт менән башҡарған йыры ҡолаҡта оҙаҡ сыңлап торҙо. Лайыҡлы тауышҡа лайыҡлы баһа булды.
Беренсе урында – Белорет ҡалаһынан Динар Ғәниев.
Икенсе урында – Хәлимә Ҡадирова (Төмән өлкәһе, Надым ҡалаһы), Ленар Солтанов (Баҡалы районы), Мират Хакиев (Стәрле­тамаҡ ҡалаһы).
Өсөнсөлә – Әлиә Хажиева (Кү­мертау ҡалаһы), Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Ләйсән Йән­бирҙина (Учалы районы), Регина һәм Венера Әхмәровалар (Стәр­лебаш районы).
Бынан тыш, конкурсанттар номинацияларҙа билдәләнде. “Тыуған яҡ һандуғасы” номинацияһы бөрйәндәргә бирелде. Улар – Йәғәфәр Нәҙершин (әле Сибайҙа йәшәй) менән Дилә Сәғәҙиева.
Денис Поляков (Белорет районы), Регина Вахитова (Борай районы), Рита Вахитова (Күмертау ҡалаһы) – “Өмөт” номинацияһы.
Үрҙә республиканан ситтә йәшәүсе йыр-моң һөйөүселәр ту­раһында әйтелгәйне. Төмән өлкәһенең Лянтор ҡалаһынан сағыу тауышлы Мәләүез ҡыҙы Айгөл Шағманова менән Италияның Венеция ҡалаһында эшләп йөрөүсе яҡташыбыҙ Рәфис Хөс­нөтдинов “Йыр ҡыҫҡарта алыҫ араны” номинацияһында билдәләнде. Уларҙың туған моңдарын яратыуына һоҡланырға ғына ҡала.
“Йырлы тормош” номинацияһында бүләкләнеүсе ҡыҙҙар хаҡында ла “Юлдаш”­тар йылы һүҙҙәр әйтте. Нурзилә Хызырова (Әбйәлил районы), мәҫәлән, ҙур сәхнәне яуларға, көсөн һынап ҡарарға райондан Өфөгә күсеп килһә, конкурс башланғанда ауылда тәрбиәсе бу­лып эшләүсе Оксана Хәйретдинова (Сала­уат районы) ра­йон мәҙәниәт йорто етәксеһе булып киткән.
Конкурсанттарға бағыу­сылар әҙерләгән бүләктәр ҙә тапшырылды.
Әйткәндәй, гала-концерттың икенсе көнөндә тамашасылар “Юлдаш” хит-парадының иң сағыу “йондоҙ”ҙары Рәүилә Мәсәлимова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Бикти­мерова, Хәсән Усманов, Бибисара Азаматова, Радмир Туйсин, Рәил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Ғайсар Миңлеғолов һәм башҡа башҡарыусыларҙың сығыштарын тыңлап кинәнде. Роберт Юлдашев, уның “Ҡурайсы” төркөмө менән Ҡазандан килгән, дөрөҫөрәге, ҡайтҡан махсус ҡунаҡ Рөстәм Асаевты (беренсе көндә генә булды) устарын ауырттырғансы ҡул сабып оҙаттылар.
Алдарына маҡсат ҡуйып конкурсҡа килеүселәр башҡаларға ла һынауҙар алдында баҙап ҡалмаҫҡа тәҡдим итә. Көтәбеҙ, “Юлдаш”та яңы тауыштар, яңы моңдар көтәбеҙ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы