RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

05.09.2013 Беҙҙең кумирҙар

Сәнғәт кешеләре, йырсылар сәхнәнән киткәс тә ғүмер буйына уны һағынып йәшәй, тиҙәр. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ – танылған сәхнә ветерандары. Үҙҙәренең ижад юлдарын тамамлап, хаҡлы ялға киткән пенсионерҙарҙы халыҡ та, сәхнә лә һағына. Үткән дәүер йырсыларының моңло халыҡсан йырҙарын үҙ итеүсе һәм яратып тыңлаусы гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа, һис шикһеҙ, түбәндәге сәхнә оҫталарын һағыналыр. Ә улар, үҙ сиратында, сәхнәне һәм тамашасыһын юҡһына.

Мәғфирә Ғәлиева,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
Беҙҙең  кумирҙар
– Мин биш йәшемдән алып йырсы булырға хыялландым. Олатайымдың патефоны булды, Тамара Ханумдың барлыҡ йырҙарын отоп алып, ауылдаштарым алдында башҡара инем. Ғүмеремдә 60-тан ашыу төрлө милләт йырҙарын йырланым. Уларҙы, хәлдән килгәнсә, сит илдәргә барып өйрәндем, барыһын да үҙ көсөм менән башҡарҙым һәм күтәрелдем. Тик минең тура һүҙле булыуым күптәргә оҡшамай ине, пенсияға сыҡҡанда исемем дә булманы хатта. Әсе теллеләр уңайы сыҡҡан һайын төрттөрөргә онотманы.
Әлеге ваҡытта сәхнә бик һағындыра, әлбиттә. Үҙемдең үткән тормошом, йәшлегем, һөнәрем хаҡында китап яҙам. Тик тормош иптәшем вафат булған көндө минең тауышым юғалды һәм бер күҙем күрмәҫ булды. Шуға күрә яҙыуҙан туҡтап торорға тура килде. Йыш ҡына дауаханаларҙа күҙемде дауалатып ятып сығам. Ләкин ҡартлыҡты ҡәҙерләп ултырғаным юҡ – бик йыш осрашыуҙарға йөрөйөм, һәр саҡ дуҫтарым шылтыратып, төрлө сараларға саҡыра. Ошо арала ғына әхирәттәрем Гөлфиә Юнысова, Мәрйәм Бураҡаева үҙҙәренең юбилей кисәләренә саҡырҙы. Оҙаҡламай тыуған яғым Ейәнсураға юл тоторға иҫәбем. Унда мине мәктәп балалары осрашыуға көтә. Сит илдәрҙә нисек белем алыуҙары хаҡында һөйләүемде улар бигерәк ярата (илдәр буйлап күп йөрөгәс, был хаҡта яҡшы беләм), әкрен генә тауыш менән йырлап та ебәрәм. Театрҙар миҙгеле асылыу менән спектаклдәргә йөрөй башлаясаҡмын.

Фәрит БИКБУЛАТОВ,
Башҡортостандың халыҡ артисы:
Беҙҙең  кумирҙар
– Сама менән биш йыл концерттарға йөрөгәнем юҡ. Хәҙер ни тамашасылар ҙа концерттарға йүнләп килмәй, ти бит. Ә совет осоронда артистың артынан тамаша ҡуйҙыртыу өсөн йүгереп йөрөнөләр. Һәр замандың үҙ “йондоҙ”ҙары була, тамашасылар ҙа, шулай уҡ, осорона ҡарап айырыла. Бөгөнгө концерттар хаҡында Гөлсөм һеңлемдән белешеп, һорашып торам, эстрада яңылыҡтары тураһында һәр саҡ хәбәрҙармын.
Фәрит Бикбулатов нимә менән шөғөлләнә, тигәнгә, ай һайын пенсия алып, магазин һәм дарыухана араһында йөрөп туҙҙыра, тип яҙығыҙ (көлә). Өйҙә ултырып ялҡып кителһә, ауыл яғына юл тотам. Пенсияға сыҡҡас, таксиҙа ғына елдерермен, тип һис тә уйламаным, Йылайырға йыйынһам, таксистар күп бит хәҙер, шылтыратыуың була, килеп тә етәләр. Йәки хәләл ефетем Әлиә Ғәйфулла ҡыҙы менән Мәскәүгә барабыҙ. Ҡатынымдың унда ла фатиры бар, ул оҙаҡ йылдар илдең баш ҡалаһында эшләне. Беҙ Әлиә менән 1982 йылда уҡ танышҡайныҡ, хәҙер мин, еңгәгеҙҙе Мәскәүҙең үҙенән үк урлап алып ҡайттым, тип шаяртырға яратам.
Балалар, туғандар менән аралашыуҙар, ижадымды һөйөүселәрҙең, хәлемде һорашып, йыш шылтыратыуы күңелде үҫтереп ебәрә. Күңелгә ныҡ моң тулышып, сәхнәне юҡһынып киткән саҡтарҙа фатирҙы яңғыратып йырлап ебәрәм. Көн дә тиерлек Салауат Юлаев һәйкәле янына сығып, саф һауала йөрөйөм. Һаулыҡ, автограф һораусылар бик күп, янымдағы ҡатыным, һине һаман онотмайҙар, тип ҡыуанып китә.

Асия СМАҠОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
Беҙҙең  кумирҙар
– Яҡты донъялағы һәр көнөмә ҡыуанып, йәшәүҙе оло бәхеткә тиңләйем. Хоҙай мине яҡын кешеләремдән иртә айырһа ла – әсәйем дә, Илфаҡ та йәшләй гүр эйәләре булды – балаларым, туғандарымдың иҫән-һау булыуына шатмын. Сығыштарымды һәр саҡ урын-еренә еткереп башҡарҙым, сөнки ирем сәхнә эшенә талапсан булды, вафатынан һуң да, Илфаҡ мине өҫтән күреп ҡыуанһын, тип тырыштым. Был минең ғәҙәтемә ингән – һәр йырыма күңел йылыһын ҡушып, тамашасыға оло хөрмәт менән еткерергә күнеккәнмен. Бөгөн дә ижадым туҡтамай, мәҫәлән, иртәгә Иҙрис Кәлимуллин менән Ҡыйғы районына йыйынабыҙ. Тағы ла концерттарҙа ҡатнашырға бик күп саҡырыу алам, быға тиклем Айҙар Фәтхетдинов, Радик Динәхмәтов, Ғәзим Ильясов кеүек йырсылар менән гастролдәрҙә йөрөнөм. Башҡор­тостан, Татарстан, Силәбе өлкәһендәге бик күп ауылда сығыш яһап, тамашасылар менән осрашыу бәхетенә ирештем. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр, йөрөп, йыр һөйөүселәрҙең мөхәббәтен тойоп, бынан көс-бәрәкәт алыуға ни етә! Уҡытыусым, бик күп йырсы үҫтереүсе Миләүшә Мортазина быға тиклем, Асия, һин 75 йәшкә тиклем йырлаясаҡһың, тип юрай ине, ә хәҙер, үлгәнсе сәхнәнән төшмәҫһең, тип шаярта.
Илфаҡ ғаиләбеҙҙе йәй һайын диңгеҙ буйына алып йөрөнө. Бер кварталға теүәл 51 концерт, планыбыҙҙы үтәйбеҙ ҙә, ял итергә китә инек. Был йола һаман да һаҡлана, Айһылыу ҡыҙым менән сит илдәрҙә йөрөп ҡайтырға яратабыҙ. Ул талантлы пианистка, үҙен бик күп конкурстарға саҡырып торалар, халыҡ-ара бәйгеләрҙә яңынан-яңы еңеүҙәр яулап ҡыуандыра.

Фәнүнә СИРАЖЕТДИНОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
Беҙҙең  кумирҙар
– Әлеге ваҡытта дыу килтереп баҡсала помидор йыйып йөрөйөм. Эй, быйыл емеш-йәшелсәнең емерелеп уңыуы! Иҫәнлектә-татыулыҡта ашарға яҙһын. Һуңғы арала ҡулымдан эш төшөрмәҫкә тырышам. 30 йылдан ашыу йәшәгән ҡәҙерле иптәшем (Иршат Сиражетдинов – атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, режиссер – авт.) гүр эйәһе булғас, бер ҡанатым һын­ған кеүек. Барлыҡ һыҙланыу-һағыныуҙарымды эш менән баҫам. Көн дә иртәнсәк фотоһүрәтенә ҡарап: «Сәләм, Иршатым! Хәлдәрең нисек? Минеке бик яҡ­шы», – тип һыр бирмәй һөйләшәм, үҙемдең күҙҙәрем тулы йәш. Ярай әле, янымда балаларым бар, уларға әүрәп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, дәрт-дарман да етерлек – күптән түгел фатир алмаштырҙым. Ғөмүмән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып тороусы кеше булараҡ, үҙ ғүмеремдә алты тапҡыр фатир алмаштырҙым (көлә). Ғ. Әлмө­хәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә уҡытам, әгәр ҙә ҡасандыр йырсы булып китмәһәм, мотлаҡ уҡытыусылыҡты һайлар инем. Бәйләргә, сигергә, гәзит-журнал уҡырға яратам.
Концерттарҙа ҡатнашырға әллә ни йыш саҡырмайҙар, саҡырыу булһа, оло теләк менән барам, әлбиттә. Сәхнә – йәшлек менән йәмле бит ул, унан үҙ мәлендә китә белергә кәрәк. Фәриҙә апай Ҡудашеваның һүҙҙәре иҫкә килеп төшә. «Йырымды тыңлау урынына, был ҡарсыҡтың нисек йырларға хәле бар икән, тип уйлап ултыраһығыҙмы?» – тип шаярта торғайны. Бөгөнгө эстрада миңә бик тә оҡшай, тырыш, үҙ репертуары өҫтөндә эшләй белгән йырсылар күп хәҙер, элекке кеүек бер нисәү генә түгел. Мин, мәҫәлән, Ғәзим Ильясов, Гөлсөм Бикбулатова, Әлим Ҡәйүмов һәм башҡалар­ҙың ижадын үҙ итәм.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы