RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш» яңы исемдәр асты

30.10.2012 «Юлдаш» яңы исемдәр асты

«Юлдаш» яңы исемдәр асты
− ҡайһылай шәп, иҫ киткес кү­ңелле тамаша үтте. Йыр-моң, уйын-көлкө, мауыҡтырғыс бүләктәр... Ысын мәғәнәһендә күңелгә ял, дәрт алып сыҡтым.
− Афарин «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәренә! Яңы йырсылар, яңы тауыштар. Бигерәк тә «Сәйер зат» образы ҡыҙыҡ, килештереп уйнай бит әле.
− Ә мин уйында ҡатнашып, торт оттом. Үтә шәп байрам! − тип ҡәнәғәтлек менән таралышты халыҡ. Концерт тамам. Әммә күңелдә унан алған тәьҫораттар ҡайнай әле...
Шулай булмай ни, «Юлдаш» йыры − 2012» республика асыҡ конкурсы йылдан-йыл популяр була бара. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны ла арта. Был иһә конкурстың даирәһе киңәйеүен, абруйын күрһәтә. Эйе, тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, йырҙан айырылмаған, күңелдәгеһен йыр аша еткергән замандаштарыбыҙ бихисап. «Юлдаш» йыры» проекты өсөнсө йыл рәттән һәүәҫкәр башҡарыу­сыларҙы ҙур сәхнәгә алып сыға, яңы исемдәр аса. Әйткәндәй, быйылғы тамаша Рәсәй тарихы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналыуы менән айырыуса үҙенсәлекле булды.
Финалға йыл дауамында «Юлдаш» тулҡындарында йырҙары яңғырап, жюри һәм тыңлаусыларыбыҙҙан иң юғары баһа алған 18 башҡарыусы һәм ике вокаль ан­самбль үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тәҡдим ителгән йырҙар барыһы ла тәрән мәғәнәле, һәүәҫкәрҙәрҙең башҡарыу оҫталығы бер ҙә профессионалдарҙыҡынан ҡа­лыш­май. Финалға сығыусылар республикабыҙҙың барлыҡ район-төбәктәренән йыйылды. Жюри ағзаларына (Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисткаһы Рәүилә Мәсәли­мо­ва, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Фирҙүс Шәрәфуллин, шағирә Гөлназ ҡотоева, билдәле композитор Роберт Тимербаев, «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров) еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы.
«Юлдаш» яңы исемдәр асты
Тамашаның тәүге өлөшө тамамланыу менән, тулҡынландырғыс минуттар башланды. Кемгә беренсе урын, кемгә гран-при? Һорау артынан һорау китте... Ниһайәт, урындар билдәләнде. Беренсе урындың − өс, икенсе урындың − өс, өсөнсө урындың дүрт кешегә бирелеүе үҙе үк еңеүсене һайлап алыу ауыр икәнен һөйләй түгелме? Бынан тыш, номинациялар ҙа булдырылды. «Халыҡ ынйылары» исеменә Салауат райо­нының «Илһам» вокаль ансамбле һәм Борай районынан «Элегия» квартеты лайыҡ булды. «Юлдаш» йыры» конкурсына патриотик рухтағы йырҙар ҙа тәҡдим ителде. Лилиә Нәзированың «Һалдат» йыры конкурс талабына тура килеп кенә ҡалманы, тамашасы күңелен тетрәндерҙе, уйландырҙы. Лилиәнең сығышы «Илһөйәрлек рухы» номинацияһы менән баһаланды. Шулай уҡ был номинация Ырымбур өлкәһенән килгән Флүзә Хәлитоваға ла тапшырылды. Ул үҙ төбәгендә башҡорт рухын һаҡлап, халыҡты берләштереп йөрөүсе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тыуған төйәген данлаған йырҙар ижад итә. ҡатнашыусылар араһында, хаҡлы ялда булып та, әүҙем ижад иткән Мәрйәм Абдуло­ва (Стәрлетамаҡ) һәм Бәләбәйҙән Гөлсөм Ихсанова «Йырға тоғролоҡ» номинацияһында бүләкләнде. Бәләбәй ҡалаһынан икенсе конкурсант Рәзидә Ибәтуллина һәм Бай­маҡ районынан Илдар Абдул­линдың сығыштары «Асыш» номинацияһы дипломы менән баһаланды.
«Юлдаш» яңы исемдәр асты
Билдәле булыуынса, «Юлдаш» йыры» ижад кешеләренә өмөт офоҡтарын булдыра, бейеклектәргә әйҙәй, ҡанаттарын нығыта. Ошо йәһәттән Миәкәнән килгән Анто­нина Клименко исемле һылыуға башҡорт моңо күңелендә өмөт сатҡылары уятыр тигән изге теләктә «Өмөт» номинацияһы бирелде. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһын Салауат районынан Альбина Ғәйфуллина һәм Белорет егете Салауат Әйүпов алды. III урынға Дәүләкәндән Эльвира ҡолоева, Бүздәктән Ирина Халиҡова, Кушнаренконан Резида Сабитова һәм Айгиз-Илгиз дуэты сыҡты. Уларға махсус дипломдар, «Автосезон» сауҙа йорто һәм «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әҙерләгән приздар бирелде. Ә II урынға Йылайырҙан Сәкинә Юлгилдина, Нуримандан Артур Шөғәйепов һәм Борай егете Эрнст Арыҫланов лайыҡ булды. Уларға ла махсус дипломдар һәм «Серафимовская пушинка» йәмғиәтенең бүләктәре тапшырылды.
«Юлдаш» яңы исемдәр асты
Быйылғы «Юлдаш» йыры» бәйгеһе юҡһыныу, тетрәнеү кисерештәре менән дә үтте. Сөнки үҙенең моңло тауышы менән радио тыңлаусыларҙы әсир итеп өлгөргән, жюриҙа «ул беренсе урынға лайыҡ» фекерен уятҡан Әлшәй егете Фәнзил Шәрипов байрам алдынан фажиғәле һәләк булды... Ул йырҙарының күбеһен Себер тарафтарында бергә эшләп йөрөгән яҡташтарының үтенесе буйынса ижад иткән. Махсус дипломын һәм бүләген яҡындары алып ҡайтты. Шулай уҡ I урынға Баҡалынан Рифат Шә­рәфетдинов һәм Дәүләкәндән Илнар Миранов сыҡты. Егеттәр «Асы», «Йоматау» шифаханаларында ял итәсәк. Конкурста ҡатнашыу­сыларҙың талантын бөтә республика кимәленә танытыу мөмкинлегенә эйә булыуы үҙе үк мәртәбә!

Гөлфиә ЯНБАЕВА, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире:
− Был бәйге “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын күтәрһә, “Юлдаш” радиоһы һәүәҫкәр таланттарҙы күтәрә. Беҙ үҙебеҙҙе “Юлдаш”һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар ошондай конкурс­тар ойоштора икән, тимәк, беҙҙең республикабыҙ, беҙҙең милләтебеҙ йәшәй, тигән һүҙ.

Флүзә Хәлитова, “Илһөйәр­лек рухы” номинацияһында еңеүсе:
− Ошондай конкурстар үткәрелеп торһон, халыҡ моңона йәштәрҙе ылыҡтырайыҡ. Моң шишмәһенең бер ҡасан да һайыҡмауын теләйем.

Эрнст Арыҫланов, II урын яулаусы:
− “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашыуыма шатмын. Башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман”ды беренсе тапҡыр Абдулла Солтановтан ишеткәйнем. Ул шул тиклем күңелемә ятты һәм бәйгелә ошо йыр менән сығыш яһаным. Тамашасылар ихлас ҡабул итте, уларға ҙур рәхмәт!

Гөлсирә Бикчәнтәева, тамашасы:
− “Юлдаш” радиоһы үткәргән саранан ҡалғаным юҡ. Миңә ул бик ныҡ оҡшай. Яңы йырсылар, ят тауыштар... Минеңсә, улар барыһы ла еңеүсе.

С. РАМАЗАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы