RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡурай моңон донъя кимәлендә яңғыратты

12.07.2013 Ҡурай моңон донъя кимәлендә яңғыратты

Ҡурай моңон донъя кимәлендә яңғыраттыЙәмле Йылайыр йылғаһы ситенән, таяҡты ат итеп алып, һыуҙы сәсрәтә-сәсрәтә бер малай йүгерә. Үҙе шатлығынан ҡысҡыра, көлә. Йүгереп туйғас, ҡояшҡа күҙен ҡыҫып ҡарап, моңло итеп йырлап ебәрә. Йырҙы ла атаһынан отоп алғайны… Күңелендә тик торасы.
Был − минең ҡустым Ишморат, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып буй еткер­ҙе.
Ҡустым тим, сөнки уның өләсәһе Фатима Ғәниева менән ҡартәсәйем Файза Һеләү­һенова бер туғандар.
Ишморат Илбәков Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында кинйә, һигеҙенсе бала булып донъяға килә.
Флүрә апай (Ҡәйүм олатайҙың беренсе ҡатынынан булған ҡыҙ) Анновкала йәшәй, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе, Миңнур апай (Ырыҫбикә инәйҙең эйәреп килгән ҡыҙы) Ғәлиәхмәттә йәшәй – һигеҙ балаға ғүмер бирҙе, уртаҡ балалары – Сәйҙә апай Свердловск өлкәһенең Качканар ҡалаһында ғүмер итә, Вәсилә апай, Мәүлиҙә апай, Мәмдүҙә Сибай ҡалаһында йәшәһә, Ислам ағай еңгәй менән Ғәлиәхмәттә матур итеп ғүмер кисерә.
Ғәлиәхмәттә һигеҙ класты тамамлаған егет Өфө музыка училищеһының вокал бүлегенә юллана, тик күңеле ҡурайға тартылған үҫмерҙе ҡурай бүлегенә күсерәләр. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙен һәләтле ҡурай оҫтаһы итеп күрһәтә һәм, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү менән ҡайта. Мәҫәлән, Ҡыҙыл ҡалаһында «Ҡоолай» фестивалендә – лауреат, Ленинградтағы конкурста дипломант була, «Олимпиада − 80»-дең мәҙәни программаһында һәм ХII халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестивалендә ҡатнаша.
Уҡып бөткәс, Ишморатты «Йәдкәр» фольклор ансамбленә ҡурайсы итеп эшкә алалар. Тик ике ай эшләгәс, 1982 – 1984 йылдарҙа уны әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Ҡайтҡас, шул уҡ «Йәдкәр»ҙә эшләй. Белемен камил­лаш­тырыу, ҡурайҙа уйнауын һөнәри дәрәжәгә еткереү маҡсатында 90-сы йылдарҙа Ҡаҙағстанда консерваторияла уҡый. Өфө сәнғәт институтында ла бер аҙ эшләп алды.
Ул музыка училищеһында уҡыған саҡта, мин институтта белем ала инем. Шәмбе, йәкшәмбе көндәре беҙгә килеп, ҡыҙҙарға ҡурай уйнай торғайны. Салауат һәйкәленә барып, гармунға башҡорт, татар егет-ҡыҙҙары бейеп йөрөһәк, ваҡыт һуң, таралығыҙ, тип милиция ҡыуһа, етәкләшеп ҡайтып барабыҙ ҙа, милиция китһә, Ишморат еңенә йәшереп тотҡан ҡурайын сығара ла, йәнә һәйкәл эргәһендәге майҙанға барып, бейергә тотонабыҙ.
Бер көндө килеп инде лә: «Апай, әйҙә урам­ға сығайыҡ әле», − ти. Үҙе серле йылмая. Гөлнур әхирәтем менән өсәүләшеп урам­ға сығабыҙ. Әҙерәк барғас, «Апайҙар, йыр яҙҙым», − тигән була. «Атаҡ, йырлап күрһәт, әтеү», − тим. Һәм ул беҙгә «Ғәйепләмә мине, ғәйепләмә» тигән йырын йырлап ебәр­ҙе. Кешеләр аптырап беҙгә ҡарай, ҡайһылары йылмайып үтеп китә. Шулай итеп, беҙ ул йырҙы өйрәнгәнсе урам буйлап йөрөнөк.
Ул шул тиклем шат күңелле, йор һүҙле, ихлас кеше. Нимә уйлап тора, шуны кешегә әйтә лә ҡуя. Көйәләнһә лә, эстән генә янып көйә. Анау ишҡурайын уйлап табып уйнай башлағас, эй, көнләшкән кешеләр булдымы, кемдәр булғандыр инде, ишҡурай тирәһендә бәхәс ойоштороп ебәрҙеләр. Шул осорҙа ҡустығынамдың көйөнөүе...
Беҙҙә бәғзеләр инде, берәү алға китә башлаһа, башына «һуғып» төшөрөп ҡуя. Күпме талантлы кеше шулай итеп юғалып ҡалды. Тик ҡустым бирешмәне, сөнки эргәһендә уны аңлаған, уны күтәргән дуҫтары, туғандары һәм әлбиттә, ғаиләһе − ярат­ҡан киленебеҙ Франгизә, ҡыҙыбыҙ Зөлхизә булды. 2010 йылда ныҡ ауырып киткәндә лә, туғандарҙан башҡа, Иш­мораттың ҡурайына, моңона ғашиҡ кешеләр ярҙам ҡулы һуҙып, ҡан бирҙе. Рәхмәт инде уларға!
Хәҙер инде ауыр саҡтар артта ҡалды, ҡустым аяҡҡа баҫты. Киленгә рәхмәт, Ишморатты балаһын ҡараған кеүек ҡарай.
Яңыраҡ ҡустыма 50 йәш тә тулды. «Шунан, беҙ ҡартаймай, кем ҡартайһын инде», − тигән кеүек, олоғаябыҙ.
Ишмораттан башҡа туғандарым да матур итеп йырлай.
Мәмдүҙә Сибайҙа «Миләш» исемле ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле һәм «Азамат» исемле ир-егеттәр ансамбле төҙөп, матур итеп эшләп йөрөй. Үҙе лә йырҙар ижад итә. Ғаиләлә Сәйҙә апай өҙҙөрөп гармунда уйнай. Был, әлбиттә, йыр-моңға тулы хисле атайҙан һәм әсәһе яғынан бирелгән һәләттер тип уйлайым, Ғәйнулла олатайым Ғәниев та районыбыҙҙың данлыҡлы ҡурайсыһы ине (артистарың ары торһон).
Зөлхизә ҡыҙыбыҙ Мәскәүҙә йәшәй, кейәүҙә. Рухлы, һәләтле, уңған ҡыҙ булып үҫте.
Ислам ағайыбыҙ ауыл халҡы эшһеҙ яфаланған мәлдә юғалып ҡалмай, атаһының кәсебенә тотондо, хәҙер йөҙҙән ашыу умартаһы бар. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙе, бәхетле ҡартатай.
Барыһы ла тормошто яратыусан, айыҡ йәшәү өлгөһөнә эйәреп, бер-береһе өсөн үлеп торалар, татыу, берҙәм, ихластар.
Ишморат донъяны гиҙеп йөрөп сыҡты, ҡайҙарға ғына барманы, башҡорт халыҡ моңон, ҡурайын донъя кимәлендә яңғыратып ҡайтты.
Әлеге көндә ҡустым – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡор­тостандың халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
Ишморат, бер ҡасан да тынмаһын ҡурайыңдың моңо!
Фирҙәүес Ғәлләмова.
Йылайыр районы,
Матрай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы