RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырла, йырла, тип әйтәһЕгеҙ, һеҙгә ниндәй йыр кәрәк?

18.06.2011 Йырла, йырла, тип әйтәһЕгеҙ, һеҙгә ниндәй йыр кәрәк?

“Йырла, йырла, тип әйтәһЕгеҙ, һеҙгә ниндәй йыр кәрәк?” йәки Артистарға Хоҙай түҙемлек бирһен!
Ысынмылыр-бушмылыр, берәүҙән: “Һи­нең ҡыҙың эшкә урынлашмай, һаман йырлап тик йөрөймө?” – тип һорағандар, ти. Беҙҙә артистарға ҡарата шундай мөнәсәбәт урынлашҡан: йәнәһе, улар матур итеп кейенеп, сәхнәлә һикерәңләп тик йөрөй, донъя­ның артына тибеп йәшәй. Ә сәхнә артында иһә иңенә ниндәй ҡыйынлыҡтар төшөүен бисаралар үҙҙәре генә белә лә, үҙҙәре генә күрәлер инде. Йыр яҙҙырыуҙы ғына алайыҡ. Әйткәндәй, һөнәремде үҙгәртеп, ошо өлкәлә үҙемде һынап ҡарарға булдым.

Йылдың темаһы барыһын да хәл итте

Йырла, йырла, тип әйтәһЕгеҙ, һеҙгә ниндәй йыр кәрәк?ҡала һәм район ойошмалары араһында үҙешмәкәр смотрҙа башҡарыу өсөн Рәсәй эстрадаһы примаһы Алла Пугачева репертуарындағы “Миллион ал раузалар” йырының японса вариантын һайланым. Шөкөр, был йырҙың “минусовка”һын, йәғни аранжировкаһын һәм һүҙҙәрен интернет селтәренән табыуы ҡыйын булманы. Шулай итеп, кеҫәмдә Баймаҡ ерлеге өсөн 1000 һумды, Сибай тарафтарында – 2000, ә Өфөлә 3500 һумды экономияланым. Әммә шулай ҙа халыҡ ижады үҙәге музыканты Илшат Аллаяровтан фонограмма яҙҙырыу нескәлектәре хаҡында һораштым.
– Иң тәүҙә йырсыны йырлатып, йырҙың көйөн яҙҙырып алам. Уның тоналлеген, характерын билдәләйем. Шунан фонограмма эшләйем.
– Күңелеңә ятҡан көй булһа, фонограмма эшләү өсөн күпме ваҡыт китә?
– Ихлас ултырғанда – бер көн.
– Әгәр ҙә йыр оҡшамаһа?
– Йырҙың йыртығы юҡ, тиҙәр. Шулай ҙа заманса, йәғни “йәштәрский” йырҙарҙың ни көйө, ни моңо юҡ. Ундайҙарҙы эшләүе ҡыйыныраҡ.
– Ә ниндәй көйҙәр күңелеңә хуш килә?
– Боронғо, халыҡсан, ретро йырҙар оҡшай.
– Аранжировка эшләгәндә музыка ҡоралдарын нисек һайлайһың?
– Йырсы йырлаған саҡта уҡ үҙемсә ишетәм һәм ниндәй ҡоралдар кәрәген билдәләйем.
– Үҙ ғүмереңдә нисә йырға аранжировка эшләнең?
– Икһеҙ-сикһеҙ. Быйыл халыҡ ижады үҙәгендә эшләй башлауыма ун йыл тулды. Ошо дәүерҙә үҙем аранжировкалар эшләргә өйрәндем.
– Беҙ һине баянсы булараҡ күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә үҙеңә ниндәй музыка ҡоралы нығыраҡ оҡшай?
– Флейта моңон яратам. Уйнарға өйрәнергә теләгем ҙур, тик флейта ғына юҡ.
Шулай итеп, аранжировка эшләнде тип һанайыҡ һәм артабан киттек.

Йүгерешкән “бөжәктәр”ҙе сүпләй торғас...

Йырҙың “плюсовка”һын эшләтеү, йәғни көйгә ҡушылып йырлап яҙҙырыу өсөн шулай уҡ халыҡ ижады үҙәге музыканты Руслан Тимербулатовҡа мөрәжәғәт иттем. Ул бының менән дүрт йыл шөғөлләнә.
Мин барғанда “Ирәндек ынйылары” төбәк конкурсында I һәм III урын алған егеттәр – 4-се мәктәптең 3-сө синыф уҡыусыһы Линар Хоҙайғолов һәм Байыш мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Ғәлимйән Минишев “Сулпылар” республика телевизион фестивалендә ҡатнашыу өсөн “плюс” яҙҙыра ине. Уларҙың йырлағанын эстән генә: “Дә-ә, егеттәр, афарин!”– тип тел шартлатып тыңлап ултырҙым. Береһе йырлаған арала икенсеһе менән әңгәмәләшеүҙән шуны аңланым – улар иҫ белгәндән алып йырлай икән. “ҡайҙан миңә улар менән тиңләшергә!”– тип уйлап, саҡ боролоп сығып китмәнем. Шулай ҙа һөнәри ҡыҙыҡһыныуым еңде: егеттәрҙең йырлап бөткәнен һәм Русландың “плюсовка” эшләгәнен аҙаҡҡаса көтөп ултырҙым һәм хайран ҡалдым. Иҫ китмәле матур йыр килеп сыҡты!
Һоҡланып ултырып, миңә сират еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бәй, ни өсөн килгәнемде онотҡанмын, имеш! Тулҡынлана-тулҡынлана түбәнән иҙәнгә тиклем балаҫ кеүек материал менән көпләнгән студияға үттем һәм капрон ойоҡ кейҙерелгән микрофон алдына баҫтым. Башымдан: “Беҙҙә, Рәсәйҙә, капрон ойоҡто ниндәй генә маҡсат менән ҡулланмайҙар”, – тигән уй йүгереп үтте, шул арала һуған тултырылған ойоҡ та күҙ алдыма килде. ҡолаҡсындарҙы кейҙем, тамаҡты ҡырҙым, көй башланды, һәм... японса һүҙҙәр башымдан сығып осто. Тәҙрә аша Русланға туҡтарға ымланым да, йүгереп сығып йырҙың һүҙҙәрен тотоп индем. Көй башланды... Йырлай-йырлай манма тиргә баттым. Ярай әле Руслан, минән алдағы егеттәрҙе ыҙалатҡан кеүек, бер нисә тапҡыр түгел, ә берҙе генә йырлатты. Йыр бөткәс, көплө бүлмәнең ишеген таба алмай аҙапландым.
Руслан миңә нисек йырлауымды тыңлат­ҡас, ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Кәзә мекерләүенән аҙ ғына матурыраҡ булған тауышым өсөн оялһам да, һөҙөмтәһен бик тә ишеткем килә ине. Әлдә сығып китмәгәнмен – компьютер экранында йүгерешеп йөрөгән бөжәккә оҡшаған нәмәләрҙе бер тирәгә сүпләп, ярты сәғәттән ашыу маташҡандан һуң матур ғына йыр килеп сыҡты, буғай. Рәхмәттәремде әйтә-әйтә хаҡын һораштым. “Плюсовка” эшләтеү Баймаҡта – 500, Туймазыла – 700, Октябрьскийҙа – 1000, ә Өфөлә 1500 һум тора.
Йыр бына шулай яҙыла икән дә. Йырсы өсөн уны табыуы ла еңелдән түгел – халыҡ күңеленә ятышлы һүҙҙәргә яҙылған моңло ла, дәртле лә йыр ерҙә аунап ятмай шул. Улары ла байтаҡ ҡына хаҡ тора. Ә инде сәхнәлә һын-ҡиәфәткә килешле кейем алыу, уның буй еткеһеҙ хаҡы тураһында яҙып тормайым. Быныһы – үҙебеҙ өсөн дә таныш күренеш. Сәхнәлә балҡыу һәм дәррәү алҡыш хаҡы аҡса менән генә иҫәпләнмәй, иҫ киткес сыҙамлылыҡ, рухи көс тә талап итә.
Үәт, шулай, йәмәғәт. Юғиһә, артистар күңелле йәшәй, тип уйлаған булабыҙ.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы