RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪ

24.05.2011 АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪ

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса маҡсатлы эш алып барыла
АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪЫрымбур өлкәһенә күптән юл төшкәне юҡ ине, унда барырға Башҡорт Аллабирҙеһе ауылында ойошторолған төбәк-ара семинар сәбәпсе булды. Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлыҡтары, Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт, ижтимағи һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге берлектә үткәргән мөһим сараның “Глобалләштереү осоронда башҡорт халҡының этномәҙәниәтен һаҡлау проблемалары” тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен уҡытыу буйынса был ауыл мәктәбендә бай тәжрибә тупланған.
Семинарҙа ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова етәкселегендә абруйлы делегацияның килеүе лә сараның мөһимлегенә ишаралай ине. ҡунаҡтар араһында Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев, БР Мәғариф министрлығы хеҙмәткәре Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Башҡор­тостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының кафедра бүлеге мөдире Зәкиә Ғәбитова һымаҡ белгестәр генә түгел, Өфө, Сибай, Күмертау ҡалаларынан, Благовар, Көйөргәҙе райондарынан күп йылдар эшләү һөҙөмтәһендә үҙҙәре уҡыт­ҡан предмет буйынса оло тәжрибә туплаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла бар ине.
– Башҡортостан Республикаһы менән берлектә беҙ ошондай саралар­ҙы йыш үткәрәбеҙ. Быға тиклем семинарҙар Гай, Крас­ногвардейский райондарында ойошторолғайны. Миңә ҡалһа, улар бик уңышлы булды һәм бөгөн ыңғай һөҙөмтәләрен күрһәтә. Телгә алын­ған райондарҙағы башҡорт мәктәптәрендә уҡыған балалар төрлө кимәлдә уҙғарылған олимпиадалар­ҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, йылдың-йылы юғары урындар биләй. Ошо белем усаҡтарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары ла Башҡортостанда уҙғарыл­ған “Йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә әүҙем ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы: улар был абруйлы ярыштарҙа ябай күҙәтеүселәр генә түгел, еңеүҙәр ҙә яулай.
АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪ– Бөгөнгө семинар ҙа эҙһеҙ үтмәҫ, яҡын киләсәктә, һеҙҙән алған бай тәжрибәгә таянып, Аллабирҙе ауылы мәктәбе уҡыу­сылары һәм уҡытыусыларының тынғыһыҙ хеҙмәте үҙ емештәрен бирер, – тине, семинарҙы асып, Төйлөгән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Надежда Гирина.
Хәйер, 1909 йылда уҡ нигеҙ һалын­ған Аллабирҙе ауылы мәктәбенең уңыштары әле лә юҡ түгел. Мәҫәлән, 2005 йылда был белем усағын дүрт уҡыусы миҙал­ға тамамлаған. Унан һуңғы йылдар­ҙа ла мәктәп миҙалсылар биреп торған. Былтырғы уҡыу йылында ун беренсе класты көмөш миҙалға тамамлаған Әлфинә Бәширова – әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенты. Унан башҡа йыл һайын бында Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһына, Ырымбур өлкәһе губернаторы стипендияһына лайыҡ булған уҡыусылар бихисап.
Бында хеҙмәт иткән уҡытыусылар ҙа үҙҙәре һайлаған һөнәргә мөкиббән китеп, үҙ эштәрен яратып башҡара. Мәктәп директоры Сания Күҙбаева, мәҫәлән, юғары категориялы педагог, Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған уҡытыу­сыһы. 2005 йылда ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Тағы ла ике йылдан Ырымбур өлкәһендә үткәрелгән “Мәғариф – 2007” бәйгеһенең еңеүсеһе булған.
Етәксенән күрмәксе, уның ҡул аҫтында эшләгән уҡытыусылар ҙа район кимәлендә уҙғарылған төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм бығаса мәктәп яулаған юғары бейеклектәр­ҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бар көстәрен һала. Был белем усағы – һәр бер баланың ижади потенциалын үҫтереү майҙаны.
Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән матур концертты тамаша ҡылғандан һуң ҡунаҡтар, төркөмдәргә бүленеп, асыҡ дәрестәр ҡарарға таралышты.
Туғыҙынсы кластарҙа асыҡ дәресте мәктәп директоры Сания Күҙбаева бирҙе. Дәрестең темаһы яҙыусы Сафуан Яҡшығолов ижадына арналды һәм “Туған халҡым мине ишетһен ине” тип аталды. Унан тыш, был көндө Наилә Күҙбаева, Гөләйшә Әлибаева, Марат Абдрахманов, Ләйлә Хиса­мова, Вадим Күҙбаев Башҡор­тостандан һәм Ырымбурҙың башҡа райондарынан килгән талапсан коллегалары алдында һынау тотто.
Иң ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс дәрес башланғыс кластарҙа булғандыр, моғайын. Беренсе һәм өсөнсө класс уҡыусылары өлкән ағайҙары менән апайҙарына “Әлифба” байрамын әҙерләгәйне. Бәләкәстәр күңелдәренең иң түрендә мәңгелеккә матур бер хәтирә булып ҡаласаҡ сараларына атай-әсәйҙәрен дә саҡырырға онотмаған. Дәресте башланғыс класс уҡыусыларының яратҡан апайҙары Рәсимә Хисамова әҙерләгәйне. Һәм, әйтергә кәрәк, байрам һәр яҡлап та бик уңышлы килеп сыҡты. Дәрестең күңелле мәлдәре лә, һағышлы минуттары ла булды. Атай-әсәйҙәр бер йыл арауығында хәреф танырға ғына түгел, уҡырға-яҙырға, мауыҡтырғыс итеп шиғыр һөйләргә, йырларға-бейергә өйрәнгән балаларына ҡарап, берсә рәхәтләнеп көлдө, берсә күңелдәре тулып илап та алды. Ләкин был көндө күҙ йәштәре лә бары тик шатлыҡтан ғына ине.
Асыҡ дәрестәрҙән һуң Баш­ҡортостандан килгән бер төркөм уҡытыусы Ырымбурҙағы коллегалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Благовар районының Иҫке Күсәрбай мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы, Рәсәй Президенты грантына эйә Гөлфирә Әхмәтшинаның “Башҡорт көсө нимәлә?” тип аталған оҫталыҡ класы Илгизәр Бураҡаевтың “Башҡорт көсө” хикәйәһенә нигеҙләнгәйне. Өс тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт стажы булған Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы мауыҡтыр­ғыс сығышының тәүге минутынан уҡ аудиторияны, гүйә, сихырланы ла ҡуйҙы. Уның һөйләгәнен тыңлаусылар ил, рух азатлығын яулап яуға сыҡҡан башҡорт батыр­ҙары менән бергә дошманын аямай ҡанлы алыш­ҡа сыҡты был мәлдә.
Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейы уҡытыусыһы Гөлнәзирә Игелекова иһә тыңлаусыларҙы Мостай Кәримдең “Айгөл иле”нә алып китте. Был үлемһеҙ драма геройҙарының рухи донъяһын, эске кисерештәрен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен Гөлнәзирә Батыр ҡыҙының уҡыусылары төҫтәр ярҙамында өйрәнә икән.
Лилиә Солтанова Өфө ҡалаһы Киров районының 41-се мәктәбендә эшләй. Ул да юғары категориялы уҡытыусы. Мөғәллимәнең алдына ҡуйған инновация проектының темаһы – АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪ “Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен лингвистик йүнәлештә үҫтереүҙә заманса технологиялар ҡулланыу”.
Лилиә Ишкилде ҡыҙы бер нисә тапҡыр баш ҡала кимәлендә уҙғарыл­ған конкурстарҙа еңеү яулаған. 2009 йылда Башҡортостан Президенты грантына эйә булған. Уның оҫталыҡ дәресенә әҙерләп килтергән темаһы ла ҡатмарлы ине. Лилиә Солтанова коллегаларына “Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен лингвистик йүнәлештә үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһын ҡулланыу тәжрибәһе” тураһында һөйләне.
Семинар һуңында күрһәтелгән дәрестәргә, оҫталыҡ кластарына баһа бирелде, эшкә йомғаҡ яһалды.
Тәүгеләрҙән булып һүҙҙе Ырымбур өлкәһе Мәғариф министрлығының баш белгесе Елена Холеева алды. Һуңғы йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү йүнәлешендә урындағы дәүләт органдары тарафынан башҡарыл­ған ыңғай тәжрибә тураһында һөйләне.
Яуап һүҙе менән сығыш яһаған Рәйсә Күзбәкова Ырымбур өлкәһе, шулай уҡ Төйлөгән районы хакимиәте етәкселәренә ошондай мөһим сара ойоштороуҙа һәр яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
– Башҡортостанда етәкселек тарафынан төплө уйланылған милли сәйәсәт алып барылыу арҡаһында республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың, этник төркөмдәрҙең барыһына ла туған телдәрендә белем алыу мөмкинлеге булдырылған, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. – Бөгөн беҙҙең республикала башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт мәктәптәре уңышлы эшләй. Ә мордва, немец, украин, белорус, йәһүд, латыш, поляк, әрмән телдәре предмет булараҡ өйрәнелә. Республикабыҙ етәкселегенең даими хәстәрлеге арҡаһында сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балалары туған телдәрендә белем алһын өсөн бик күп ярҙам күрһәтелә: семинарҙар үткәрелә, конкурстар ойошторола, уҡытыусыларҙың белеме камиллаштырыла, уҡыу әсбаптары ебәрелә. Ләкин ҡайһы ваҡыт чиновниктар ауыҙынан, ата-әсәләр үҙ балаларын әсә телендә уҡытырға теләмәй, тигәнерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә. Бындай хәлде үҙебеҙҙең Баш­ҡортостанда ла, сит өлкәләрҙә лә күҙәтергә мөмкин. Баланы туған телендә уҡытыуҙы ата-әсәләргә генә япһарып ҡуйыу – төптө хата фекер. Сабыйҙарына ата-әсәләр туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә булған ихтирамды бишектән үк һеңдерергә тейеш. Ә ата-әсәләрҙе милли рухта тәрбиәләү – ул мәктәптең, йәмғиәттең, власть органдарының бурысы.
Рәйсә Күзбәкованың сығышын Мирас Иҙелбаев күтәреп алды.
– Ырымбур өлкәһе үҙ ваҡытында беҙҙең башҡорт әҙәбиәтенә бына тигән әҙиптәр биргән. Шуларҙың иң йәше бөгөн иллене уҙған. Ул – шағир Хисмәтулла Юлдашев. Тимәк, бөгөн телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ҡасан ғына рухи мәккәбеҙ булған Ырымбур өлкәһендә яңы юлтыйҙар, дәүләтшиндар, агиштар, амантайҙар, бикбайҙар, тойғондар тыуырлыҡ кимәлдә өйрәнелмәй. Был бик ҡыҙғаныс һәм беҙҙә урынлы борсолоу тыуҙыра.
Бөгөнгө кеүек семинарҙарҙы Ырымбур өлкәһендә генә түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән башҡа өлкәләрҙә лә, республикаларҙа ла йыш үткәреү зарур. Һәм, минеңсә, унда уҡытыусыларҙы, йәмәғәт эшмәкәр­ҙәрен, ата-әсәләрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәк. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайыҡ әле, бергәләп, бер һүҙҙән булып эш итәйек. Был бит беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәген хәстәрләп башҡарылған изге эш. Ә ул алдағы көндәрҙә, һис шикһеҙ, үҙенең уңышын бирәсәк, – тине ул.
Дөрөҫ әйтте Мирас Хәмзә улы. Унан да яҡшыраҡ итеп әйтеп булмаҫ, моғайын.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, “Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Ырымбур өлкәһе.

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы