RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Стәрлеләр моңайырға ирек ҡуймай

30.10.2012 Стәрлеләр моңайырға ирек ҡуймай

Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы йыл да яңынан-яңы программалар әҙерләй. Фи­лар­мония артистары Башҡор­тос­танда йәшәүселәргә генә түгел, Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырым­бур, Ниже­городка, Ульяновск өлкәләре, Та­тарстан, Сыуашстан рес­пуб­­ликалары, Төркиә, Нидерланды, Бельгия тамашасыларына ла яҡшы таныш.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бер төркөм артисы Түбәнге Новгородта Минин һәм Пожарский етәкселегендә сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштың 400 йыллығына арналған театрлаштырылған сарала ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтте. ҡала көнө менән бер рәттән уҙғарылған байрам тантанаһында Татарстан, Сыуашстан, Мордовия республикалары һәм башҡа өлкәләрҙән дә артистар сығыш яһаны.
Яңыраҡ бейеүселәребеҙ һәм «Башҡорт йыры – 2011» республика телевизион конкурсы лауреаты Айгөл Әсәҙуллина Үзбәкстан һәм ҡырғыҙ республикаларынан ҙур һәм бай йөкмәткеле концерт менән тамашасыларҙың күңелен яулап ҡайтты. Ә «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада фольклор ансамбле Мәскәүҙә уҙғарылған «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә уңышлы сығыш яһаны.
XXII концерт миҙгелен тантаналы асыу Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Был көндө филармония артистары өр-яңы, бер ҙә көтөлмәгән концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының йөҙөк ҡашы – Бейеү театры яңы хореографик композициялар, бөтә донъя халыҡ бейеүҙәрен гөрләтеп башҡарһа, «Ашҡаҙар» солистары тамашасы күңелен башҡорт халыҡ һәм популяр эстрада йырҙары менән яулаясаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ҡадир Әүбәкиров тамашасылар­ҙы дәртле, моңло лирик ҡурай моңдары менән хайран итер. Шулай уҡ «Con anima» инструменталь трио классик йырҙар, яратҡан кино­фильм­дарҙан көйҙәр менән таң ҡалдырмаҡсы. Башҡортостанда берҙән-бер «Сарби» профессиональ сыуаш ансамбле яңы вокаль композициялар тәҡдим итә. «Алтын көҙ нағыштары» программаһында филармонияның барлыҡ йырсылары ла сығыш яһаясаҡ: Башҡор­тостандың атҡаҙанған артистары Елена Калинина, Ғафуан Фазуллин, республика һәм төбәк конкурстары лауреаты Зөлфиә Әүбәкирова, «Башҡорт йыры – 2011» республика телевизион конкурсы лауреаты Айгөл Әсәҙуллина, халыҡ-ара джаз фестивале лауреаты Ольга Янга­лова, «Европа – Азия» халыҡ-ара фестивале дипломанты Рима Хазиева, талантлы йәш йырсылар Юнир Һағынбаев, Рим Рәхимов һәм башҡалар.
Ошо моңһоу, һағышлы көндәрҙә үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға күтәренке кәйеф, күңелдәргә ял, алға ынтылырға дәрт өҫтәп һеҙҙең өсөн әҙерләнгән байрамға 31 октябрҙә киске сәғәт 7-лә рәхим итегеҙ, хөрмәтле моң һәм илһам һөйөүселәр!







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы