RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алмастың «Алмаслы төн»өнән ситтә ҡалмағыҙ!

26.07.2013 Алмастың «Алмаслы төн»өнән ситтә ҡалмағыҙ!

Алмастың «Алмаслы төн»өнән ситтә ҡалмағыҙ!Башҡорт эстрадаһында бе­рен­се­ләрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем тамашасыһына тоғро ҡалған «Ант» төркөмөнөң етәксеһе, солисы Алмас Ғафаров үҙенең 45 йәшен билдәләй.
20 йыллап сәхнә түренән төшмәгән «Ант» төркөмө төрлө осор­ҙа маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Шулай ҙа төркөм етәксеһе Алмас Ғафаров тамашасы һөйөүен иң ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләй.
Юбилей уңайынан уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– 45-кә еткән ҡатын-ҡыҙҙы еләккә тиңләйҙәр, ә ир-атты нисек атарға?..
– Ир-егеттең дә еләкле ваҡыты ул – 45 йәш! (Көлә). Ысынлап та, ирҙең иң матур, аҫыл осоро тип әйтер инем. Сөнки был йәштә көс тә, дәрт тә бар. Быларға абруй һәм тәжрибә өҫтәлә. Эше лә, Аллаға шөкөр, китеп бара. Самай маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра торған мәл ул.
– Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ?
– Бала сағымда телевизорҙан тәү тапҡыр Демис Руссос исемле грек йырсыһын күреп ҡалғас, тыныслығымды юғалттым. Тап уның кеүек моңло тауышлы йырсы булырға теләнем. Шулай итеп, сәхнә – минең бала саҡ хыялым. Мәктәпте тамамлағансы дзюдо менән дә шөғөлләндем, спорт та минең тормошомда оло әһәмиәткә эйә, тимәксемен. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында, параллель рәүештә БДУ-ла тарих факультетында белем алдым.
– Һеҙ ҡасандыр нисек сәхнәгә етди костюм-галстук-күлдәктә килеп сыҡҡанһығыҙ, һаман да ошо уҡ «форма»ла сығыш яһай­һығыҙ. Башҡа артистар кеүек ялтыр-йолтор кейемдәрҙә йырлау теләге юҡмы ни?
– «Ҡыш бабай» йырын башҡар­ғанда Ҡыш бабай кейемендә сыҡҡаным булды! (Көлә). Уйла­уымса, кейемгә ҡарағанда йырсынан тамашасыға ниндәй энергия сыға – шул мөһимерәк. Өҫ кейеме лә ҙур мәғәнәгә эйә, әлбиттә. Урыҫтар әйтмешләй, кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар. Халыҡҡа һин ниндәй мәғлүмәт еткерәһең, ниндәй күңел менән башҡараһың – быларҙы мин костюмға ҡарағанда күпкә өҫтөн тора тип һанайым.
– Тыуған көнөгөҙҙә лә тамашасыларға бүләк әҙерләгәнһегеҙ, ти бит…
– Тыуған көнөмдө Ейәнсура районында билдәләмәксемен. Ни тиһәң дә, был яҡтарҙа дуҫтарым бик күп. 27 июлдә – Саҙалыла, 28 июлдә Иҙәштә «Ант», «Ҡышҡы йәйғор», «Уралтау» төркөмдәре, «Йәш­лек» гәзите хеҙмәткәрҙәре, дуҫтарым, урындағы һәүәҫкәр артистар менән ҙур концерт менән сығыш яһаясаҡбыҙ, тамашанан һуң барыһын да дискотекаға саҡырабыҙ.
– Ә үҙегеҙ ниндәй бүләк алыр­ға теләр инегеҙ?
– Минең өсөн әсәйемдең, яҡын туғандарымдың, дуҫтарымдың иҫән-һау булыуынан да ҙурыраҡ бүләк юҡ.
Л. ТАШБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы