RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәйҙең йәмле бер көнөндә...

19.06.2012 Йәйҙең йәмле бер көнөндә...

Йәйҙең йәмле бер көнөндә...
Республика журналистары Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә онотолмаҫлыҡ фестиваль үткәрҙе
Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәрҙәй ялан буйлап палаткалар теҙелгән, танауҙы ҡытыҡлап, һауаға тәмле аш еҫтәре таралған. ҡайҙалыр таныштар бер-береһе менән шатланып күрешә, күңелгә байрам кәйефе өҫтәп, күңелле музыка яңғырай. Журналистар был көндө бер мәлгә генә ҡәләмдәрен ситкә ҡуйып, редакцияның көндәлек гәзит сығарыу, телевидение һәм радиоэфир әҙерләү мәшәҡәттәренән арынып, хозур тәбиғәт ҡосағында үҙҙәренә иҫтә ҡалдырырлыҡ матур ял ойошторҙо. Архангел районының йәмле Инйәр йылғаһы буйында, Абҙан ауылы янындағы яланда, БР Журналистар союзы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Республика журналистары фестиваленә район, республика гәзиттәре, үҙәк баҫмалар хәбәрселәре йыйылғайны.
Йәйҙең йәмле бер көнөндә...
Сараның тантаналы өлөшө тәбрикләүҙәр менән башланып китте. Оҙаҡ йылдар матбуғатта хеҙмәт иткән ҡәләм оҫталары БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡулынан маҡтаулы исемдәр алды. БР Президенты хакимиәте лә Башҡортостан матбуғатына тос өлөш индергән редакцияларға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Журналистар союзы ла юбилей уңайынан союздың эшендә әүҙемлек күрһәткән журналистарҙы РФ һәм БР Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Союз рәйесе Артур Дәүләтбәков 35 коллегабыҙға тантаналы шарттарҙа Журналистар союзы билеттарын тапшырҙы. Уның билдәләүенсә, БР Журналистар союзының 55 йыл ғүмер эсендә өлгәшелгән ҡаҙаныштары етерлек. Ул Рәсәй Журналистар союзында меңдән ашыу кешене берләштергән иң әүҙем эшләгән ойошмалар­ҙан һанала. Йәйҙең йәмле бер көнөндә...
Эшендә журналист яҡлаусыһыҙ ҡалғанда ижади берлек тәү сиратта үҙенең ағзаларын хоҡуҡи яҡтан яҡлай, гарант булып тора.
Волейбол, футбол, көрәш, тоҡ менән йүгереү, шахмат, мини-гольф – ниндәй генә уйындар ойошторолманы фестивалдә. Барбекю-шоу тамашаһы, квадроциклдарҙа йөрөү, балыҡ тотоу ярыштары һәр кем күңеленә хуш килгән бәйгеләрҙә таһыллығын һынап, күңеле булғансы коллегалары менән тамаша ҡылды. Күктән эҫе ҡояш нурҙары ҡыҙҙырғанда Инйәр буйында рәхәтләнеп, бер туйғансы һыу инеүҙе оноторлоҡмо инде?! Иң мөһиме − ҡәләм, эфир оҫталары үҙҙәренең төрлө район-ҡалаларҙа эшләгән ижадташ дуҫтары менән бер мәртәбә осрашып, күрешеп, бер һағынып һөйләрлек күңелле ял ойошторҙо.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ, В. КАРАБАНОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы