RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Биш йылдан һуң да улар бер ғаилә кеүек

01.02.2013 Биш йылдан һуң да улар бер ғаилә кеүек

Биш йылдан һуң да улар бер ғаилә кеүек
Яңыраҡ М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған бер төркөм йәш актер үҙ педагогтары менән осрашты
Иҫтәлекле сара егет-ҡыҙ­ҙарҙың башҡорт студияһын тамамлауына биш йыл тулыуға арналды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолған осрашыуҙа училище уҡытыусылары, театр эшмә­кәр­ҙәре ҡатнашты.
Уҡытыусыларының Мәскәүҙән килеп етеүенә бик шатланды йәш артистар. Остаздары ла һағыш кисерештәрен йәшермәне. Бик йәнле, хис-тойғоларға, хәтирәләргә бай булды ул әңгәмә. Биш йыл буйы бер-береһен күрмәгән яҡын кешеләр аралашты бит. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов та, осра­шыу­ҙың маҡсатын билдәләгәндәй:
– Был сара һөҙөмтәләрҙе барлау, актерҙарҙың эшмәкәрлеген баһалау өсөн ойошторолманы. Бөгөнгө осрашыу – туғандарса һөйләшеп, йыйылып киткән уйҙар, хис-тойғолар менән бүлешеп, һағыш кисерештәрен баҫып алырға теләгән уҡыусы һәм уҡытыусының осрашыуы ул. Сөнки биш йыл уҡыу эсендә һабаҡташтар, педагогтар ара­һында, ысынлап та, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашып өл­гөрҙө, бәйләнеш нығынды. Әлбиттә, күрешеүебеҙ, һәр ҡы­уаныслы ваҡиға кеүек, бер ҡыҫҡа ғына мәл булып үтеп китәсәк. Әммә ошо мәлдән ҡалған шатлыҡлы кисерештәр бик оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе йылытып торасаҡ. Училище педагогтарының Өфөгә килеп етеүе изге ғәмәлгә тиң. Был үҙ уҡыусылары, ғөмүмән, Башҡортостандың театр сәнғәте уларға ни тиклем ҡәҙерле икәнен күрһәтә, – тине.
Педагогтарҙы уҡыусыларының бөгөнгө һөнәри кимәле, уңыштары ла ҡыҙыҡһындыр­ҙы, әлбиттә. Быйылғы миҙгелдә генә ҡуйыл­ған “Руди – never off…” спектаклен ҡарап ҡайтыу ине ниәттәре. Өҫтәүенә, “щепкин­сы”ларҙың күбеһе тап ошо спектаклдә ҡатнаша.
М. Щепкин исемендәге Юға­ры театр училищеһының сәхнә телмәре кафедраһы уҡытыу­сыһы, профессор, Саха Респуб­ли­ка­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Максимова:
– Өфөгә килергә тип оҙаҡ ҡына ваҡыт йыйынғайныҡ. Ни­һайәт, уҡыусыларыбыҙҙы күреү форсаты тыуҙы. Юлға сығыр алдынан актерҙарҙың Мәс­кәүҙәге отчет концертының ви­део­яҙмаһын ҡабаттан ҡарап алдыҡ. Сағыу хәтирәләргә бирелдек. Биш йыл буйы башҡорт егет-ҡыҙҙарына бөтә йөрәгебеҙҙе биреп уҡытҡанғамы икән, яңы студенттарға өйрәнеп китеүе бик ауыр булды. Һеҙҙең уҡыу­сыларығыҙ үҙҙәрен тырыш, һәләтле, тәртипле итеп күрһәтте. Уларға ҡарата айырыуса йылы мөнәсәбәт ҡабынды. Шуға күрә беҙ тағы ла башҡорт студияһы студенттары килеүен теләйбеҙ, – тине. Әйткәндәй, Лариса Максимова байтаҡ йыл эсендә милли республикалар өсөн бик күп актер әҙерләй. Бигерәк тә яҡуттар араһында уҡыусылары бихисап икән. Ғөмүмән, Саха театрҙары студенттарҙы даими рәүештә Мәскәүгә ебәреп тора. Актерҙарының 96 проценты иһә М. Щепкин исемендәге училищены тамамлаған. Был – сағыштырыу өсөн генә. Бар артистарыбыҙ ҙа Мәскәүҙә уҡырға тейешме, юҡмы – уныһы инде айырым мәсьәлә. Әммә, осрашыуҙа билдәләнеүенсә, тағы бер башҡорт студияһы ойошторолһа, сәнғәтебеҙгә файҙа ғына булыр ине. Ләкин әлегә барыһы ла шәхси теләктәр кимәлендә ҡала килә.
Башҡортостандың милли әҙә­би музейы директоры Гөлдәр Моратова – мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын биләгән осорҙа башҡорт студияһын булдырыуға күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Бөгөнгө “щепкинсы”лар иң тәүҙә тап уның һөнәри һынауы аша үтә.
– Студенттарҙың Мәскәүҙә күпме ваҡыт уҡырға тейеш икәне аҙағынаса билдәле булманы. Барыһы ла аҡсаға бәйле ине, әлбиттә. Килешеү буйынса училище студенттарыбыҙҙы көнөнә бер тапҡыр туҡланыу менән тәьмин итһә, беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы башҡа матди ярҙам күрһәтеп торорға тейеш ине. Шуға күрә тәүҙә уҡыу осоро дүрт йыл тип билдәләнде. Әммә был һөнәри кимәлде үҫтереү өсөн бик аҙ. Һөҙөмтәлә беҙҙе аңлаусы кешеләр табылды – студенттар биш йыл белем алырға тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителде. Студияға буласаҡ актерҙарҙы райондар буйлап йөрөп йыйҙыҡ. Барлығы йөҙҙән ашыу кеше дәғүә итте. Төркөмдә 25 студент булыр­ға тейеш ине. Әммә республика бюджеты иҫәбенә тағы ике кешене уҡыр­ға ебәрҙек. Уларҙың береһе – Фәнис Рәхмәтов – төркөмдөң старостаһы булып китте, өҫтәүенә, ҡурай­ҙа уйнаған берҙән-бер студент булып сыҡты, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште Гөлдәр Сабит ҡыҙы.
М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының сәхнә телмәре кафедраһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, доцент Наталья Макарова актерҙарыбыҙҙың һәләтен яҡшы баһаланы.
– Мәскәүҙең үҙенән, башҡа ҙур ҡалаларҙан килеп уҡыусылар өсөн дә ярты йыллыҡ уҡыу осоро бик күп нәмә бирә. Сөнки студенттар актерлыҡ һөнәренә уҡыу аҙағында ғына төшөнә башлай. Тәүге курста улар, ғәҙәттә, үҙ­ҙәрен халыҡ ар­тисы тип һанаһа, икенселә – атҡа­ҙан­ған тип иҫәпләй, өсөнсө курс­та үҙ баһаһы шаҡтай кәмей төшә, ә бына дүртенселә, үҙ мөмкинлектәрен асып, бары­һын да яңынан өйрәнә башлау кәрәклеген аң­лай­ҙар. Башҡорт студенттарының да ошо баҫҡыс­тар­ҙың барыһын да аңлы рәүештә үтә алыуы бик мөһим. Уларға үҙ­ҙәрен көслө коллектив тип тойоу өсөн бик күп көс һалырға тура килде. Сөнки театр – тәү сиратта коллектив эше, ошо­но тоя белергә кәрәк. Егет-ҡыҙҙарҙың һө­нә­ри мәсьәләләр буйынса фекерҙәре тап килеүе, ҡараштары уртаҡ булыуы бик ыңғай күренеш. Улар бөгөн дә уҡый, белемдәрен камиллаштыра, тип ышанғы килә.
Башҡортостан театрҙары менән артабан да бергә эшләрбеҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Яҡшы актерҙар фәҡәт беҙҙең уҡыу йортонда белем алғанға артып китер, тип әйтергә теләмәйем. Хикмәт – бер нисә быуындың бер үк театраль мөхиттә, бер үк эстетик ҡанундарҙа тәрбиәләнеүендә. Эш йәнә шунда: башҡа халыҡтың мәҙәниәтенә инә барған һайын, үҙеңдекен нығыраҡ ҡәҙерләй башлайһың. Башҡорт студенттары ла туған тел дәрестәренең әһәмиәтен өсөнсө курста ғына аңлай башлаған, тип уйлайым. Йәш актерҙарҙың кешелеклелек сифаты хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы ҡыуандырҙы. Сөнки актерлыҡ һөнәре нигеҙендә тап ошо сифат ята. Ғөмүмән, кешелеклелек һеҙҙең халыҡты айырып торған һыҙат ул. Менталите­тығыҙҙың ошо үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуығыҙҙы теләйем, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Наталья Макарова.
Рәсимә Ураҡсина студенттар­ҙың кимәлен үҫтереүгә айырыуса күп көс һалған. Башҡорт теленән дәрестәр бирергә генә түгел, атай-әсәй, олатай-өләсәй ҙә булырға тура килә уға. Яңы башҡорт студияһы ойошторол­һа, уның әҙер репертуары буласаҡ. Сөнки студенттарҙың сәхнә телмәрен үҫтереү өсөн уҡыу әсбаптары итеп тиҫтә-тиҫтә шиғыр, мәҫәлдәр яҙа, рус әҙәбиәтенең проза әҫәр­ҙәрен тәржемә итә ул.
– Мәскәүгә осраҡлы рәүештә генә барҙым. Башҡорт студияһына студенттар йыйылыуын белмәй йөрөй инем. Куратор булып барырға тәҡдим иткәс тә, ниндәй мөхиткә эләгеүемде, ниндәй йүнәлештә эшләүемде аҙағынаса аңлап етмәгәнмен. Тәүге осорҙа бик ҡыйынға тура килде. Торған ятағыбыҙ бик бысраҡ ине. Мәскәүҙә урынлаша башлағас ҡына иңемә ниндәй яуаплылыҡ алыуыма төшөндөм. Тыуған яҡ бик һағындыра торғайны. Түҙемһеҙләнеп яҡындарыбыҙҙан хаттар көттөк. Бер ваҡыт Юнир менән Урал яныма килде лә, һеҙгә әсәй тип өндәшеп торорға буламы, тиҙәр. Ысынлап та, тәүге ике-өс ай миңә әсәй тип өндәшеп йөрөнөләр. ҡайҙа ғына барһаҡ та, студенттар менән гел бергә булдыҡ. Баҙарға ризыҡ алырға, кейем һай­лар­ға ла бергә сыға торғайныҡ. Тәүге мәлдә иртән сәғәт етелә тороп, паркта йүгереп ала инек. Көндәр һыуытҡас ҡына йүгереү онотолдо. Аҙаҡтан үҙебеҙ ятаҡты ремонтлап алдыҡ. Бер ваҡыт иртәнсәк йоҡонан уянып коридор­ға сыҡһам, Денис Нурғәлин иҙән һепереп йөрөй. Уға ҡушылып, ятаҡтан бар сүп-сарҙы сығарып ташланыҡ. Башҡа студенттарға һәр саҡ терәк булды уҡыусыларыбыҙ. Ятаҡта, башлыса, беҙҙең ҡыҙ-егеттәр генә бешеренде. Бүлмәләрен дә гел таҙа тота инеләр. Мәскәү башҡорттары беҙҙе бик яратты. Улар өсөн мәккә кеүек булғанбыҙҙыр инде. Туған телдә һөйләшеп алыу теләгенән гел беҙгә килерҙәр ине.
Был осрашыу ниндәйҙер эшлекле сара төҫөн алмаһа ла, бәйләнештәрҙе, хеҙмәттәшлекте йәнләндереп ебәреү өсөн бик мөһим. Кем белә, бәлки, оҙаҡламай яңы башҡорт студияһы ойошторолор һәм унда яңы “щепкинсы”лар үҫеп сығыр.

М. ИҡСАНОВ.


Илсур ҡАҘАҡБАЕВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Беҙҙе йыш ҡына ярты быуат элек үк ойош­торолған Мәскәү­ҙә­ге тәүге башҡорт студияһы менән сағыштыралар. Яңыраҡ ГИТИС-та (Рәсәй театр сәнғәте университеты) уҡыған актриса Венера Арыҫ­лано­ваның хәтирәләрен ҡарап сыҡтым. Баҡ­тиһәң, йылдар үтеү ме­нән педагогтарға ҡарата һөйөү, ихтирам тойғолары арта ғына бара икән. Элекке студент­тар­ға ниндәй ярҙам күрһәтелгән, беҙгә лә шулай булышлыҡ иттеләр. Беҙгә лә ылау-ылау ярҙам ебәрелеп торҙо. Шуға күрә, илле йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, бер ни ҙә үҙгәрмәгән, тип әйтә алабыҙ.
Аллаға шөкөр, училищены тамамлағандан һуң, тормошом ыңғай үҙгәрештәргә бай булды. Диплом алғас та икенсе көнөнә курсташым Гөлнара менән никахлаштыҡ. «Мулла» спектаклендә тәүге ролде башҡарғандан һуң туйыбыҙ булды. Бөгөн ҡыҙыбыҙ Фатиманы һәм улыбыҙ Буранбайҙы үҫтерәбеҙ. Сәхнәләге тәүге сығышымда уҡ төп ролде – «Мулла» пьесаһындағы Әсфәндиәрҙе башҡарырға насип булды. Быйыл Рәсәй театр сәнғәте университетын тамамлаясаҡмын. Икенсе һөнәрем режиссер буласаҡ. Диплом спектаклем йәй тирәһендә театрыбыҙҙың бәләкәй залында ҡуйыласаҡ. Киләсәктә ниәтем – актер ҙа, режиссер ҙа булып эшләү. Училищела уҡыуым бик ҙур тәжрибә, режиссер һөнәрен үҙләштереүемә ҙур ярҙам булды.

Гөлнара ҡаҙаҡбаева, М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Әлегә театрҙа өҙ­лөк­һөҙ ике йыл ғына эшләп өлгөрҙөм, сөнки ҡалған ваҡытты балаларҙы ба­ғыуға бүлергә тура килә. Шулай ҙа мөмкинлек сыҡҡанда аҙ ғына булһа ла эшләп алырға ынтылам. Те­левидениеға саҡыр­һалар ҙа, баш тартмайым. Фатимаға һигеҙ ай ғына булғанда, сәхнәгә сыҡҡайным. Театр­һыҙ йәшәй алмайым. Сентябрҙә ҡабат эш башларға уй бар. Әммә был үҙемдән генә тормай. Балала­рыбыҙҙың олатай-өләсәйҙәренә, уларҙың ейәндәре менән ултырырға ризалашыуына өмөт итәбеҙ инде. Балалар менән дә эшкә сыҡҡан мәлдәр булып китә. Илсур менән икебеҙгә бер спектаклдә лә уйнарға тура килә бит. Шулай бер ваҡыт беҙ сәхнәлә булғанда, балалар гримеркала ултырып торҙо. Ғөмүмән, Фа­тима менән Бу­ранбайҙы театр­ға йыш йөрөтәбеҙ. Бөтә актерҙар­ҙы таный­ҙар хәҙер. Курсташ­тарҙың күбеһе менән бер ятаҡта йәшәйбеҙ. Шуға хәҙер балаларыбыҙ ҙа дуҫлашып-туғанлашып бөттө. Үҙемде киләсәктә кирерәк образда йәки көслө характерлы ҡатын-ҡыҙ ролендә күрергә теләйем.

Алмас Туҡтаров, Стәрле­тамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры:
– Әлеге көндә ижад өсөн эш етерлек, репертуарыбыҙ киң. Бөтә спектаклдәрҙә лә тиерлек урын табыла. Комедия, драма артисы ла, трагик актер ҙа бу­лыр­ға тура килә. Әммә күбеһенсә хәрби образдар эләгә миңә. Шулай уҡ ҡуйылып килгән бөтә әкиәттәрҙә ҡатнашам.
Әлеге ваҡытта театрыбыҙ авария хәлендә. Шуға күрә күбеһенсә гастролдәрҙә сығыш яһайбыҙ. Төрлө концерттарға алып барыусы итеп саҡырып торалар.

Рәсил СЫНБУЛАТОВ, Стәр­летамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры:
– Училищела уҡыр алдынан Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт техникумында белем алғайным. Шул осор­ҙа был ҡаланы оҡшаттым, үҙ иттем. Мәскәүҙән ҡайт­ҡас та Стәрлетамаҡ театры директоры Таһир Искәндәров үҙенә саҡырҙы. Ҙур теләк менән, икеләнмәй ризалаштым. Тәүге спектаклдә үк төп ролде – Флүр Ғәлимовтың «Гонаһлы хыялдар» пьесаһындағы Кинйәғәле образын тәҡдим иттеләр. Унан тағы ла бер нисә төп ролде башҡарҙым. Нигеҙҙә, комедия актеры булып танылдым. Әммә үҙемде трагик ролдәрҙә лә һынап ҡа­рағым килә. Тик бының өсөн ваҡыт талап ителә. Бынан тыш, «Күңелле йәшәйбеҙ» телевизион тапшырыуҙа даими төшөп торабыҙ.
Актер сәхнәлә бары­һын да башҡара белергә тейеш. Шуға күрә йырларға ла, бейергә лә, баянда, ҡурайҙа ла уйнарға тура килә. Александр Вампилов пьесаһы буйынса ҡуйылған «Старший сын» спектаклендәге Сильва ролендә гитарала уйнарға кәрәк, мәҫәлән. Шәхси тормош та, Аллаға шөкөр, алға бара. Бер йәшлек малайыбыҙ үҫеп килә. Яңыраҡ ике бүлмәле фатир алып һөйөндөк.

Илгизә ИСЛАМҒОЛОВА, М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры:
– Үҙем Баймаҡ райо­нынан булғас, уҡыуҙан һуң Сибай театрына эш­кә ба­рырға тейеш инем. Әммә курсыбыҙҙы тикшергән комиссия, кә­ңәшләшкәндән һуң, ми­не йәштәр театрына тәғәйенләргә булды. «Йән­киҫәккәйем» спектаклендә Рәсимә ролен башҡарыуымды уңыш тип һанайым. Башҡа пьесаларҙа төрлө рол­дәр­ҙә уйнарға яҙҙы. Әм­мә сәхнәлә мине тәү сиратта характерлы актриса тип күрәләр. Үҙемә лә, лирик героиняны уй­нау­ҙан бигерәк, ошондай образдарҙы һынландырыу нығыраҡ оҡшай. Шулай ҙа театрҙа ең һыҙғанып эшләп өлгөрмәгәнмен әле. Декрет ялына сығып ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйем.

Фәнис РӘХМӘТОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Училищены тамамлағас та яҡташым Ләйсән Солтанғужинаға өйләндем. Һөнәре сәнғәт өлкәһе менән бәйле булмаһа ла, театрҙы ярата, спектаклдәремде ҡалдырмай. Әле Йософ исемле ул үҫтерәбеҙ. Театрҙа эшләүем менән ҡәнәғәтмен. «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә төп геройҙың йәш сағын уйнауым минең өсөн етди һынау булды. Был сағыу образды асыр өсөн күп көс һалырға, төрлө сығанаҡтарҙы уҡырға тура килде. Һуңынан «Ауыл адвокаттары» спектаклендә йәш ҡорбанғәле ролен башҡарҙым. Шулай ҙа үҙемде сәхнәлә тулыһынса асып өлгөрмәгәнмен әле. Актерлыҡ оҫталығына ун йыл ижад иткәндән һуң ғына өлгәшеп була, тиҙәр бит. Шуға күрә әле эшләргә лә эшләргә. Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» повесын сәхнәләштерәбеҙ. Ундағы төп герой – малай образы миңә тапшырылды. Буш ваҡытымды Йософҡа бүләм. Әммә форсат сыҡҡанда музыка ҡоралдарында уйнайым, шиғырҙар яҙам, йырҙар ижад итәм.

Ләйсән РУСТАНОВА, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры:
– Эште башлап ҡы­на торғанда, ҡыйыныраҡ булды. Әммә коллегаларымдың ярҙамы менән ижади мөхиткә инеп киттем. Башҡарған ролдәрем, репертуарым әкренләп туплана бара. Иң тәүҙә «Мөхәббәттән ҡөҙрәтлерәк» спектаклендә ҡәҙриә ролен уйнаным. Аҙаҡтан «Һөйәркә»лә – Рәм­зиә, «Мөхәббәт тураһында һөйләшәйек»тә Аида образдары һынландырылды. «Айһылыуҙың айлы кистәре» спектаклендә төп героиняны сәхнәләштерҙем. Әлеге көндә өйҙә бала бағам. Теләгем шул: киләсәктә төп геройҙарҙы булмаһа ла, характерлы персонаждарҙы уйнарға яҙһын. Шул осраҡта ғына үҙеңде төрлө яҡтан асырға, үҫешергә була.

Юнир ҡОЛАНБАЕВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Биш йыл эсендә үҙгәрештәр күп бул­ды, әлбиттә. Күптә­ребеҙ өйләнеп, ке­йәүгә сы­ғып, ғаилә ҡор­ҙо. Ми­нең дә ғаиләм бар, ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Ижад та уңышлы бара, тип әй­тергә булалыр. Һәр спектаклдә тиерлек ҡатнашам, премьераларға әҙерләнәм. «Мул­ла», «Шәүрә­кәй»­­ҙе сәхнәләштер­ҙек. «Мөхәббәт ҡа­рағы» спектаклендә Арыҫлан ролен, «Ай тотолған төндә» трагедияһында Ялсығолдо уйнаным. Шулай уҡ матур әкиәттәр ҡуйылды. «Серле көршәк» әкиәте менән 2010 йылда тәүге тапҡыр Санкт-Петербургка «Арлекин» фестиваленә барып ҡайттыҡ. «Буратино» спектакле лә сәхнәлә шаулап-гөрләп бара. Уның менән бөтә республиканы йөрөп сыҡтыҡ. Оҙаҡламай ҡазанға гастролдәр менән сығасаҡбыҙ. Әлегә, нигеҙҙә, лирик-комик амплуаһында сығыш яһайым. Ләкин киләсәктә трагик ролде лә башҡарыу теләге бар.

Артур КӘБИРОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Аллаға шөкөр, ролдәр биреп торалар, был осорҙа ижади багаж тупланып өлгөрҙө. Атап үткәндә, «Февраль. Бу­ран…» спектаклендә Рәми Ғарипов, «Ар­тур+Нэнси» драмаһында Артур ролен башҡарҙым. Шулай уҡ «Мулла»ла – Эльбрус­ты, «Нәркәс» спектаклендә – Йәноҙаҡты, «Минең ғаиләм»дә Азат ролен уйнаным, «Серле көршәк» әкиәтендә – Фәрхәтте, «Маугли»ҙа төп геройҙы сәхнәгә сығарҙым.
Ролдәремдең берәүһен дә айырып билдәләй алмайым. Уларҙың һәр береһе ҡәҙерле, яҡын. Барыһына ла бөтә көсөмдө һалып уйнарға тура килә. Әммә Рәми роле бала сағым менән бәйле. Беренсенән, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамланым. Икенсенән, шағирҙың 70 йыллығына арнап мәктәбебеҙҙә спектакль сәхнәләштерелде, унда ла мин Рәмиҙе уйнағайным. Шәхси тормошҡа килгәндә, үҙ ғаиләм бар. Тимерхан улыма – 4 йәш. Икенсе бәпесебеҙҙе көтәбеҙ.

Милена СИРАЕВА, М. Ға­фу­ри исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Эшкә кил­гәс тә беҙ­ҙең өсөн Айрат Әбү­шаһманов «Мул­ла» драматик хикәйәһен сәхнәләштерҙе. 12 «щепкинсы» ла шун­да ҡатнашты. Шуға күрә ул яратҡан спектаклдәремдең береһе. «Серле көршәк» тә − уртаҡ ижади ҡаҙанышыбыҙ. Ролдәр өҫтөндә эш­ләүҙә беҙгә тулыһынса ирек бирелде. Бөтә фантазиябыҙҙы егеп эшкә тотондоҡ. Әкиәттең сюжетын да үҙебеҙ уйлағайныҡ. Шундай бер шаян, күңелле спектакль килеп сыҡты. Хәҙер ул сәхнәлә яңынан барасаҡ. «Шәүрәкәй», «Яратыу гонаһмы?» спектаклдәрендә ҡатнашам.
Өфөгә француз режиссеры Стефани Лоик килеп, «Бенжамен институты» спектаклен ҡуйып китте. Унда ла беҙ, йәш актерҙар, күмәкләп ҡатнаштыҡ. Былтыр ҡуйылған «Ай тотолған төндә» спектаклендә Шәфәҡ ролен башҡар­ҙым. Шулай уҡ «Минең йондоҙом» фильмында төп ролдәрҙең береһен уйнарға яҙҙы. Бик күңелле мәл булып иҫтә ҡалды ул. Шулай ҙа минең өсөн театр яҡыныраҡ. Спектаклдә тырышлыҡ талап ителә, ике-өс сәғәт буйына образды һаҡлар­ға кәрәк бит инде. Кинолағы кеүек, театр сәхнәһендә лә хәҙер тәбиғилек талап ителә. Әлеге көндә мин өйҙә бала тәрбиәләйем. Алла бойорһа, көҙгә сәхнәгә сығасаҡмын.

Артур ҡУНАҡБАЕВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Беренсе сығышым −«Бала­ҡай­ҙарым» спектаклендәге Рифат роле булды. Шулай бер-бер артлы башҡа спектаклдәрҙә ҡатнаша башланым. «Ауыл адвокаттары»нда йәш Нурисламды, «Бенжамен институты»нда – немец Краус ролен, «Бәхет хаҡы»нда йәш Зарифты уйнаным. «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә төп геройҙы башҡарыуым мөһим ваҡиға булды. Тарихи шәхес булараҡ Зәки Вәлиди киң билдәле, ә бына уның холоҡ-фиғеле күбеһенә сер булып ҡала. Шуға күрә режиссерыбыҙ геройҙың характерын өйрәнер өсөн Төркиәгә барып, уның балалары менән аралашып ҡайтты. Репетициялар ярты йыл дауам итте. Ошо роль өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бирелеүе миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, тағы ла илһамланып ижад итергә көс-дәрт бирҙе, әлбиттә.
Һуңғы эштәремдең береһе – «Бирнәһеҙ ҡыҙ» драмаһында Карандышев роле. Шулай уҡ «Аҡ пароход» спектаклендә хикәйәсе ролен башҡарасаҡмын. Ваҡыты менән сәхнәлә йырсы булараҡ та сығыш яһайым. «Гәлсәр һандуғас» конкурсында ҡатнашып ҡараным, «Башҡорт йыры» фестивалендә лә ҡунаҡ сифатында сәхнәгә сыҡтым.

Ирада ФАЗЛАЕВА, М. Ғафури исемендәнге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
− Биш йыл эсендә ҡуйған маҡсаттарыма өлгәштем, тип әйтә алам. «Шәүрәкәй», «Ар­тур+Нэнси», «ҡатынымдың исеме Морис», «Бәхет хаҡы», «Мөхәббәт ҡарағы», «Февраль. Буран…» һәм башҡа спектаклдәрҙә ролдәрем бар. Герой­ҙарым ҡыҙыҡлы, төрлө булыуы менән айырыла. Барыһын да бик яратып башҡарам. Сөнки режиссерыбыҙ беҙгә тап килеп торған ролдәрҙе бирә.
Әлеге көндә ошо айҙа көтөләсәк сараға әҙерләнеп, шиғри телмәр өҫтөндә эшләйем. Күпселек ваҡытты театрҙа үткәрәбеҙ. Шуға күрә өҫтәмә шөғөлгә ваҡыт та ҡалмай тиерлек. Әммә мөмкинлек табылып тора. Көҙөн ҡыҫҡа метражлы фильмда төштөм.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы