RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер кисәлә – 30 премьера!

10.02.2012 Бер кисәлә – 30 премьера!

Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле шағирә Гөлфиә Юнысованың өр-яңы шиғырҙарына яҙылған 30 йыр яңғыраясаҡ
Бер кисәлә –   30 премьера!
Күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова тағы ла кисә әҙерләй, тигән хәбәрҙе берсә ҡыуанып, берсә уның өлгөрлөгөнә ғәжәпләнеп ҡабул иттем. «Ки­таптар сығарыу, гәзит-журналдарҙа күренеү, телевидение-радиола сы­ғыш яһау кеүек үк, тамашалар аша ла беҙ үҙ уҡыусыларыбыҙға барырға тейешбеҙ», – тип ҡаршы алды мине шағирә.

− Гөлфиә апай, 15 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ижад кисәгеҙ үтәсәк икән, тип ишеттек.
− Эйе, олоғая барған һайын ғүмер ҡәҙерләнә, пландар күбәйә икән ул. Әле бына гөр килешеп, минең шиғырҙарға яҙылған йырҙарҙан концерт әҙерләп йөрөйбөҙ.

− Һеҙ бит уҙған йылдың октябрендә генә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙур итеп ижад кисәгеҙҙе уҙғарғайнығыҙ. Меңдән ашыу кеше һыймалы залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Тамашасының ихласлығын, шиғырҙарығыҙҙы, йырҙарығыҙҙы мөкиббән китеп тыңлап ултырыусыларҙы күреп, халыҡ йыр-моңға, шиғриәткә ифрат һыуһаған икән, тип ултыр­ҙыҡ. Юбилейығыҙ ҙа түгел, шул уҡ кисә ҡабатланмайҙыр бит?
− Юҡ, әлбиттә. Кисәләрем, белеүегеҙсә, бер-береһен ҡабатламай. Быныһы − өр-яңы йырҙарҙан ғына торған ҙур концерт.

− Шиғырҙарығыҙ уҡыласаҡмы?
− Бер-ике генә шиғыр уҡырмын, бәлки. Сөнки йырҙар бик күп. Концертта филармонияның төп көстәрен тәшкил иткән 30-лап артист ҡатнаша бит.

− Кемдәр инде улар?
− Кемдәр ҡатнашмай, тип һораһағыҙ, дөрөҫөрәк булыр. Был кисәне уҙғарыу идеяһы − филармония етәкселегенеке. Башҡарыусылар араһында Тәнзилә Үҙәнбаева, Вәхит Хызыров, Азат Айытҡолов, Асия Смакова, Әлфиә Юлсурина, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин кеүек күренекле сәнғәт оҫталары ла, Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмө­хәмәтов, Римма Амангилдина, Гүзәл Үлмәҫҡолова, Әлфиә Кәлимуллина, Редик Сәғитов, Рөстәм Шаһыбалов, Зөлфиә Абзалова, Заһир Иҫәнсурин, Нурия Басырова, Ғәлиә Вәлиева кеүек урта һәм йәш быуын популяр йырсылар ҙа бар.

− 30 йыр – 30 премьера тигән һүҙ була бит инде…
− Шулай булып сыға.

− Әҙерлек эштәре ауырға тура килмәнеме?
− Минең өсөн ҡыйын булманы. Сөнки йыр шиғырҙарын былтыр сыҡҡан шиғыр китабымдан йырсылар күңелдәренә оҡшағандарын үҙҙәре һайлап алды һәм композиторҙарға биреп, тауыштарына, башҡарыу мөмкинлектәренә, күңел тороштарына тура килтереп, көйҙәр яҙҙырып алдылар. ҡайһы бер артистар аранжировкалар ҙа эшләтеп өлгөрҙө. ҡайһылары баян, ҡурай, фортепианоға ҡушылып йырлаясаҡ. ҡайһы бер артистар, темаһын әйтеп, яңы йырҙар ҙа яҙҙырҙы. Мәҫәлән, Мәхмүт Нәҙершин, Артур Туҡтағолов, Вәхит Хызы­ров, Асия Смаковаларға яңы шиғырҙар яҙырға тура килде. ҡайһы бер китаптан алын­ған шиғырҙарға ла, йырға тура килтереп, үҙгәрештәр индерҙек.
Артистарҙың күтәренке рухта яңы йырҙар менән репертуарҙарын байытыу өҫтөндә эшләүенә ҡарағанда уларға ла бер-ике йырҙы өйрәнеү артыҡ ауыр булмағандыр. Профес­сионал бит инде улар, йырҙарҙы өйрәнеп, халыҡ алдында сығыш яһау − уларҙың төп эше.
Режиссерға эш күберәк эләкте. Яңы йырҙы художестволы әҫәр юғарылығына еткергәнсе артистар менән эшләргә кәрәк тә. Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисткаһы, халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Сәйҙә Ильясова режиссер булараҡ өсөнсө кисәмде әҙерләй. Үҙ эшенә үтә лә яуаплы, етди ҡараған, талапсан, шиғриәтте лә, сәнғәтте лә юғары кимәлдә аңлап, йөрәге аша үткәрә белгән сәнғәт оҫтаһы ул Сәйҙә Ғәли ҡыҙы. Шуға ла уның бер кисәһе икенсеһенә оҡшамай, ҡабатланмай, ҡыҫҡаһы − үҙ эшенең фанаты. Ул 15 февралдә үтәсәк үҙенсәлекле кисәне әҙерләүҙе лә бер ниндәй икеләнеүһеҙ үҙ өҫтөнә алды. «Янып эшләү минең өсөн ҡыҙыҡ һәм фәһемле», − тине үҙе лә.

− Концертта ҡайһы композиторҙарҙың яңы ижад емештәре тәҡдим ителәсәк?
− Тамашасылар Роза Сәхә­үетдинова, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Салауат Низа­метдинов, Альбина Имаева, Артур Туҡтағолов, Юлай Үҙәнбаев, Айрат Нәбиев, Юлай Моратов һәм бер нисә йәш һәүәҫкәр композиторҙың моңло, патриотик, күңелле лирик йырҙары, романстары, дуэттары, вальстары менән танышасаҡ. Тағы ла халыҡ һәр саҡ яратып көтөп алған «Каруанһарай», «Далан» төркөмдәренең сығыштары ла күңелдәргә хуш килер тип ышанам.

− Ниңә концертты өр-яңы йырҙарҙан ғына әҙерләргә булдығыҙ? Һеҙҙең 20 – 30 йыл буйы сәхнәнән төшмәгән «Аҡҡош күле», «Ғүмер юлы», «Кермәгеҙ аралар­ға», «Бала­ларға фатиха», «Әйҙә киттек Дим буйына», «Һандуғас моңо» һәм башҡа тамашасы күпме тыңлаһа ла ялҡытмай торған йырҙарығыҙ бар бит.
− Шөкөр, бер үк ваҡытта бер-береһен ҡабатламаған 3 – 4 концерт ҡуйырлыҡ йырҙарым бар. Тик ғүмер буйы бер үк йырҙар менән йәшәп булмай бит. Йыр-моң яратыусылар өр-яңы йырҙар көтә. Артистар бер-береһенән өйрәнеп, бер үк йырҙарҙы башҡарыуға күнегеп алды. Улай еңелерәк тә. Йәки ижад ҡанундарын бөтөнләй аңламаған көйө шиғырын да, көй ғәләмәттәрен дә үҙҙәре яҙып, сәхнәгә сығалар, клиптар төшөрәләр. «Ниңә улай итәһегеҙ?» – тип һораһаң, шиғыр юҡ бит, тиҙәр. Шиғыр китаптарын китап магазиндарынан һайлап алырға мөмкин булыуын да иҫтәренән сығаралар. Иң аптыратҡаны: бушҡа ғына профессиональ шағирҙарҙың шиғырҙарын ҡулланмай, йыр һүҙҙәре (текстары) яҙып һатыуҙы һөнәргә әйләндергән кешеләрҙән ҡиммәт хаҡҡа алып, үҙҙәрен дә, йырҙарын да түбән төшөрәләр.
Әйҙә, үҙемдең күңелемә лә, тамашасыларға ла бер байрам, филармонияға ла бүләк булыр, тип уйланым. Әйткәндәй, артистар яңы йырҙарға һыуһаған. Уларҙың күбеһе 2 – 3-әр йырымды өйрәнде. Сәнғәт оҫталарының байтағы, командировкала, гастролдә булып, кисәлә ҡатнаша алмай. ҡыҫҡаһы, филармония 30 ғына түгел, кәм тигәндә тағы ла бер-ике концерт ҡуйырлыҡ яңы йырлы булды. Улар бер кисәлә генә яңғырамаясаҡ бит. Гастролдәрҙә йырланыр, радио-телевидение тулҡындарында тибрәлер, Алла бирһә. Һәүәҫкәр йырсылар отоп алыр, ҡунаҡтар­ҙа бүләк ителер, машиналарҙа барыусыларҙың оло юлдарын еңеләйтер…
Бына шундай тулҡынландыр­ғыс уйҙар кисерәм. Яңы йырҙарымды элеккеләре менән сағыштырып: «ҡайтыш шул былары», − тип әйтмәһәләр ярар ине, тип борсолам. «Көйҙәр, артистар шәп бит, улай булмаҫ әле», − тип үҙемде йыуатам…

− Һеҙҙең ижад кисәләрегеҙҙе тамашасы бушҡа ҡарарға күнеккән…
− Был кисә минеке түгел шул, ә филармонияныҡы. Билеттар ҡала кассаларында һатыла. Ә заказдар 250-77-72 телефоны буйынса ҡабул ителә.
− Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлфиә апай. Уңыштар теләйбеҙ!

Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы