RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш

23.02.2019 Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш

йәки Ышанырға теләмәгән хәҡиҡәт...

“Өфө һөйләй...” Әллә күпме йыл ошо һүҙҙәр менән Башҡортостан халҡына хәйерле иртә, хәйерле көн, хәйерле кис теләгән дикторҙың арабыҙҙа юҡлығына һис кенә лә ышанғы килмәй. Һауа ғына түгел, кәйефенең һәм һаулығының торошона ҡарамайынса, көн һайын таңдан тороп эшкә ашыҡҡан Әхәт Мортазин, күптән инде радио тыңлаусыларҙың яҡын кешеһенә әүерелеп, һәр саҡ янда булыр кеүек ине. Тик 59 йәшен яңы ғына тултырған ир-уҙаман уйламағанда яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Һис кенә лә ышанғы килмәй...


“Башҡортостан” дәүләт концерт залында тамашасыны Әхәт ағайҙың тауышы ҡаршы алды. 6 февралдә, иҫән булһа, уның хәтер кисәһенә түгел, ә 60 йәшлек матур юбилейына йыйылыр инек. Нисек үтер ине икән ул? Йыр-моңға бай булыр инеме, әллә әҙәби кисәме? Рәсми төҫ алыр инеме, әллә йор һүҙгә ҡоролор инеме икән? Бәлки, ҙур спорт байрамы төҫөн алыр ине... Әйтеүе ҡыйын, сөнки Башҡор­тостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың таланты шул тиклем күп ине. Ике меңдән ашыу әҙәби әҫәр тап уның уҡыуында аудио­яҙмаларҙа мәңгеләштерел­гән. Бик күп рәсми сараның, шулай уҡ уйын-көлкөлө концерттарҙың алмаш­тырғыһыҙ алып барыусыһы ла булды. Һуңғы йылдарҙа тамашасыға уның йырлауы, ҡурайҙа, гитарала уйнауы ла билдәле булды. Төрлө спорт сараларында, айырыуса волейбол ярыштарында “Юлдаш” радиоһы командаһы Әхәт ағайҙың тырыш­лығы менән гел тәүге урындарҙы яулай ине. Өлгөлө ғаилә башлығы, атай һәм олатай... Ошондай талантлы, кешелекле, ихлас һәм бар яҡтан килгән кешеләрҙең иртә китеүе йөрәкте әрнетә лә инде. Шуға ла кисә барышында тама­шасыларҙың күҙҙәренән йәш китмәне.





“Ашҡына ғүмер...” Һуңғы йыл­дарҙа Әхәт ағайҙың телефонында ошо йыр торған. Әйтерһең дә, һәр шылтыратыу уға ғүмерҙең етеҙ юртаҡ кеүек алға сабыуын иҫкәрткән. Кисәлә диктор яратҡан һәм уны хөрмәт иткән йырсылар – Радик Юлъяҡшин, Гөлназ Асаева, Айгөл Һа­ғынбаева, Фәдис Ғәниев, Ли­лиә Биктимерова, Дияна Ишниязова, Ғәзим Ильясов, Әлим Ҡәйүмов, “Кар­уан­һарай” төркөмө ҡат­нашты. Үҙҙәренең күңел түрендә йөрөткән хә­тирәләре менән бү­лешеп, яҡты рухы алдында баш эйеп, Башҡортостан Баш­лығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев, Сибай педагогия колледжында бергә белем алған һабаҡ­ташы Нәфисә Тулыбаева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айыт­ҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Өфө ҡалаһы мэры урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Учалы филармонияһы директоры Әлмир Мөхәмәтйәров сығыш яһаны.

Кешегә талант тәбиғәт тарафынан бирелә. Сибай педагогия училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған ябай ауыл малайына ла туған телгә һөйөү, һүҙ ҡөҙрәтен аңлау тыумыштан һәм тәрбиә аша бирелә. Әммә ул талантына ғына ышанып йәшәмәне, киреһенсә, тырышлыҡтар, эҙлә­неүҙәр менән эшмәкәрлеген байытып, үҙ эшенең оҫтаһы булып та­нылыу яуланы. Хатта үҙенең эшмәкәрлеге, хеҙмәте буйынса методика булдырып, йәш жур­налистарҙы әҙерләүгә булышлыҡ итте. “Башҡортостан” радиоһында һәм телевидениеһында эшләүсе байтаҡ журналист тап Әхәт Мортазиндан оҫталыҡ дәрестәре алған. Телмәр мәҙәниәтен, дикцияны үҫтереүгә, әйтелгән һүҙгә иғти­барлы булыу, уҡыған әҫәрҙең мәғәнәһен, фекерен аңлап, тама­шасыға еткереү, эфир аша яғымлы тауыш менән һөйләү – алып барыу­сылар, журналистар әле лә уның кәңәшен тота. Остаздарына ҡарата ихтирам һәм хөрмәт йөрөткән журналистар исеменән Наил Юнысов менән Рита Өмөтбаева сығыш яһаны. “Әхәт Мотаһар улы кеүек шәхестәр һирәк була. Исемен мәңгеләштереп, Өфө урамдарының береһенә уның исемен бирергә, тыуған ауылы Яңы Байрамғолда йорт-музейын асырға, “Башҡортос­тан” телерадиокомпанияһында дикторҙар мәктәбен булдырырға тәҡдим итәбеҙ!” – тигән һүҙҙәрҙе тамашасылар ҡайнар алҡыштарға күмде. Учалы районы хакимиәте вәкилдәре иһә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында еңгән уҡыусыға Әхәт Мортазин исемендәге премия тапшыры­ласағы тураһында һөйөнөслө яңылыҡ еткерҙе.
Хәтер кисәһенә килеүселәргә легендар дикторҙың ижадына арналған өр-яңы “Ашҡына ғү­мер...” китабы тәҡ­дим ителде. Фо­то­­һүрәттәр, әңгә­мәләр, иҫтәлектәр, мәҡәләләр аша уҡыу­сылар уның шәхесе менән яҡынданыраҡ таныша ала. Шулай уҡ ошо көндәрҙә генә уның тауышы яҙылған аудиоальбом да донъя күрҙе. Йыйынтыҡта әҙәби әҫәрҙәр, балалар өсөн әкиәттәр тупланған (диск һәм китапты һатып алырға теләүселәр “Юлдаш” радиоһының хаттар бүлегенә мөрәжәғәт итә ала).

30 йылдан ашыу ғүмерен радио һәм телевидениеға бағышлаған Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһен юғары кимәлдә ойошторған һәм үткәргән хеҙмәттәштәренә, ғаилә­һенә, туғандарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Был юғалтыу ышана алмаҫлыҡ хәҡиҡәт кеүек: күңел һис кенә лә күнергә теләмәй. Тауыш ҡорамалдарынан яңғыраған яҙмалар уны мәңгеләштерһә лә, сәхнәләргә сығыр юбиляр үҙе юҡ. Бына шуныһы ҡыҙғаныс...




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: "Юлдаш" радиоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы