RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»

06.04.2012 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»

 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»
ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында үткән халыҡ-ара фестивалдә республикабыҙ журналистары ла ҡатнашты
Рәсәй Журналистар союзының сайтындағы ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында үтәсәк «Алтын майҙан − Эльбрус» Халыҡ-ара этносәнғәт фестиваль-конкурсына саҡырыу шунда уҡ иғтибар­ҙы йәлеп итте. Ә ни эшләп барып ҡайтмаҫҡа? «Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән журналистар йыйыла, милли матбуғатҡа арналған һөйләшеү ҙә буласаҡ», − тигәс, БР элемтә һәм кин коммуникациялар министры Борис Мелкоедов «Өмет» татар йәштәре гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов менән миңә унда ҡатнашыуға фатихаһын бирҙе.
Күңелдә шик-шөбһә лә юҡ түгел. Ана, үҙәк телевидение Нальчик ҡалаһындағы атыштар, террорсылар­ҙы юҡ итеү хаҡында еткереп кенә тора. Электрон почта аша хат алышҡанда «Алтын майҙан» интернациональ проекты етәксеһе Ғамира Ғәҙелшина был шикте юҡҡа сығарырға тырышты. «Килегеҙ, күрегеҙ, бында барыһы ла тыныс», − тине ул. Әйткәндәй, Ғамира апайҙың әсәһе беҙҙең яҡташ, Стәрлебаш районынан булып сыҡты. Үҙе ғүмере буйы Татарстанда сыҡҡан төрлө баҫмаларҙа журналист булып эшләп, саҡырғас, ҡабарҙы-Балҡар Республика­һының Эльбрус районында «Эльбрус плюс» исемле гәзиткә нигеҙ һалған икән. «Исмаһам, һеҙҙең менән туған телдә рәхәтләнеп һөйләшер инем», − тип ҡыуанды ул, беҙҙең барасаҡты белгәс.

ҡыштан – яҙға, яҙҙан – ҡышҡа

Тыуған республикабыҙҙа беҙҙе ҡыш оҙатып ҡалды. Поезда Пятигорск (Биштау) ҡалаһына тиклем ике тәүлек барырға. Рәсәйебеҙҙең ҙурлығы ошо ике тәүлектә күренә лә инде. Сөнки Ставрополь крайында ҡар иреп бөтөп, көндәр беҙҙәге май айын хәтерләтә ине. Йылы курткалар кейгәнгә үкенә-үкенә автобуста Эльбрус районына йүнәләбеҙ. Өлкәләр, республикалар бер-береһенә яҡын урынлашҡас, трассала төрлө номерлы машиналар бигерәк күп күренә. Шуныһы йәл − автобуста экскурсовод булманы, беҙ һәр беребеҙ тирә-яҡты ентекләп күҙәтеп, автобус йөрөтөүсегә һорауҙар биреп, һәр мәғлүмәтте эләктереп ҡалырға тырышабыҙ. «Анауы һыу һаҡлағыста, күрәһегеҙме, моғайын, шартлау булғанын хәтерләй­һегеҙҙер, − тип тыныс ҡына бәйән итә йәш балҡар егете. − Ә бына был ҡабарҙа халҡы йәшәгән ауылда туристар ултырған автобусҡа аттылар. Во­ди­телгә теймәгәндәр, уларға туристар кәрәк булған».
Юлда әленән-әле блокпостар осрай, хәрби кейемдәгеләр һәр шикле машинаны туҡтатып, документтарын тикшерә.
Тарлауыҡ буйлап Баҡсан йылғаһына ҡаршы елдерәбеҙ (аҙаҡтан әйтеүҙәренсә, уның ысын исеме Баҫҡан булып сыҡты). Алдыбыҙҙа − Тырныауыҙ ҡалаһы. 1934 йылда барлыҡҡа килгән. Эргәлә генә − вольфрам шахталары. 1989 йылға тиклем ҡала сәскә ата. Әммә шахталар ябылыу менән халыҡ эшһеҙ ҡала һәм ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була. Бөгөн ундағы күп ҡатлы йорттарҙың күбеһе буш тора, фатир хаҡы 100 мең һумдан артмай икән.
Шулай тирә-яҡтағы ғорур тауҙар­ҙың матурлығына һоҡланып килеп, «Эльбрус» пансионатына еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

«Беҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж»
 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»

«Мин Осман булам, журналистар өсөн яуап бирәм», − тип ҡаршы алды беҙҙе үҙ телендә сәләмләп, Осман Апсуваев. ҡасандыр комсомолда, район хакимиәтендә эшләгән, бөгөн шәхси ҡунаҡхана тотоп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән.
«Бында, Эльбрус тауында балҡар­ҙар ғына йәшәй, был беҙҙең тыуған еребеҙ, шуға күрә уның ҡәҙерен белергә тейешбеҙ, − тип һүҙен дауам итте ул. − Балҡар халҡы 100 мең тирәһе генә кеше, беҙҙе элек-электән ҡыҫырыҡлау бара, шуға күрә бөгөн өмөтөбөҙ «өлкән» ағайҙарҙа. Татар, башҡорт халҡы күп һанлы, беҙ ни бары һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, быйылғы фестивалгә журналистарҙы саҡырыуыбыҙ ҙа бушҡа түгел. Моғайын, һеҙ ҡайтҡас, балҡар халҡы менән үҙ халҡығыҙҙы яҡынданыраҡ таныштырырһығыҙ». Осман балҡарса һөйләй, беҙ уға башҡортса яуап бирәбеҙ, ни ғәжәп, беҙҙең телдәр шул хәтле оҡшаш. Итҡол, Байдай кеүек ауылдарҙың исемдәре үк беҙҙең яҡынлыҡты раҫлай. Айырма шунда − беҙҙеңсә «ит» уларҙа «эт», ә «эт» «ит» урынына әйтелә. «Киттек» урынына «кеттик» тиҙәр.

Туғандарҙың һағынған сағы
 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»

Башҡортостан. Татарстан. Сыуашстан. Украина. Яҡутстан. ҡалмыҡстан. ҡырғыҙстан. Төньяҡ Осетия. Дағстан. Был исемлекте артабан да дауам итергә булыр ине. Тап ошо республикаларҙан 200-гә яҡын талант эйәһе йыйылды Эльбруста быйыл. «Алтын майҙан − Эльбрус» фестивале йыл да үткәрелә. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Бисер Киров уның алмаштырғыһыҙ жюри рәйесе ролен үтәй. 70 йәшлек ир-уҙамандың энергияһы ташып торғанына хайран ҡалырлыҡ. Уға Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владимир Ярцев, Сыуашстандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Ғибатдинов, «Саяр» фестивале хәрәкәтенең етәксеһе Замира Рысаева, хореограф Юлия Майборода ярҙам итте. Конкурсанттарҙы ябыҡ ишектәр артында тыңланылар. Бер нисә көн дауам иткән бәйгенән һуң һәләттәр бик күп төрлө номинацияла билдәләнде.

Башҡортостандағы матбуғатҡа ҡараш бар ерҙә лә булһасы
 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»

Журналистар ҙа ваҡытты бушҡа үткәрмәне. Мәҫәлән, «Экология һәм иҡтисади үҫеш осоронда балансты нисек тәьмин итергә», «Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе формалаштырыуҙа матбуғат сараларының роле» тип атал­ған һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаштыҡ, республикабыҙ матбуғаты менән таныштырҙыҡ. ҡаҙандағы Маковский исемендәге нәшриәт йортоноң генераль директоры Олег Маковский, Свердловск өлкәһенең «Шалинский вестник» гәзитенең баш мөхәррире Анастасия Казанцева, урындағы журналистар менән барыбыҙ өсөн дә көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алыштыҡ. Төрлө республикаларҙа йәшәһәк тә, гәзит-журнал сығарыу, таратыуҙа проблемаларыбыҙ уртаҡ. ҡабарҙы-Балҡар Республи­каһында, мәҫәлән, иң ҙур тиражлы республика баҫмаһы 8 мең дана менән нәшер ителә. Йәштәр гәзите иһә урыҫ телен­дә сығып, ҡабарҙа, балҡар телдәрендәге материалдар берәр бит кенә бирелә. Етмәһә, почта матбуғат сараларын аҙнаһына бер тапҡыр таратһа, шәп әле. Республиканың төп гәзитенә яҙылыу хаҡы 340 һум тәшкил итһә, шуның 300-ҙән ашыуын почта ала. Тимәк, редакцияларҙың килеме бөтөнләй юҡ кимәлдә һәм сығымдар­ҙы хөкүмәт ҡаплай. Әлбиттә, беҙҙәге ваҡытлы матбуғаттың торошо күптәрҙә һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә гәзиттәр нәшер ителеүенә бөтөнләй аптыранылар.

8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө генә түгел шул

 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»
1944 йылдың 8 марты балҡар халҡының тарихында иң насар көн булараҡ билдәләнгән. Тап ошо көндә халыҡ үҙ дәүләтселеген юғалта, 38 меңгә яҡын кеше, күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ике сәғәт эсендә үҙ иленән ҡаҙағстанға, Урта Азияға һөрөлә. Билдәләнгән урынға барып еткәнсе һыуыҡтан һәм аслыҡтан 600-гә яҡын балҡар һәләк була. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәр фронттың алғы һыҙығында фашистарға ҡаршы һуғыша. Ә инде Еңеүҙән һуң туғандары янына һөрөлә. Тик Сталин үлгәс кенә, 1957 йылда балҡар халҡына үҙ иленә ҡайтырға рөхсәт бирелә.
Ошо ваҡыттан башлап һәр йыл 28 март көнө календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән һәм ҡабарҙы-Балҡар Респуб­ли­каһында балҡар халҡының азатлыҡ көнөн байрам итәләр (День возрождения балкарского народа). Күреүегеҙсә, урыҫса байрамдың исеме бик матур яңғыраһа ла, башҡортса уның мәғәнәһен урынлы итеп еткереп тә булмай. Азатлыҡ көнөмө, әллә халыҡтың яңынан тыуыуымы, әллә тергеҙелеүеме? Шуға күрә балҡар халҡының байрамы тип кенә атаһаҡ, дөрөҫөрәк булыр. Был көндө һәр районда билдәләйҙәр. Эльбрус халҡы, мәҫәлән, Чегет тауы итәгенә йыйыла. Малдар һуйыла, бер нисә ҡаҙанда ит, былау бешерелә. Ялан буйлап һуҙылған өҫтәлдәргә урындағы эшҡыуарҙар таратырға әҙерләгән аҙыҡ-түлек ҡуйыла һәм иртәнән үк байрам башлана. Урындағы халыҡ, килгән ҡунаҡтар, туристар − һәр кем өсөн бушлай аш ойошторола. Балҡарҙарҙың киң күңеллелеге ошо байрамда сағыла ла инде (ошонда беҙҙең республикалағы һабантуйҙар иҫкә төшә. Ғәҙәттә, һәр хужалыҡ үҙ тирмәһен ҡора һәм, берәй сит кеше инмәһен тигәндәй, ишек төбөнә ҡарауыл ҡуйыла, комиссия килгәнгә тиклем хатта яҡын таныштарын да күрмәмешкә һалышалар, был тағы ла хәйерселәп йөрөй, тигән уй менән оҙатып ҡалалар). Сәхнәлә фестивалдә ҡатнашҡан артистар сығыш яһап, байрам менән ҡотланы. Балҡарса йырҙар, шиғырҙар көнө буйы яңғырап торҙо. Ә инде тау халҡының дәртле бейеүе һәр кемдең күңелен күтәрҙе.

Таулы халыҡ, ерле халыҡ, аҡсалы халыҡ
 Милләттәрҙе берләштерә «Алтын майҙан»

Аҙ һанлы булғанғамы, балҡар халҡы бик дуҫ, татыу йәшәй, барыһы ла бер-береһен танып тора. Ниндәй генә байрам булмаһын, эшҡыуарҙар­ҙың береһе лә ситтә ҡалмай. «Алтын майҙан − Эльбрус» халыҡ-ара фестиваленең бағыусылары ла улар. «Эльбрус» пансионаты директоры Таһир Согаев ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү, ашатыу мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алһа, «Приэльбрусье» милли паркының директоры Залимхан Джаппуев «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороуҙа бик әүҙем ҡатнашты, Борис Непеев, штаб етәксеһе булараҡ, һәр ваҡ-төйәк мәсьәлә өсөн дә яуап бирә ине. Ғөмүмән, бындай ҙур сараны урындағы хакимиәт белгестәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар берҙәм йырып сыҡты. Һәр хәлдә, ҡунаҡтар күҙенә етешһеҙлектәр бик салынманы.
Эшҡыуарҙар тигәндән, Эльбрус − туристар бик күп аҡса ҡалдыра торған төбәк һәм урындағы халыҡ бының менән файҙаланып ҡалырға тырыша. Һәр ауылда – баҙар, унда урында етештерелгән тауарҙар һатыла. Бөгөн беҙҙә, мәҫәлән, һарыҡ йөнө, тиреһе күпселек осраҡта хаҡы булмағанға ташланһа, балҡар халҡы уны эшкәртеп һата. Тиренән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бынамын тигән аяҡ кейемдәре теккәндәр, йөндән бәйләнгән башалтайҙарҙың иһә ниндәйе генә юҡ!
Тағы бер нәмәгә иғтибар итмәйенсә булмай − эшҡыуарҙарҙың барыһы ла балҡар милләтенән. Осман әйтеүенсә, ҡунаҡханаларҙың 70 проценты балҡарҙар ҡулында. Саңғыны прокатҡа алам тиһәң, ул көнөнә 500 һум тора (беҙҙә − сәғәтенә 500 һум), тауға мендереүсе ҡулайлама менән файҙаланыу бер көнгә 600 һумға төшә. Ә урындағы халыҡ өсөн бөтөнләй бушлай. Хатта фестиваль ҡунаҡтары өсөн дә. Ошонда тағы ла үҙебеҙҙең яҡтар иҫкә төшә. Абҙаҡ йә башҡа ерҙәге тау трассаһы менән урындағы башҡорттар бушлай файҙалана аламы икән?
Эшҡыуарҙарҙың береһе менән һөйләшәбеҙ. Хөсәйен Сатаевтың Чегет тауы эргәһендә ҡунаҡханаһы һәм кафеһы бар. ҡунаҡханала ҡуныу хаҡы әллә ни ҡиммәт тә түгел − бер кешегә 600 һум. Хөсәйен ағай тәүҙә бер ҡатлы кафе төҙөгән, артабан икенсе ҡатын, ҡунаҡхана өҫтәгән, прокат пункты ла бар. 18 кешегә эш урыны булдырылған. Һәр ерҙә камералар ҡуйылған, тәртип боҙоу хаҡында уйларлыҡ та түгел. Етәкселәрҙең ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәҫһең − ул йә туристар менән аралаша, йә ҡулына көрәк алып, ҡар көрәй. ҡарап торһаң, бай эшҡыуар тип тә әйтмәҫһең. Аралашыуға ла бик ихластар. Сабаталарын түргә элмәгәндәр, тиергә була. Хоҙай Тәғәлә тарафынан балҡар халҡына бирелгән ерҙе тәләфләмәйенсә, киләсәктә үҙ милләтенә нимәлер ҡалдырыу уйы менән эшләй улар. Ә беҙҙә? Тағы Абҙаҡ, Яҡтыкүл иҫкә төшә. Ундағы күл буйындағы ерҙәрҙе республика хөкүмәте туранан-тура килмешәктәргә һатманы бит, ә урындағы халыҡҡа бүлеп бирҙе.
Ә беҙ, мөмкинлектән файҙаланып, бер көнлөк аҡса тип, кемуҙарҙан йөрөп ерҙе һаттыҡ та, ғәйеплене эҙләйбеҙ. Бөгөн был хаҡта һөйләргә һуң инде. Ә шулай ҙа гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың хозур ерҙәре күп бит әле. Киләсәктә ошондай хаталарға юл ҡуймаһаҡ ине, тиеүем.
Эльбрус тауы итәгендә дүрт көн ваҡыт күҙ асып йомған кеүек кенә үтте лә китте. Ошо арала Эльбрустың 4200 метр бейеклегендә булырға, Чегет тауына артылырға өлгөрҙөк. Йәл, ваҡыт аҙыраҡ булды, юҡһа тау саңғыһында ла шыуырға өйрәнер инек. Әгәр икенсе йыл саҡырһалар, тағы ла килер инек, тигән өмөт менән ҡайттыҡ беҙ «Алтын майҙан − Эльбрус» халыҡ-ара фестиваленән. Алла бирһә.

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы