RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте

31.01.2012 Үҙебеҙҙең кино!

Үҙебеҙҙең кино!
Интернет селтәрендә «Мораҙым хан» күренеү менән уны илай-илай ҡарап (башҡорт халҡының аяныслы тарихының бер бите сағылдырылған бит), режиссерға рәхмәт әйтергә Әбйәлил районының Байым ауылына ашыҡтыҡ. Сәғәт киске һигеҙҙә Айгиз Ғабдуллин һаман да эш урынында, студияһында ине. Беҙҙе күреп, аптырап китте: «Сәфәр йөрөргә һуң түгелме ни?» Беҙ һоҡланыуыбыҙҙы белдерә-белдерә тел шартлаттыҡ: «Ай, афарин, ҡыҫҡа арауыҡ эсендә шәп кино төшөрөп өлгөргәнһең дәһә!».

Дөрөҫөн әйткәндә, ул фильмды өс көндә төшөрөп бөтөп, ике көндә монтаждың осона сыға. Ошо турала ишеткәс, булмаҫ, ана, хатта фильмдарҙы ҡоймаҡ кеүек шапылдатып ҡойоп торған кино мәккәһе Голливудта ла шулай тиҙ төшөрә алмайҙар, тип ышанмай баш сайҡаныҡ. Унда студияла эшләү ныҡ ҡиммәткә төшкәс, һәр көн ҡәҙерле, шуға ла фильмды уртаса ике ай дауамында төшөрәләр (әйтәйек, «Бысҡы» («Пила») триллерын өс аҙна эсендә төшөргәндәр). Етмәһә, проекттың осона сығыр өсөн бер өйөр кеше талап ителә: ҡуйыусы режиссерҙан тыш, режиссер ярҙамсыһы, фильм директоры, администратор, редактор, ҡуйыусы рәссам, оператор, бутафор, декоратор һ.б. Кино төшөрөргә аҡса бирерлек ҡалын кеҫәле бағыусыларһыҙ ҙа бер аҙым алға китеш юҡ. Ә бында Айгиз Ғабдуллин ҡустыһы Илгиз ярҙамында бар эште бер үҙе тиерлек атҡарып сыҡҡан.
– Былай ун көн төшөрөргә тейеш инем, – тип аңлатты режиссер. – Тик төп ролдәрҙе башҡарыусы Гөлнара менән Илсур ҡаҙаҡ­баевтар өс көнгә генә килгәс, тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләп, кино төшөрөүҙе өс көндә тамамларға тура килде. Төнгө кадр­ҙар иң һуңға ҡалдырылды, шуға унда актер­ҙарға грим да кәрәкмәне – улар, ысынлап та, арып-талсыҡҡайны, йонсоуҙары йөҙҙәренә сыҡҡайны...
ҡыҫҡа метражлы кинокартина өс көндә төшөрөлһә лә, ниәт Айгиздең күңелендә күптән, ун алты йыл элек, ул Төркиәлә уҡығанда әле, яралған. Шунда бер егеткә тыуған көнөнә Яныбай Хамматовтың «ҡара яу» китабын бүләк итәләр. Уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый­ҙар.
– «ҡара яу»ҙы уҡығанға тиклем башҡорт тарихын белмәгәнмен, – тип асылып китте Айгиз. – Күңелдең аҫтын-өҫкә килтергән «ҡара яу»ҙан һуң баш­ҡорт тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды һәм шунан бирле уның һүнгәне-һүрелгәне юҡ. Каникулға ҡайтҡандан һуң Төркиәгә тарихыбыҙға ҡағылышлы бөтә китаптарҙы һатып алып барҙым. Һәр береһен онотолоп китеп, уйҙарға бата-бата уҡыным. Аҙаҡ Төркиәнән ҡайтҡанда уларҙы һатырға тура килде (таможняла оло багаж ҡиммәткә төшә). Төрөк уҡытыусыларым китаптарҙы һис бер һүҙһеҙ алды, бигерәк тә Алтон С. Доннеллиҙың «Рәсәйҙең Башҡортостанды баҫып алыуы 1552 – 1740» («Завоевание Башкирии Россией 1552 – 1740») китабына иҫтәре китте. Төрөктәр беҙҙең тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһына...
Бер нисә документаль һәм ҡыҫҡа метражлы «Алмабикә» фильмдарында тәжрибә туплағас, Айгиз тарихи киноға тотона. Тик «Алмабикә»не генә түгел, «Мораҙым хан»ды ла ул үҙ аҡсаһына төшөрөргә мәжбүр була (мәҫәлән, өс кешенең костюмына ун мең һум аҡса китә). Буштың атаһы үлгән, тиһәләр ҙә, әлдә Байым егетенең изге ниәтен тормошҡа ашырырға яҡташтары ярҙам итә. Әйтәйек, ауыл халҡы кейемдәргә тире йыйып бирә, ҡалҡандарҙы Айгиздең атаһы Раил ағай яһай, Айбулат Оморҙаҡов аттарҙы фильмға төшөрөүгә әҙерләй. Иҫке Балапандан Рәйес Рамазанов һөңгө, уҡтарҙы эшләй, Аһылайҙан тимерсе Ильяс Кәримов ҡылыстарҙы, һөңгө, уҡ баштарын әҙерләй, Туйыштан Сулпан Заһретдинова кейем тегә, Буранғол мәктәбе директоры Ринат Моратов ойоштороу эштәре менән ярҙамлаша, клуб мөдире тирмә бирә, Альбина Шәмсетдинова көй яҙа... ҡыҫҡаһы, ярҙамсыларҙың исем-шәрифтәрен һанау ғына ла байтаҡ урынды алыр ине.
– Ике кинофильмым да ни бары өлгө генә, хәҙер ҙурыраҡ проекттарға тотонорға ине. Ләкин, пландар күп булһа ла, уларҙы бойом­ға ашырырға аҡса юҡ, – тип Айгиз уй-ниәттәре менән бүлешеүҙе кәрәк һанаманы. – Аҡса, махсус техника, ҡорамалдар, шәп сценаристар булғанда, бына тигән кино төшөрөргә мөмкин. Башҡортостан юлдаш телевидение­һы менән хеҙмәттәшлек итер инем, әммә улар әлегә өндәшмәй.
Айгиз Ғабдуллиндың төп маҡсаты – халыҡтың аңын уятыу. Ошо маҡсат уға ҡул ҡаушырып ултырырға форсат бирмәй, алға этәрә.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы