RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларҙы “Урал батыр һәм өс баһадир” саҡыра

25.12.2012 Балаларҙы “Урал батыр һәм өс баһадир” саҡыра

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сағыу концерттары, ҡабатланмаҫ кисәләре менән тамашасыларҙы шатландырып тора. Һәр кемдең яратҡан байрамдарының береһе булған Яңы йылда ла күркәм бүләк менән ҡыуандырмаҡсы ул. Быйыл ғына эстраданың художество етәксеһе вазифаһын башҡара башлаған йәш режиссер Илшат Фәхертдинов сәнғәт һөйөүселәргә “Урал батыр һәм өс баһадир” исемле мюзикл тәҡдим итә. Ике халыҡтың фольклор геройҙарын берләштереп эшләнгән мюзикл нимәһе менән ҡыҙыҡлы буласаҡ? Был һорау менән ҡуйыу­сының үҙенә мөрәжәғәт иттек.
– Бындай үҙенсәлекле Яңы йыл мюзиклы ҡуйыу идеяһы нисек тыуҙы?
– Балаларҙың башҡорт һәм урыҫ әкиәттәрендәге яратҡан персонаждары ҡатнашлығында музыкаль спектакль ҡуйыу теләге менән мин күптән яна инем. Башҡорт һәм урыҫ телендә аралаш һөйләшеүгә, ике халыҡтың берҙәмлегенә ишара яһау бөгөнгө көндә кәрәктер, тип уйлайым. Шуға күрә иң күркәм байрамдарҙың береһе Яңы йылға арналған тамашала балаларҙың күңелен күтәреү генә түгел, ә улар­ҙа ерле халыҡҡа ихтирам тәрбиәләү ҙә мөһим. Урыҫ батырҙары тураһында күп йәнһүрәт төшөрөлгән, ә Урал батыр менән тик мәктәптә генә танышыу мөмкинлеге бар. Бығаса таныш булған өс герой менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың батырын да күрһәтеү кескәйҙәрҙә фольклор менән ҡыҙыҡһыныу, милли рух тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итер, тигән ниәт менән ошондай эшкә тотондом.
– Мюзиклды, тимәк, бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин.
– Ғөмүмән, бөтә ғаилә өсөн эшләнгән тамашалар бик аҙ. Беҙҙең заманда балалар, үкенескә күрә, ата-әсәләрен күберәге тик кис эштән һуң ғына күрә ала. Шулай уҡ Яңы йылдың ғаилә байрамы икәнен күҙ уңында тотоп, мюзиклды олоһо ла, кесеһе лә ял итерлек итеп сәхнәләштерергә булдыҡ. Тамаша ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа аңларлыҡ хәл-ваҡиғаларға, юморға ҡоролған.
– “Урал батыр һәм өс батыр” мюзиклында башҡорт эпосыңдағы һәм урыҫ фольклорындағы герой­ҙар нисек күрһәтеләсәк?
– Өс батыр – Алеша Попович, Илья Муромец, Добрыня Ники­тичтан башҡа, батырҙарҙың ҡатындары, Змей Горыныч, Урал батыр, Һомай “Урал батыр” эпосындағы яуыз Әзрәҡәгә ҡаршы көрәшәсәк. Мажараға бай тамашала халыҡтар­ҙың дуҫлығы, берҙәмлеге сағыласаҡ. Шулай итеп, 24 – 30 декабр­ҙан 2 – 8 ғинуарға тиклем ике халыҡтың ауыҙ-тел ижадын үҙ эсенә алған мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле Яңы йыл тамашаһына рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар.

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы