RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡурайҙа уйнай белмәһәм дә, мин – башҡорт композиторы”

05.04.2013 “Ҡурайҙа уйнай белмәһәм дә, мин – башҡорт композиторы”

“Ҡурайҙа уйнай белмәһәм дә, мин – башҡорт композиторы”
Берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған музыкант үҙе, башҡалар һәм башҡорттарҙың операға йөрөмәүе хаҡында
Опера, симфониялар, бихисап йыр авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты, ха­лыҡ-ара конкурстар, Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты Салауат Низамет­динов төрлө планлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, уға опера яҡын. Маэстроның әйтеүенә ҡарағанда, опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, ләкин һәр миҙгел һиңә ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Яҡшы шиғыр осраһа, уға моң үҙенән-үҙе урғылып сыға, ти композитор. Был музыкант һәр саҡ башҡаларҙан башҡасараҡ булыуы менән айырылып торҙо, Хоҙай уны күреү һәләтенән мәхрүм итһә лә, талантты һис йәлләмәгән. Хәйер, көй оҫтаһын, физик мөмкинлектәре сикләнгән, тип әйтергә бер ҙә тел бармай. Салауат Әхмәҙи улы – үҙе бер сикте лә танымаған, сикләгәндәрен яратмаған һәм ижадының иге-сиге булмаған үҙенсәлекле шәхес.
– Салауат Әхмәҙи улы, һеҙҙең нәҫелдә йыр-моңға талантлы кешеләр күпме?

– Беҙҙә барыһы ла талантлы. Әсәйем, беҙҙең яҡта инәй тиҙәр, бик моңло ҡатын булды, ағай-апайҙарым, туғандарым барыһы ла тиерлек йырлай. Мин тыуып үҫкән ер – Учалы районының Миндәк ҡасабаһы – шахтерҙар ере, күберәк эшсе халыҡ йәшәй. Атайым да шахтер булып эшләне, ә инәйем һигеҙ баланы тәрбиәләп, өйҙә ултырҙы. Әгәр ҙә һаулығым булһа, мин дә шахтер һөнәрен һайлаған булыр инем, сөнки беҙҙә егеттәр малай саҡтан уҡ шахтерлыҡ хаҡында хыялланды. Һуҡырлығым арҡаһында 1964 йылда Өфөләге 28-се махсус интернатҡа килдем. Ете йәштән йырлай башланым, һигеҙ йәштә тынлы оркестр­ҙағы инструменттар менән ҡыҙыҡһыныуым, уйнап ҡарауым, уйнай белмәгәндәрен тотоп ҡарап ҡына булһа ла өйрәнеүем артабанғы яҙмышымды симфоник оркестр менән бәйләне. Ә бит композитор оркестр­ҙағы барлыҡ ҡоралдар менән таныш булырға тейеш.
1968 йылда беҙҙең мәктәптә Н. Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбенең филиалы асылды, мин Таһир Таһировтың баян класына килдем. Тора-бара, 7 − 8-се кластарға баян буйынса төрлө конкурс-бәйгеләренең еңеүсеһе, лауреаты исемдәренә лайыҡ булдым. Был ваҡытта инде тормошта музыкант булырға тигән ныҡлы маҡсатым бар ине. Тәүге музыка ижад итеүем дә ошо арауыҡҡа тура килә – 1969 − 1970 йылдарҙа “Совет пионерына” (Я. Коз­ловский һүҙҙәре), Р. Ниғмәтиҙең руссаға тәржемә ителгән шиғырҙарына көйҙәр яҙҙым. Ни өсөн руссамы? Сөнки мәктәптә уҡытыу, аралашыу тик рус телендә барҙы, һуҡырҙарҙың Брайль яҙмаһында башҡорт алфавиты юҡ бит.

– Барлыҡ һәләтле кешеләр һеҙҙең кеүек юғары үрҙәр яулай алмай. Уңыштарығыҙҙың төп сере нимәлә?

– Элек Композиторҙар союзы гөрләп эшләне. Беҙгә, бер төркөм йәш компо­зитор­ға, Айрат ҡобағошев, Нур Дауытов, Андрей Березовский, Айрат Кәримов һәм миңә, союз рәйесе Роберт Ғәзизов оло иғтибар күрһәтте, һәр башланғысты хуплап торҙо. Йәштәр үҙ-ара ярышып ижад иттек, һәр кем үҙ стилендә музыка яҙҙы. Ғөмүмән: “Ул бит яҙа. Ә ниңә мин яҙмаҫҡа тейеш?” − тигәнерәк рух ғәҙәти күренеш ине. Тағы юғары уңышҡа, абруйға өлгәшеүемдең әтнәкәһе Евгений Земцов исемле педагог­ҡа эләгеүемдә. 1973 йылда сәнғәт училищеһына ингәс, Евгений Николаевич, бер тин аҡса һорамайынса, училищеның бер юлы ике – баян һәм музыка теорияһы бүлектәрендә белем алһам да, минең менән үҙе теләп композиция буйынса шөғөлләнде. Артабан сәнғәт институтының композиция бүлегенә һынау тоттом, ләкин юғары уҡыу йорто практикаһында әлегә һуҡыр студенттың булмауына һылтанып, мине был бүлеккә алманылар. Земцов, дуҫтары ярҙамында, мине музыка теорияһы бүлегенә индерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, иң яратмаған бүлек ошо ине. Шуға күрә композиция менән шөғөлләнеүҙе һис тә туҡтатманым. Өс йыл самаһы үткәс, нин­дәй­ҙер гәзиттә, Прага ҡалаһында композиторҙар конкурсы ойошторола, тип уҡыным (әйткәндәй, һәр саҡ уҡырға яраттым), тоттом да А. Блок шиғырҙарына ижад иткән өс романсымды ебәрҙем. Тиҙҙән хат килде. Унда, һеҙ Халыҡ-ара конкурста 3-сө премия лауреаты булдығыҙ, тиелгән. Был хәлдән һуң мине композиция бүлегенә ҡабул итмәй ҡалманылар, әлбиттә. 4−5-се курс­тарҙа композиторлыҡҡа уҡып, институтты тамамлап ҡуйҙым.
Үҙемде ысын композитор итеп тойоп, бик күп яҙа башланым. Элегерәк был хаҡта әйтеүе оят була торғайны, ә хәҙер мин йәшермәйем. Педагогым, йәһүд милләтле Земцов мине былай тип өйрәтте: “Салауат, музыка ул беҙҙең эш, ә эшең өсөн һин мотлаҡ аҡса алырға өйрән”. Беҙ йәш саҡта нимә яҙһаҡ та, һатып алалар ине, хәҙер ҙә, шөкөр, әҫәрҙәрем Хөкүмәт, Мәҙәниәт министрлығы һәм башҡалар тарафынан һатып алына. ҡасандыр аслы-туҡлы үҫкән егет, сөнки беҙҙең һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаилә һис тә етеш йәшәмәне, күп итеп аҡса эшләргә тип ҡыҙыҡтым. Хыялымда, туйғансы нимә теләйем, шуны ашайым, нимә теләйем, шуны кейәм, машина алам, тигәнерәк уйҙар булғандыр инде. Ул ваҡытта машина иң ҙур байлыҡ ине (көлә). Был холҡом һаман да бар – алдан килешеү буйынса эшләргә яратам. Йәһүдтәрҙең тәрбиәһе ярап ҡалды – кәрәк саҡта һуғыштым, кәрәкмәһә, боғаҙ йыртып, башымды стенаға бәрмәнем. Тормоштоң төрлө хәлдәренән лайыҡлы һәм тере көйө сыға белергә кәрәк, тигән ҡағиҙә менән йәшәнем.

– Юғары профессиональ кимәлгә тиклем үҫешкән композитор бөгөн үҙ-үҙе менән ҡәнәғәтме?

– Юҡ, бер ҡасан да ҡәнәғәт түгелмен. Кемдер абруйлы премия алыу менән ижад итеүҙән туҡтай, ә миңә награда алған һайын яуаплы, тынысһыҙ мәл башлана. Ижад итеүҙе бер көнгә лә туҡтатмаҫҡа, миллиметрлап булһа ла алға барырға тырышам, көнөнә 10 − 15 такт яҙһам да, тимәк, көнөм бушҡа үтмәгән.
Ете опера яҙҙым – барыһы ла ҡуйылды, хор әҫәрҙәрем Башҡорт академия хор капеллаһының төп репертуарында, йырҙарымды һорап алып торалар. Тик мин ҡәнәғәт түгел, тағы яҡшыраҡ, матурыраҡ әҫәрҙәр ижад итергә теләйем. Башҡорт сәнғәтен донъя кимәленә күтәреү өсөн опера, симфоник әҫәрҙәр аша Башҡортостанды данларға кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт композиторының операһы Париждағы “Гранд-Опера” театрында башҡарылһын әле, бына ошондай маҡсат менән янып ижад итергә кәрәк!
Бүтәндәр теләһә-теләмәһә лә, мин үҙемде башҡорт композиторы тип һанайым. Ул ҡурайҙа уйнай белмәй, башҡортса әҫәрҙәр ижад итмәй, тиһәләр ҙә. Мин үҙемде бер ҡасан да сикләмәйем, барлыҡ донъя мәҙәниәтен өйрәнергә тырышам. Русса белем алһам да, милләтем, ҡаным – башҡорт. Тәү тапҡыр башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү уятыусы дуҫым Айрат ҡобағошев булды. Ул мине, кафыр, тип әрләп, төрлө башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын, ваҡытын йәлләмәйенсә, кистәр буйы уҡый торғайны. Диплом эше итеп “Салауат менән һөйләшеү” вокаль симфонияһын (халыҡ һүҙҙәре һәм Ә. Атнабаев шиғырҙарына) яҙҙым, унда Таңһылыу ҡарамышева миңә оло ярҙам күрһәтте. Салауат тураһында төрлө әҫәр­ҙәр, бәйет-ҡобайырҙар уҡыны. Бөгөн операларымдың тик рус телендә башҡарылыуы нимәгә бәйле һуң? Башҡорт зыялылары бөтөнләй театрға йөрөмәй, ҡасан берәй ваҡыт килеп минең әҫәремде баһалағандары булды, хатта башҡортса башҡарылған “ҡара һыуҙар” ҡуйылған мәлдә лә? Килегеҙ, йөрөгөҙ, мине, башҡортса опера кәрәк, тип ышандырығыҙ – мотлаҡ яҙырмын. Театрҙың бит закондары бар, халыҡ йыйылмай икән, был әҫәрҙе ҡабат сәхнәгә сығармайҙар.

– Һеҙҙең иң таралған йырҙарығыҙ фәлсәфәүи мәғәнәле, үкенес, йән ғазабы, һағыш кеүек тойғолар менән һуғарылған. Ябай тамашасы һеҙҙе ауыр яҙмышлы шәхес тип ҡабул итә. Ә һеҙ яҙмышығыҙға рәхмәтлеме?

– Әлбиттә, рәхмәтлемен. Мин үҙ-үҙемде таптым, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым. Ә бит яҙмыштың һикәлтәле юлдарында минән күпкә һәләтле, аҡыллы кешеләр аҙашып ҡалды. Һәр саҡ тормошомда ижад оло роль уйнаны. Ул – минең таянысым, терәгем, йәшәү мәғәнәһе. Депрессияға бирелгәндә, көсөргәнеш кисергәндә ижад итеү ҡомары мине кире терелтте. Бөгөн өйҙә яратҡан хәләл ефетем, ғаиләм көтөп тора, барлығы дүрт балам, өс ейәнсәрем бар – бәхет түгелме ни был?

– Әйтәйек, һеҙгә өр-яңынан 25 йәш тулды икән…

– Нисек кенә ябай яңғырамаһын – мин дә бик күп хатаны яһамаҫ инем. ҡыҙғаныс, үҙемде күп тапҡыр юғалттым. Төрлө мәлдәрем булды, эскелектән дә яфа сиктем, ауырып, стрестар ҙа кисерҙем. Алкоголизм – ул яман сир, уның тураһында оялмай, ваҡытында әйтергә һәм дауаланырға кәрәк. Шөкөр, еңеп сыҡтым уныһын да. Йүләр саҡтар булды, күптәрҙе рәнйеттем, уларҙан ғәфү үтенергә теләйем. Йәш барған һайын алйотлоҡ та үтә икән. Мин тартынып торған кеше түгел, шулай ҙа хәҙер ауыҙымды самалап асам. Ә ижадым йәһәтенән барыһын да шул килеш ҡалдырыр инем.

– Тормошҡа ашмаған хыялдар тип түгел, ә яңы проекттар тип атайыҡ – улар ниндәй?

– Бына өр-яңы проект – Саймон, Шток, Де Филиппо, Соколова, Григорьев әҫәрҙәре буйынса камера сәхнәһе өсөн “Как я люблю тебя” тигән опера өҫтөндә эшләйем. Уны яҙып бөтмәгәнмен, ә бойороҡ сыҡҡан, артистары билдәле. Артистарҙы һайлауҙа мотлаҡ үҙем ҡатнашам, йәштәрҙе күтәреү өсөн улар ҡатнашҡан операларға йөрөйөм, оҡшағандарын студияма саҡырам, йырлатып ҡарайым. Һәләтле йәштәр бар, тик тырыштар һирәк. Мәҫәлән, сәнғәт училищеһы, институты ятаҡтары борон төрлө музыка ҡоралдарынан шау-гөр килеп торор ине, беҙ хатта баҫҡыстарға ултырып уйнай инек. Ә хәҙер бында тынлыҡ.
Сит илдәр буйлап күберәк йөрөргә теләйем, донъя кимәлендәге билдәле урындар­ҙы, һәйкәлдәрҙе барып күрге, ундағы энергетиканы тойғо килә. “Мементо” операһында “Сикст капеллаһы”н телгә алһам да, уны бер ҙә күргәнем юҡ.

– Һеҙҙең һәр йыл һайын тиерлек “Маэстро һәм уның дуҫтары” концертын ойоштороу бер йолаға әйләнде. Бөгөнгө тамашала кемдәрҙең сығышы көтөлә?

– Әлбиттә, йырҙарымды тамашасы күңеленә бар матурлығында еткерә алған йырсылар һәм яҡын күргән кешеләрем. Ғөмүмән, минең әҫәрҙәрҙе һәр артист башҡара алмай. Эшмәкәрлек даирәм киң, дөрөҫөн әйткәндә, көнөнә еңел-елпе 10 − 12 йыр яҙа алам, тик ундай композитор булғым килмәй. Осһоҙ популярлыҡ кәрәкмәй, шуға күрә һөнәри яҡтан ныҡ үҫешкән йырсылар өсөн ижад итәм. Шуларҙың береһе – Әлфиә Юлсурина. Беҙҙең хаҡта ниҙәр генә һөйләмәнеләр һәм яҙманылар, беҙҙең яҙмыштар бер-береһенә оҡшаш, Әлфиә менән беҙ һәр саҡ яҡын дуҫтар булдыҡ, шул ғына. Концертта сығыш яһаясаҡ Салауат Фәтхетдинов – изге күңелле, ярҙамсыл кеше, бик күптәргә ярҙам күрһәтеп, хуплап-яҡлап тора. Мәҫәлән, оло артис­тарҙы концертына саҡырып ҡына ҡалмай, башҡа төрлө ярҙамын да күрһәтә. Үҙе лә бер төркөм йәштәрҙе тәрбиәләне. Уның ҡулы аҫтынан Әлшәй районынан башҡорт егете Альфред Яҡшымбәтов исемле һәләтле композитор сыҡты. Хәҙер Татарстанда ижад итә.
Айҙар Ғәлимов менән институтта уҡығанда уҡ таныштыҡ, яғымлы, мөләйем кеше, уның менән бергә тормошҡа ашырасаҡ пландар күп кенә. Ә Лилиә Ишем­йәрова исемле йырсыны үҫмер сағынан уҡ беләм, тырыш, маҡсатлы артист. Ижадын да туҡтатмай, ире менән бына тигән өс бала тәрбиәләй. Шулай уҡ Ләйсән Шә­рипованы ла үлеп яратам, ул аҡыллы, белемле, матур ҡатын. Уның тауышын тәүгә ишеткәс, үҙем саҡыртып алдым. Оло ҡалаларҙа сығыш яһаусы Рафаэль Рәхмәтул­линды Өфөлә бигүк белеп бөтмәйҙәр, ҙур диапазонлы, матур тауышлы егет.
Концертыма килегеҙ, уның программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы, алып барыусыһы һәм режиссеры – дуҫым Фирҙәт Ғәлиев. Тамашасыларҙы онотолмаҫлыҡ сағыу кисә көтә.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы