RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үтәгәндә – ҙур байрам

09.03.2012 Үтәгәндә – ҙур байрам

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле прозаик, профессор Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары тыуған ауылы – ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында башланды. Башҡортос­тандың киң билдәле ауылдарының береһе – Үтәгән 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Аҡъегет батыр­ҙы, халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғ. Хөсәйеновты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы, сөгөлдөрсө Б. Батырованы бүләк иткән.
Ауыл халҡы үҙ улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡәҙерләй белә. Был юлы ла Р. Байымовтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһен урындағы мәктәптә ойошторҙолар. Яҙыусы һәм ғалимдың ижади мираҫын, фәнни эшмәкәрлеген, үҙен шәхес булараҡ иҫкә алыр өсөн район етәкселәре, Өфөнән Башҡортостан Яҙыусылар союзынан, БДУ-нан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, халыҡ шағиры ҡ. Аралбаев, И. Кинйәбулатов, халыҡ яҙыусыһы Ғ. Хөсәйенов, профессорҙар Ғ. ҡунафин, З. Шәрипова, Г. Гәрәева, доцент З. Әлибаев саҡырылғайны. Үтәгән мәктәбе уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы З. Хөсәйенова етәкселегендә Р. Байымовтың тормош юлын сағылдырған ваҡиғаларҙы сәхнәләштергән. Уҡыусылар, махсус рәүештә ғалимдың, яҙыу­сының хеҙмәттәрен, әҫәрҙәрен өйрәнеп, бик ҡыҙыҡлы сығыштар әҙерләгәйне. Ә Өфө ҡунаҡтары Роберт Нурмөхәмәт улы тураһында файҙалы һәм бай хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуаптар алды. Оло шәхестең ауылдағы тиңдәштәре лә бала саҡ хәтирәләрен тергеҙҙе. Яҙыусының тормош иптәше Йөҙөм Һәүбәновна һәм ҡыҙы Ләйлә Байымовалар яҡын кешеләре хаҡында һөйләне һәм кисәне ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. ҡунаҡтар мәктәпкә Р. Байымовтың яңы ғына донъя күргән “Каруан килә Бағдадтан” романын һәм башҡа бик күп китап бүләк итте. Кисә аҙағында БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы менән Үтәгән мәктәбе араһында эшлекле бәйләнештәр булдырылды. Университет уҡытыусылары артабан тап Роберт Нурмөхәмәт улы ауылынан йыл һайын егет, ҡыҙҙарҙы үҙҙәрендә көтөп ҡалыуҙары тураһында белдерҙе. Үтәгәндә башланып киткән матур кисә 20 мартта Өфөлә БДУ-ла дауам итәсәк. Унда халыҡ-ара конференцияла төрлө төбәктәрҙән килгән ғалимдар йыйыласаҡ.
Зәки ӘЛИБАЕВ,
БДУ доценты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы