RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Моңло байрам, тәмле байрам

26.03.2013 Моңло байрам, тәмле байрам

Моңло байрам, тәмле байрам
Өфөлә Наурыз байрамы үтте
Үткән йәкшәмбелә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында республика кимәлендә Наурыз байрамы үтте.
Төрки һәм иран телле халыҡтарҙы берләштергән Наурыз байрамы быйыл да беҙҙе дәртле бейеүҙәре, моңо, тәмле-татлы һыйҙары менән ҡаршы алды. Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт кешеләре “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында йыйылып, яҙҙы ҡаршы алыу байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙе.
Әллә ҡайҙан күренеп, ылыҡтырып тормаған байрам байрам буламы инде − мәҙәниәт һарайы эргәһе был көндө сағыу төҫтәргә мансылды, шау-шыулы, дәртле көй-моңға сорналды. Башҡорт, татар, әзербайжан, тажик, төркмән, ҡумыҡ, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк мәҙәниәтен күрһәткән матур сығыштар, сағыу бер гөлләмәгә әүерелеп, төн менән көн тигеҙләшеүен символлаштырған байрамды тағы ла күркәмерәк итте. Байрам күрергә килеүселәр араһында РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ла бар ине. Ул, байрамда ҡатнашыусылар­ҙы тәбрикләп, республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренең меңәр йыл буйына татыу һәм аралашып йәшәүен билдәләне. Бай­рамға Наурызды билдәләгән һәр милләт вәкиле – Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, концерт программаларынан тыш, матур итеп табын әҙерләгәйне.
Моңло байрам, тәмле байрам
Билдәле булыуынса, Нау­рыз байрамы яҙын көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта ойошторола. 2010 йылдан был матур байрам ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫтары исемлегенә индерелгән. Хәҙер 21 март Халыҡ-ара Наурыз көнө тип билдәләнә. Беҙҙең республикала ул матур һәм бик дәртле үтә, унда теләгән һәр кем үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса ала. Был көндә лә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы сәхнәһен башҡорт йыры, Кавказ халыҡтарының дәртле бе­йеүҙәре, мандолина, гармун, ҡумыҙ моңдары, афған, дағстан телендәге шиғырҙар һәм башҡа бик күп концерт номерҙары яҙ ҡояшына күмде.
Иран ҡояш календары буйынса тап Наурыз байрамы йылдың беренсе көнө тип иҫәпләнә. Ысынлап та, тап ошо ваҡытта тәбиғәт ҡышҡы һалҡындарҙан арынып, уяна башлай, ағастар бөрөләнергә әҙерләнә, ҡоштар ҡайта. Шуға ла был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылау зарур.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы