RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырсылар ялдарын нисек үткәрә?

14.02.2019 Йырсылар ялдарын нисек үткәрә?

йәки Зилә Усманова ниңә конькиҙа йөрөмәй?

Ҡыш ҡышлығын итеп, үҙенең хужа икәнлеген күрһәтеп тора. 30 градуслы сатлама һыуыҡтары ла, ыжғыр бурандары ла, юлдарҙы ҡаплар ҡарҙары ла булып тора. Кемдәрҙер: “Ялҡытты был ҡыш!” – тип мыжый-мыжый өйҙә ултырғанда, икенселәр ошо аҡ миҙгелгә һөйөнөп, урамда рәхәтләнә. Ә бит һөйөнөрлөк, рәхәтләнерлек мөмкинлектәр бик күп: һырғалаҡтар, боҙ ҡаласыҡтар шау-гөр килә, саңғы-сана менән тау шыуырға, бик булмаһа, рәхәтләнеп саф һауа һулап, урам буйлап йөрөп алырға мөмкин. Һәм уларҙа мотлаҡ башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙарын осратырға була. Сөнки улар: “Саф һауа – тәнгә дауа!” тигән девиз менән йәшәй!


Нефтекама дәүләт филармонияһының матур ғаилә пары, йырсылар Розалия ИҘЕЛБАЕВА менән Азат ҠАРАСУРИН ижадтан тыш ваҡыттарын әүҙем ял менән үткәрә.
– Бала сағым Баймаҡ ҡалаһында үтте. Яңы йылға ҡала хакимиәте алдына ҙур шыршы һәм төрлө һындар менән боҙ ҡаласығы ҡуйыла. Беҙ мәктәптән ҡайтып, сәй эсеп алабыҙ ҙа, шунда сығып сабабыҙ. Кискә тиклем тау шыуып, ҡарға батып ҡайтып инәбеҙ. Бер йылы аждаһа һыны менән тау эшләнгәйне. Шыуғанда уның ауыҙынан килеп сығаһың. Әллә берәйһе арттан эттеме, әллә үҙем яңылыш ултырҙыммы, хәтерләмәйем, әммә башым менән аждаһаның ҙур тешенә бәрелдем. Күҙгә уттар күренде, танау ҡанай башланы. Күп тә үтмәй, ярты битем күгәреп тә сыҡты. Донъя яңғыратып илауыма район мәҙәниәт йортонда эшләгән әсәйемде саҡырып сығарҙылар. Ошо хәлдән һуң мәңге тау шыумаҫмын, тип уйлай инем, икенсе ҡыш етеү менән онотолдо. Һаман да бала саҡтағылай, шатланып ҡыш килеүен көтәм. Азат та әүҙем ялды ярата, йәй теннис, волейбол уйнай, ҡышҡыһын икәүләп катокка йөрөйбөҙ,– ти Розалия.

Йырсы Зилә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәсән УСМАНОВТАРҘЫҢ көтөп алған мәле – мәктәптәге каникулдар. Рәхәтләнеп ғаилә менән ял итә улар. Балалары экрандарға текләп ултырмаһын, күберәк хәрәкәт итһен өсөн тырышалар. Айырыуса атаһы Уралды спортҡа ылыҡтырған. Йорттары янындағы һырғалаҡта көн һайын конькиҙа йөрөй, хоккей уйнарға ятата. Апаһы Шәүрә лә унан ҡалышмай. Аталары менән өсәү бергә уҙышып бер булалар. Тик Зилә генә бала саҡта туң ергә һикереп, аяғын һындырғандан һуң, конькиҙа йөрөргә ҡурҡа. “Ә мин тау шыуырға яратам. Күмәкләп шыуғанда иң яңғырауыҡлы итеп ҡысҡырам, тауышым әллә ҡайҙа ишетелеп тора!”– ти Зилә Усманова.

Йәш йырсы Линар Белый (ВӘЛИЕВ) йәштәрҙе йәйен-ҡышын спорт менән шөғөлләнергә саҡыра. Ул бала саҡтан саңғы шыуырға ярата, бик күп ярышта ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Был шөғөлдө һаман да ташламай. “Әлбиттә, гастролдәргә йыш йөрөгәс, хәҙер саңғыға һирәк баҫам. Шулай ҙа бер эләккәндә рәхәтләнеп шыуып алам. Йәйгеһен футбол, баскетбол уйнайым. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит. Спорт үҙемде формала тотоу өсөн дә кәрәк, һаулыҡҡа ла файҙалы. “Йәшлек”ле йәштәр! Һеҙгә өндәшәм, тышҡа сығып, саңғы шыуып алығыҙ!”– тип сәләм ебәрҙе йырсы.
Әйткәндәй, Линарҙың йылға буйында хоккей уйнағанын беҙгә Әбйәлил районынан ебәрҙеләр. Үткән аҙнала ул шул тарафтарҙа концерттар ҡуйып йөрөгән икән.

Башҡорт дәүләт опера театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам ВӘЛИЕВ йырсы һөнәрен һайламаһа, моғайын, атаҡлы хоккейсы булыр ине. Ул туғыҙ йәшенән конькиҙа. Тыуған ауылы Имәнлекүлдә (Саҡмағош районы) элек мәктәп балалары атайҙары ярҙамы менән үҙҙәре боҙ майҙансығы эшләп, ҡыш буйы хоккей уйнаған. Майҙансыҡты ҡарҙан таҙартыу, тәртиптә тотоу ҙа малайҙар иңендә булған. Хоккейға һөйөү һүрелмәгән, Илһам Фәһим улының хатта махсус формаһы ла бар. Улы Хәйҙәр “Салауат Юлаев” командаһы мәктәбендә шөғөлләнә, майҙанға аталы-уллы сыҡҡандары ла бар. Тик тығыҙ эш режимы, гастролдәр уға хәҙер теләгән тиклем спорт менән шөғөлләнергә ҡамасаулай.

Башҡорт эстрадаһының иң әүҙем “йондоҙ”ҙарының береһе Азалия ВӘЛИЕВА республика буйлап тығыҙ гастролдәр графигы төҙөгән. Ял өсөн уның айына бер нисә генә көнө ҡала. Шул мәлдә ул мотлаҡ ире Артур менән урмандағы һунарсылар өйөнә барып, тынлыҡта ял итер форсат таба. Сәхнә шау-шыуынан, тормош ығы-зығыларынан арыныу өсөн иң шәп сара – Бөрйән урманы, аҡ ҡар һәм саф һауа. Саңғы шыуып арығас, шешлек бешереп ашап алалар. Ҡоштарға ем һибеп, тәбиғәт хозурлығына һоҡланып, артабан ижад итергә көс-ҡеүәт туплап ҡайта Азалия. Урман ҡыҙы өсөн тыуған яҡтарҙан да яҡын ер юҡ.


Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт фи­лармонияһы артисы Эльмир ӘБҮБӘКИРОВ ғаиләһе менән саф һауала ял итергә ярата:
– Бала саҡта телевизор ҡарап ул­тырғанымды хәтер­ләмәйем. Мин Өфө ҡала­һының Затон биҫ­тәһендә үҫтем, 90-сы йылдарҙа унда тик ике генә урам ине. Шул ике урам малайҙары ике команда булып, гел ярыштар ойош­торҙоҡ. Йәй булһа – футбол, Ағиҙел йылғаһында йөҙөү, йүгереү, ә ҡыш көндәрендә – хоккей һәм саңғы ярышы. Кейемдәребеҙ ҡарҙан лыс һыу булып ҡайтып инәбеҙ, танау һәм бит остары өшөүҙән ҡыҙарып бөткән. Әммә ауырыуҙың ни икәнен дә белмәнек. Шуға күрә, үҙем атай булып, балаларымды ла шулай тәрбиәләргә тырышам. Саф һауа, уйын сәләмәтлек нигеҙе булып тора. Дүрт йәшлек Данияр улым бигерәк тиктормаҫ, шаян бала, өйҙә ултырып сыҙамай. Шуға күрә уны көн һайын тышҡа алып сығып, йүгертеп, уйнатып, хәлен бөтөрөп алырға кәрәк. Юғиһә өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереүе бар.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы