RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағас тамырҙан үҫә, һәләт нәҫелдән күсә

22.01.2013 Ағас тамырҙан үҫә, һәләт нәҫелдән күсә

Ағас тамырҙан үҫә, һәләт нәҫелдән күсә
Учалы районының Яңы байрамғол ауылы егете Илдар Жамалов киләсәктә халыҡ эстрада йырҙарынан опера йырсыһына тиклем үҫергә уйлай
Фамилияһы ҡолаҡҡа бер аҙ ятыраҡ, ҡаҙаҡса яңғыраған Ринат Жамаловтың исем-шәрифе учалыларға яҡшы таныш. Шулай булмай әллә − Ринат Заһрый улы «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә 35 йыл ғүмерен биргән кеше! Ул осҡон сәсрәткәнсе тыпырлатып туҙҙырған итектәрҙең иҫәбе-хисабы юҡтыр. Үҙ табан-үксәһе нисек түҙгән тиһең анау ҡәҙәрем бейеүгә?! Хәйер, бейеү сәнғәтенә аҡҡоштар, эттәр тоғролоғон һаҡлаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре бынан тыш гармунда ла уйнай, йырлай ҙа − бер үҙе тотош концерт ҡуйырлыҡ һәләт эйәһе инде! Шуға ла концерттарҙа моңло тауышлы Илдар Жамалов исемле йырсы егет күренә башлағас та, барыһы ла, был Ринаттың улы, тип шунда уҡ уны таныны, бигерәк матур йырлай, тип һоҡланды, атаһы юлын дауам итә, тип ҡыуанды. Учалы сәнғәт колледжында вокал бүлегенең 4-се курсында (Дилара Сәхәүет­динова класында) белем алыусы егет атаһы юлын дауам итеү генә түгел, ә уны таҡырайтыр­ға, нәҫелдәренән килгән йыр-моңға һәләтен үҫтереүгә лә күп көс һала.
− Атайымдың ғына түгел, әсәйемдең дә (Мәүә Сабирйән ҡыҙы − авт.) тауышы бик моңло, − ти Ил­дар. − Бер туған ағайым Илшат та йырға әүәҫ, тик ул сәнғәтте түгел, бөтөнләй икенсе өлкәне һайланы. Һеңлем Резеда иһә бәләкәйҙән бейергә ярата, хәйер, ул торғаны менән артистка инде, ни эшләһә лә үҙенә харап килешә!
Ә ни эшләп күмәкләп тотоноп, ғаилә ансамблен ойоштормайһығыҙ, тигән һорауға, ул турала, дөрөҫөн әйткәндә, уйлаған да юҡ, тип яуапланы:
− Ғүмере буйы мәктәптә балаларға белем биргән әсәйем дә (ул Башҡортостандың мәғариф отличнигы), атайым да хәҙер хаҡлы ялда. Әйткәндәй, хаҡлы ялда булһа ла, атайым Башҡортостанда бер­ҙән-бер халыҡ ансамбле статусына эйә булған ир-егеттәр ансамблен ойоштороп («Байрамғол егеттәре» тип атала), бар көсөн, ваҡытын шул ансамблгә бирә. Яңы ғына, октябрь айында, тағы бер тапҡыр «халыҡ ансамбле» исемен яҡлауға һынау тотоп, дәртләнеп эштәрен дауам итәләр. Мин дә шул ансамбль составында йырлайым.
Кемдер йырлап тыуа, тигәндәй, кемдеңдер тауышы сәңгелдәк бәүелткәндә бөрөләнә, пенсияға сығып, фольклор төркөмөнә йөрөй башлағас ҡына вокал һәләте асылыусылар ҙа бар. Ә Илдар сәхнәгә иртә лә түгел, һуң да түгел, ун йәшендә баҫа. Бер үк ваҡытта ҡурай­ҙа ла уйнарға өйрәнә. Баш­ҡорттарҙың боронғо музыка ҡоралы уға тынын үҫтерергә, тауышын көслөрәк асырға, баҙыҡландырыр­ға ярҙам итә. Ғаиләһендә гел йыр-моңға сорналып үҫкәс, Илдар, әлбиттә, йырсы булырға ниәт итә. Ябай ғына вокалист түгел, ә мотлаҡ опера йырсыһы булырға хыяллана ауыл балаһы. Ата-әсәһе лә улдарының маҡсатына ҡаршы килмәй, киреһенсә, ҡеүәтләп ебәрәләр, ярҙам итәләр, таяныс булалар. Әллә ҡайҙа алыҫҡа китмәй, Учалылағы сәнғәт колледжына документтарын тапшырған тырыш егет, уҡыуҙан тыш, Учалы филармонияһында эшләп тә йөрөй (теория менән практика бергә үрелеп бара). Репертуарында күбеһенсә һәүәҫкәр композитор Илгиз Йомағужин­дың һәм үҙенең йырҙары. Эйе, эйе, йырлап ҡына йөрөмәй, әсәһенә оҡшап, тыныс, йомшаҡ күңелле, бай хисле Илдар, үҙе лә йырҙар яҙа. Гөлназ ҡотоева, Абдулхаҡ Игебаев, Назар Нәжми, Флүзә Әхмәҙиева, Рафаэль Сафин, Фәтих Сай­франдың һүҙҙәренә «Асыу­ланма», «Бәхетле бул», «Һөйөү илендә», «Яуапһыҙ һөйөү», «Тальяным», «Һин ҡайтырһың микән», «Көтөп алам», «Мин ға­шиҡмын», «Һине хәтерләтә», «ҡоя­шыма» йырҙарын ижад иткән.
Илдар шулай уҡ «Буранбай», «Аза­мат», «Сибай» һәм баш­ҡа халыҡ йыр­ҙарын ихлас тыңларға ла, улар­ҙы башҡарырға ла ярата. Классик йырҙар­ға ла, опера шедевр­ҙарына ла битараф түгел. Уның әйтеүенсә, музыкаль-драматик сәнғәт жанры өлгөләренән айырыуса Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре күңеленә ятышлы, шулай уҡ Салауат Низаметдиновтың операларын да мауығып ҡарай, әҫәрләнеп тыңлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, зауығына тап килгән, күңел талабына ярашлы булған йырҙарға мөкиббән киткән.
− Йырсыларға килгәндә иһә үҙебеҙҙең Абдулла Солтанов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиевтың, Рәсәй артистарынан Дми­трий Хворос­товскийҙың ижады ныҡ оҡ­шай, − тип әңгәмәне дауам итә Учалы һандуғастарының береһе. − Улар эшенә, һәләтенә яуаплы ҡарай − бар күңелен биреп йырлап, йырҙар­ға йән өрәләр. Уларҙы тыңлағанда, кешеләргә хоҙай һәләтте бирһә бирә лә ҡуя, тип таланттары бөйөклөгөнә һоҡланам, өлгө алам.
Буш ваҡытын һөйөклө ата-әсәһе янында, гүзәлдәрҙән-гүзәл тыуған ауылы Яңы Байрамғолда үткәрергә яратҡан Илдар, ҡайҙарҙа йөрөһәм дә, яҡындарымды, тыуып үҫкән еремде һағынам, ти. Айырыуса уның өсөн бесән эшләгән Батмабил яланы ҡәҙерле. Эргәлә генә Янтыҡбаш тауы, Баҡшай ҡаласығы, Яйыҡ һәм Миндәк йылғалары булғанғамы икән, бесәнлектәре уны үҙенә тартып, ылыҡтырып торған һымаҡ. Тыуған төйәгенән тыш, уны илһамландырған, ҡанатландырған тағы бер сығанаҡ бар. Ул да булһа һөйөклө кәләше Айгөлгә булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәте. Хәйер, Илдар, миңә ҡалһа, бар булмышы менән кешеләргә, донъяға, сәнғәткә ғашиҡ. Һәм ошо һөйөү хисен ул байытып, көйгә һалып, нурландырып, тыңлаусыларға, беҙгә, еткерә.

Әйткәндәй...

Республика конкурстары лауреаты, халыҡ-ара йыр бәйгеләре дипломанты Илдар Жамаловтың яңыраҡ «Һаумы, урман» исемле тәүге клибы донъя күрҙе. Был клипты төшөрөр өсөн Илдар Жамалов режиссер Айгиз Ғабдуллинға мөрәжәғәт иткәс, ул Илдарҙың бар йырҙарын һорап ала. Һәм Илгиз Йомағужин ижад иткән Зарема Әхмәтйәнова һүҙҙәренә «Урманым» тигән йырҙа туҡтала. Һәм яңылышмай: клип үҙ тамашасыһын тапты − Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары был «бәпес»те бик йылы ҡабул итте (клипта Резеда Хәлилова, әҙиптәр Рәмзилә ҡәләмова, Байгилде Янбулатов төшкән).
Бынан тыш, Айгиз Илдар башҡарыуындағы «Уҙа ла ғына ғүмер» йырына ла клип төшөрә.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы