RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәхнәлә – Мостайҙың бала сағы

29.11.2011 Сәхнәлә – Мостайҙың бала сағы

Сәхнәлә – Мостайҙың бала сағы
Ноябрь айында Сибайҙың «Сулпан» дәүләт балалар театрында «Теүәтәй һәм Өфө» исемле спектаклдең премьераһы булып үтте. Әҫәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бала сағы тураһында.
– Мостай ағайҙың кескәй саҡтан уҡ Өфө хаҡында хыялланыуы сәбәпсе булды был пьесаны яҙыу­ға, – ти әҫәрҙең авторы, билдәле драматург Наил Ғәйетбай. – Ул был хаҡта «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында яҙа. Йәнә мин кескәй Мостайҙың бәләкәстән изге күңелле, юғары рухлы булып үҫеүен күрһәтергә тырыштым, бер ҡатлы ғына тәүге шиғырҙар ижад итеүе лә бар пьесала.
Әҫәрҙә Мостайға алты йәш, дуҫтарына ла шул тирәһе. Улар бәхәсләшә, шаяра, аҙаҡ, Өфөгә юлға сыҡҡас, төрлө мажараларға тап булалар. Йәш тамашасылар тын да алмай йотлоғоп ҡараны спектаклде, аҙаҡ, тағы ла дауам итмәҫме тигәндәй, таралышмай ултыр­ҙылар.
– Был әҫәр мине күптән ҡыҙыҡһындырҙы. Уның авторы – минең яратҡан драматургым, – тине спектаклдең режиссеры, «Сулпан» театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы Гөлнара Вәлитова. – Икенсенән, әҫәр халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бала сағы тураһында булыуы менән ҡыҙыҡлы. Бик илһамланып эшләнек. Әҫәрҙә характерҙар ярылып ята. Шуға актерҙарға образдарға инеү ауыр булманы. Балалар яратып ҡарай. Көнөнә ике-өс спектакль уйнайбыҙ. Залыбыҙ һәр ваҡыт шығырым тулы.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: бөтә ролдәрҙе лә Сибай сәнғәт колледжының актерҙар бүлеген тамамлаған йәш артистар уйнай. Ваҡытында ошо колледж ул осорҙа мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләгән Наил Ғәйетбайҙың инициативаһы менән асылғанлығы билдәле. Шуға ла пьеса авторына икеләтә рәхмәтле театр коллективы.
Кескәй Мостайҙың ролен Юлдаш Юлдыбаев башҡара. Уның дуҫтары Гәрәй, Кирәй, Йәркәй образдарын Данис Искәнйәров, Илфат Мерәҫов, Баязит Ғәйнуллин уйнай. Әсә образын Земфира Алтыншина һынландыра. ҡалған ролдәрҙе Земфира Юлмөхәмәтова, Илгизә Байназарова, Альбина Вәлиева, Фәнил Сөнәғәтов һәм Раян Яҡупов башҡара.
Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Лүзә Байегетова, музыкаль яҡтан биҙәүселәре – Раушан Хөснөтдинов менән Салауат Оморҙаҡов, бейеүҙәрҙе ҡуйыусы – Мехринисо Маматова.

Әлмира КӘРИМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы