RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Далан»дарҙы ҡар-бурандар ҙа өркөтмәй

22.01.2013 «Далан»дарҙы ҡар-бурандар ҙа өркөтмәй

Былтыр Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина «Далан» төркөмө менән Магнитогорск ҡалаһының опера-балет театрында сығыш яһарға тейеш ине. Ләкин шул көндө ҡапыл көслө ҡар яуып, юлдар ҡапланды. Урал тауын аша сығыу ифрат ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Билдәләнгән ваҡыт­ҡа һатылған билеттар, ирекһеҙҙән, тамашасыларға кире ҡайтарылды. Шулай ҙа ҡайһы бер тамашасылар яратҡан артистарын көтөргә булды. Театр етәкселеге лә күренешкә ыңғай ҡараны. Концерт ике сәғәттән һуң, залда тик 60 тамашасы булыуына ҡарамаҫтан, башланды. Артистар, алыҫ һәм ауыр юлдан килһә лә, үҙҙәренең профессиональ оҫталығын күрһәтте, һағынылған йырҙары менән тыуған ерҙәренән ситтә йәшәгән кешеләрҙең күңелен күтәреп, йөрәктәренә юл таба белде. Дәртле халыҡ бейеүҙәре менән залда ултырған тамашасыларҙы бейетеп, йәшлек йылдарына ҡайтарҙы.
Магнитогорск тамашасылары исеменән «Далан» төркөмө артистарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Тамашасыларҙы ихтирам итеп, аҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, матур, йөкмәткеле сағыу концерт ҡуйыуҙарына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙгә улар һәр ваҡыт ҡәҙерле һәм көтөлгән ҡунаҡтар булып ҡалыр.
Х. Килсенбаева, А. Ильясова,
Ғ. Ғүмәрова, А. Мырҙағәлин.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы