RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хыялдарға ҡурҡмай ынтылғанда

26.07.2013 Хыялдарға ҡурҡмай ынтылғанда

Хыялдарға ҡурҡмай ынтылғандаБөгөнгө тормоштағы тиҙлектәр, йәмғиәттә кешелек өсөн ҡиммәтле күренештәргә баһаның үҙгәреүе кешенең ынтылыштарына, ҡуйылған маҡсатына бик ныҡ йоғонто яһаны. Баҙар шарттарында аҡсаның дәрәжәһе күтәрелде, йәштәрҙә, байтаҡ йылға тоҫмаллап алған белемең буйынса үҙеңде танытыу, үҫеүгә ҡарағанда, модалы кейем-һалымға, машиналы булыуға, бер һүҙ менән әйткәндә, матди өҫтөнлөккә иғтибар нығыраҡ. Хәҙерге студенттар бынан ун йыл элек юғары уҡыу йортона килгән студенттарҙан ныҡ айырыла. Шулай ҙа араларында профессиональ юғарылыҡҡа ынтылыштары булғандары күңелде һөйөндөрә. Һөнәр менән бергә, кешелек ҡиммәттәрен һаҡлап, милләттең иң яҡшы сифаттарын заман шарттарына ҡулайлаштырып, донъя кимәлендәге юғарылыҡҡа, ка­миллыҡҡа юл ала улар. М. Ғафу­ри исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артисы Урал Әминев тап шундайҙарҙың береһе.

2002 йылдың август аҙағы минең педагогик тормошомда ҙур һынылыш осор булды. Уйламағанда Мәскәүгә М. Щепкин исемендәге данлыҡлы театр институтында уҡытырға тигән тәҡдим алдым. Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мәс­кәүгә артист һөнәренә уҡырға юлланыу­сы йәштәр, уларҙың ата-әсәләре менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Теүәл илле йылдан һуң республикабыҙ талантлы егерме ете йәш кешене баш ҡалаға уҡырға ебәрҙе. Тулҡынландырғыс һәм яуап­лы мәл ине был. Телевидение, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, хөкүмәт вәкилдәре килгән. Биш йылдан һуң тоҡанасаҡ сәхнә “йондоҙ”ҙарын һәр кемдең күреп ҡалғыһы килгәндер. Күмәк кеше араһынан минең күҙемә баҙнатһыҙ, ябыҡ ҡына, буйсан бер үҫмер салынды. Ул сығышы менән Бөрйән районынан. Урал Әминев тип таныштырҙылар. “Урал батыр” эпосын дүрт телдә шартлатып һөйләп, сәсәнлек бәйгеһендә беренсе урынды алған егет булып сыҡты.
Мәскәү егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Бөрйән районының Кейекбай ауылынан килгән Урал Әминев русса ауыр һөйләшә ине. Шуға күрә Мәскәүҙән бер аҙ баҙап ҡалғандай булды. Мин уға: “Бындла русса йүнләп белмәгән кешеләр аҙым һайын, берәү ҙә унан оялып тормай. Өйрәнерһең әле”, – тинем. Мәскәүгә рус мәҙәниәтен, рус телен өйрәнеү өсөн белем эстәргә киләләр икәнен дә төрлө миҫалдар менән раҫлап һөйләп бирҙем. Урал иҫ киткес ныҡ тырышлыҡ менән артист һөнәренә өйрәнергә теләне. Дәрес ҡалдырыу, берәй сәбәп тапҡан булып, дәрескә әҙерләнмәй барыу уның өсөн бөтөнләй ят нәмә ине. Беренсе көндәрҙән үк бик тырышып дәрескә йөрөй башланы. Ашарға бешерергә өйрәнеүҙе лә артыҡ яуап­лылыҡ тойғоһо менән еренә еткереп эшләргә тырышты. Ваҡ-төйәк өсөн кем менәндәр асыуланышып, даулашып йөрөгәнен дә хәтерләмәйем. Ни булһа ла, аптырап ҡарап, көлөп кенә ҡуйыр ине. Беренсе курстың тәүге семестрында актер оҫталығы дәрестәре буйынса “Минең яратҡан шөғөлөм” тигән темаға имтихан бирҙеләр. Кемдер балта менән эш итә, кемдер туҡмас киҫә, рәсем төшөрөүселәр ҙә бар. Урал Әминев умарта тәрбиәләүҙе еренә еткереп баш­ҡар­ҙы. Ул сығышына һәр тейешле әйберҙе килтергән, һәр нәмәгә ҡулдары килешеп тора. Бөрйән урманы ғына етмәгәндәй тойолдо. Педагогтар уның тураһында бик оҙаҡ фекер алышты. “Из этого юноши толк будет. Он не пренебрегает мелочами. Он умеет жить в заданной ситуации, ему веришь!” – тинеләр. Урал бар донъяһын онотоп уҡыны. Этюдтар булһынмы, бейеү буйынсамы, фехтованиемы, сит тел дәрестәреме – уҡыу сәхнәһе бушағанын көтөп тороп, ярты төн ауышҡансы ҡабат-ҡабат репетициялар эшләр ине. Үҙенә талаптары бик юғары булғанға шулай тырышты ул. Ял көндәрендә француз телен, пианинола уйнарға өйрәнергә тырышып ҡараны. Әгәр уға ҡала балаларына эләккән шарттар булһамы... Хәйер, ул ваҡытта беҙ белгән Урал Әминев була алмаҫ ине. Сөнки тәбиғәт матурлыҡтарына күмелеп, тәбиғи мөнәсәбәттәр, асыштар менән йәшәгән үҫмер Уралдың күңеле ап-аҡ ҡағыҙ битендәй ине. Мәскәү педагогтары уға үҙен асырға, табырға, шул аҡ ҡағыҙға үҙ ижади биографияһын яҙырға юл асты. Һәләте янына тырышлығы, маҡсат ҡуя белеүе, сәхнәне иҫе китеп яратыуы, үҙен был донъяла башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтермәүе һөҙөмтәләрен бирҙе. Диплом спектаклдәрендә Урал Әминев төрлө жанрҙарҙа уйнап ҡараны. Уның өсөн драма, комедия, водевиль бер үк кимәлдә аңлайышлы һәм отошло, һәр береһендә үҙенсәлекле ҡабатланмаҫ Урал була алды. Мәскәүҙә уҡыған сағынан уҡ сәхнәне үҙ стихияһы итеп йәшәй белде ул. Илке-һалҡы йөрөүселәрҙе аңлай алманы. Хатта уларға арнап “Сәхнәнән ҡурҡҡан һабаҡташыма” тигән шиғыр ижад итте:
Сәхнәлә йөрөү еңел, тип
Кем әйтә алыр икән?
Сәхнә тиеп сирләмәгән
Унда һуң ҡалырмы икән?
Унда ялҡауҙар йөрөй, тип
Уйлай ҡайһылар, беләм.
Сәхнә йондоҙо булалмай
Йәшләй сәхнәнән биҙгән.
Үҙ-үҙеңде йәлләмәйсә
Эшләргә кәрәк унда.
Йөрәк кәрәк, теләк кәрәк,
Шул булһа, тимәк, уңдың.
Төшөңдә лә, өнөңдә лә
Сәхнәләрҙән юҡ ялдар...
Түҙемле, ныҡыш, уңғандың
Теленән тамыр балдар.
Уңыштарға, алҡыштарға
Әле һалына һуҡмаҡ.
Сәхнә – яҙмыш, ул аяуһыҙ,
Сәхнә башыңа туҡмаҡ.
Өфөлә уны иң абруйлы театрыбыҙға эшкә алдылар. Ал-ял белмәйенсә Урал Әминев үҙенең ижади хеҙмәт биографияһын яҙа башланы. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмай, һәр мөмкинлекте ижади йөҙөн асыуға бағышлай. Мин уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
– Уҡып бөткәнеңә етенсе йыл, улар нисек үтте тип уйлайһың?
– Башҡортостандың сәнғәт донъя­һында үҙ урынымды таптым. Тәбиғи һәләтемде нығыраҡ аса башланым. Баҙнатһыҙлығым батырайып китте, ҙур сәхнәгә өйрәнеү, аяҡ баҫыу яуаплы, шуға мин үҙ өҫтөмдә ныҡлап эшләнем. Республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашыу теләгенә лә ирешеп өлгөрҙөм. Йыл һайын актер­ҙар йортонда үткәрелгән “Сәсән” шиғыр бәйгеһендә ҡатнашып, “За глубокое прочтение классики” тигән диплом алдым, 2010 йылда “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында ҡатнашып, 1-се урын­ға лайыҡ булдым. Әйткәндәй, был конкурста ҡатнашып, үҙемә генә тәғәйен ике яңы бейеү эшләттем. “Бишбармаҡ” менән “Бабич ялҡыны” тигән бейеүҙәрҙе әле һаман да яратып бейейем. Балетмейстерым – Сулпан Асҡарова. Башҡорт фильм­дарында ла төшөп өлгөрҙөм: “Минең йондоҙом”да (режиссеры Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева) Таһир ролен башҡарҙым. Геройым – ауылдан сыҡҡан, ҡалала йәшәү тәжрибәһе булмаған башҡорт малайы. Мин уны шул тиклем аңлап уйнаным, Өфөгә ынтылған үҫмерҙәрҙе Таһирҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа саҡырам. “Ер менән күк араһында”, “Ҡышты кем урлаған?” (режиссеры Гәүһәр Батталова) таҫмаларында ла ролдәрем булды.
– Һин Мәскәүҙә уҡығанда ла фильмдарға төшөргә йөрөй инең...
– Мәскәүҙә “Солдатский декамерон” (режиссеры Андрей Прошкин) фильмында Щагенцуков ролен башҡарҙым, шунан күптәргә билдәле “Саша+Маша” сериалында ҡатнаштым.
– Театрҙа ниндәй ролдәр уйнаның? Иң беренсе үҙ аллы ролең хәтереңдәме?
– Театрҙа башҡарған беренсе ролем “Серле көршәк” әкиәтендә Язид образы булды. Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса яҙылған был әкиәт менән беҙ Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Арлекин” фестивалендә еңеүсе булдыҡ. Һәм нимәһе ҡыуаныслы: уны беҙ әле булһа ла уйнайбыҙ. Ғөмүмән, әкиәттәргә килгәндә, театрҙа ҡуйылған “Буратино” (режиссеры Айрат Әбүшаһманов) әкиәтендә – Пьеро, ”Мау­гли”ҙа (режиссеры Илсур Ҡа­ҙаҡбаев) хатта өс образды башҡарам.
Ҙур сәхнәлә Тәнзилә Дәү­ләтбирҙинаның “Минең ғаиләм” спектаклендә Азат образын бик тулҡынланып башҡарҙым (режиссеры Айрат Әбүшаһманов). Мәскәү режиссеры, беҙҙең яҡташыбыҙ Нәркәс Искәндәрова ҡуйған “Хәйерле иртә, Энид!” спектаклендә Поллакты уйнайым. Был спектакль Ҡазан ҡалаһында үткән гастролдә тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды. Әйткәндәй, ошо спектаклдәге ролем өсөн миңә “Приз памяти Юрия Терешкина” тигән диплом тапшырылды. Яратып башҡарған ролдәремдең береһе – Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Диуана образы. Сәхнәлә Мостай ағайҙың һүҙҙәре менән һөйләшеү миңә ҙур кинәнес булды. Студент саҡтан уҡ уның ижады, шәхесе менән яҡшы таныш инем. Бейергә яратҡанымды белеп, миңә быйылғы миҙгелдә Айрат Әбүшаһманов Рудольф Нуриев образын ышанып тапшырҙы. Спектакль “Руди never of” Ҡазан ҡалаһында шулай уҡ ҙур ҡаҙанышҡа һәм тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды.
– Урал, һин сәхнәлә ысын балет артисы һымаҡһың. Шундай актер оҫталығына, бейеү техникаһына нисек өйрәндең?
– Мин Р. Нуриев исемендәге балет мәктәбенә шөғөлләнергә йөрөнөм. Иң бәләкәстәр янына ҡуйһалар ҙа, оялып торманым. Бер аҙҙан мине олораҡтар янына ҡуйҙылар. Көн һайын эшкә тиклем иртәнге сәғәт һигеҙҙән беҙ иптәштәрем менән бергәләп мәктәптең көҙгөлө репетиция залында баҫып торор инек. Аяҡтарым иҙелеп, бармаҡтарым ҡанап сыҡҡансы шөғөлләндем. Сәмләнеп, ныҡышып йөрөнөм. Р. Нуриев балет һөнәрен үҙләштерә башлағанда ун етелә булған, ниндәй камиллыҡҡа үҫә алған, тип уйланым. Тамашасы һәйбәт ҡабул итте, хеҙмәттәштәрем дә юғары баһа бирҙе. Беҙҙең халыҡтың “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигән мәҡәле юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр.
– Быйылғы миҙгелде нисек тамамланың? Уңыштарың күп булды тип уйлайһыңмы?
– Мәскәүҙә бергә уҡыған иптәштәрем араһынан режиссерҙар ҙа үҫеп сыҡты. Миҙгел тамамланып килгәндә бергә уҡыған курсташым Илсур Ҡаҙаҡбаевтың “Экспе­ри­мент” тигән диплом спектаклендә төп ролде – Тимур тигән йәш егет ролен уйнаным. Һабаҡташым ҡуйған спектаклдә уйнау миңә үҙе бер бәхет булды.
– һин әсәйеңде айырым бер нескә тойғолар менән ярата инең. Мәскәүҙә беренсе айҙарҙа: “Көн һайын “әсәй” тип әйтеп өйрәнгәнмен, шулай тип өндәшер кешем булмағас, һеҙгә “әсәй” тип әйтергә рөхсәт итегеҙ әле”, – тигәйнең. Миңә һинең шулай тип әйтеүең бик оҡшап ҡалды. Яңы йылға тиклем беҙҙең мөнәсәбәттәр шулай дауам итте. Әсәйең артист булыуыңа нисек ҡарай? Яңы эштәреңде ҡарар­ға киләме?
– Мин әле лә әсәйем өсөн йәнемде бирергә әҙермен. Уның баһаһы, фекере минең өсөн бик мөһим. Һәр премьераға килә ул. Р. Нуриев тураһындағы спектаклде сығарғанда Мәскәүҙә ағайымдарҙа ине. Премьера көнөнә махсус ҡайтып төштө.
– Өфөгә ҡайтҡас, яңы дуҫтар таптыңмы? Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?
– Өфөгә ҡайтҡас, бик ҡыҙыҡлы йәштәр төркөмө менән дуҫлаштым. Беҙ күмәкләшеп Башҡор­тостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Төркөмдә төрлө һөнәр кешеләре, эсмәйҙәр, тартмайҙар. Тауҙарға менәбеҙ, йылғаларҙан һал менән ағабыҙ, төрлө ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнәбеҙ.
– Тағы ниндәй хоббиҙарың бар? Мәскәүҙә икмәк, картуф ҡолаҡсыны бешергәнеңде хәтерләйем...
– Мандолинала уйнарға өйрәнәм, һүрәт төшөрәм, барса актерҙарҙың портреттарын эшләп сыҡтым. Умарта ҡарарға яратам. Тәбиғәтте тәрәнерәк аңларға өйрәнәм. Ши­ғырҙар яҙам. Йырлайым. Бейейем. Бешеренеү ҙә бик ҡыҙыҡлы шөғөл. “Тәмле” тапшырыуында “картуф ҡолаҡсыны” бешереп күрһәттем. Мәскәүҙән ҡайтҡас, ауылда үҙ ҡулдарым менән бәләкәй генә өй һалдым. Дуҫтарым килһә, бер кемде лә борсоп тормайҙар, үҙ аллы миндә ял итәләр.
Бына шундай заманса егет ул Урал Әминев.
Йәш ваҡытта хыялланған ҙур эштәрҙе ҡыйыуҙар ғына тормош­ҡа ашыра, ә Уралдың балалыҡ, йәшлек хыялдары тормошҡа ашҡан. Әгәр уның ижади емештәре юғары баһаланып, республикабыҙҙың аб­руйлы Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгән икән, Урал Әминев был премияға ысынлап та лайыҡ.

Рәсимә УРАҠСИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәҙәниәт
хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы