RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бейеүҙәрҙә тыуған хистәр

24.10.2018 Бейеүҙәрҙә тыуған хистәр

Бейеүҙәрҙә тыуған хистәр
Сибай филармонияһы матур ғаилә парҙары менән дан тота. Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Сулпан Асҡарова менән Илшат Яхин, Лилиә Ишемйәрова менән Урал Мортазин, Рәзилә һәм Азат Нәбиуллиндар, Гүзәл һәм Фәнил Әсәҙуллиндар, Нәсимә һәм Ильяс Сафиндар һәм башҡа артистар тап ошонда танышып, ҡауышып, матур балалар үҫтерҙе, башҡорт мәҙәниәте өсөн бер төптән хеҙмәт итте. Улар араһынан тағы ла бер парҙы атап үтке килә: бейеүселәр, хеҙмәт ветерандары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльвира Аҡназарова һәм Фәйзулла Ғөбәйҙуллин. Ике талантлы, матур, тырыш йәш кешенең ҡауышыуы башҡорт сәнғәте өсөн оло табыш булғандыр. Кем белә, бәлки, улар икенсе һөнәр эйәләре менән ғаилә ҡорһа, оҙаҡ йылдар буйы сәхнәгә хеҙмәт итә алыр инеме икән? Әйтеүе ҡыйын. Беҙҙең, тамашасылар, бәхетенә күрә, улар ҡауышҡан һәм өс тиҫтәгә яҡын сәхнә биҙәге булды.

Ә был матур мөхәббәттең тарихы Сибай филармонияһы тарихы менән бергә башлана. Стәрле­тамаҡ мәҙәниәт техникумының театр бүлеген тамамлаған (данлыҡлы актер Илшат Йомағолов класын!), әммә бала саҡтан бейеү яратҡан Фәйзулла Сибай ҡалаһында филармония асылыуы тураһында ишеткәс, ансамблгә эшкә килә. Тырыш, ныҡышмал егет бер нисә аҙнала барлыҡ бейеүҙе өйрәнеп, сәхнәлә сығыш яһай башлай. Ә был ансамблдең етәксеһе Гөлназ Аҡназарованың Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән бер туған һеңлеһе Эльвира апаһына ҡунаҡҡа килеп йөрөй. Бер көн шулай репетицияларҙы ҡарарға тамашасылар залына инеп ултыра. Артистар “Киске уйын” татар халыҡ бейеүен сәхнәләштерә. Йәш ҡыҙ шаян холоҡло, актерлыҡ таланты булған Фәйзуллаға иғтибар итә. Кискеһен апаһынан: “Ә ниңә шул зәңгәр күҙле егетте солист итеп ҡуймайһың ул? Һәйбәт бейей бит”, – тип һорап ҡуя. Гөлназ Вәкил ҡыҙы: “Фәйзулла уның исеме. Һуңғы ваҡытта репетицияларға теүәл йөрөмәй, икенсе эшкә күсергә уйлайҙыр ул”, – тип яуап бирә.
– Сәхнәлә, бейеүсе булараҡ Фәйзулла менән танышыу шулай булды. 1995 йылда, ҡулыбыҙға диплом алғас, әхирәтем Ләйсән Таштимерова менән Сибайға килеп төштөк. Студент йылдарынан уҡ “Ирәндек” ансамблендә бейеп йөрөгәс, бында ла бейеүҙән айырылмаҫҡа ниәт иттек. Йүнәлтмә буйынса Сибай институтында эш башларға тейеш инем. Әммә мин тәүҙә мәктәптә эшләп ҡарарға булдым. Хыялым һөнәрем буйынса эшләп, шул уҡ ваҡытта концерттар­ҙа сығыш яһау ине. Әммә гастролдәргә йыш йөрөү сәбәпле дәрестәр күп ҡала башлағас, һайлау алдында ҡалдым. Мин сәхнәне һайланым. – тип хәтерләй Эльвира ул йылдар­ҙы. – Эш башлап, тәүге репетицияға килһәм, теге зәңгәр күҙле егет тә йөрөй. Икенсе эшкә күсмәгән. Апайым менән бер йортта йәшәйҙәр икән, эштән һуң йыш ҡына шул тирәлә йәшәгән егет-ҡыҙҙар бергәләп ҡайта инек. Дөйөм шаяртыуҙарҙы, хәбәрҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, Фәйзулла менән артыҡ аралашманыҡ. Белгород ҡалаһына гастролдәргә сыҡҡас, юлда урындарыбыҙ йәнәшә тура килде. Аралашып, яҡындан танышып киттек. Шаян, йор һүҙле егет янында ваҡыт үткәне лә һиҙелмәне. Ошо аралашыу күңелдәргә тәүге осҡондо һалғандыр, моғайын, Сибайға ҡайтҡас, Фәйзулла миңә дуҫлыҡ тәҡдим итте.
Тәүге осорҙа ҡыҙ һөйгәне менән бер нисә йыл дуҫлашып, бер-береһен һынап ҡарарға ниәтләй. Әммә егет эште ҡыҙыу тота: ярты йыл үтеү менән ҡыҙға өйләнешергә тәҡдим яһай. Тап шул мәлдә филармония Францияла үтәсәк фестивалгә саҡытыу ала. Романтика менән һуғарылған мөхәббәт ҡалаһына йәштәр ирле-ҡатынлы булып барырға ҡарар итә. Ике йәш йөрәктең ҡауышыуы тураһындағы хәбәрҙе хеҙмәттәштәре лә, дуҫтары ла, туғандары ла шатланып ҡабул итә. Туй шаулап-гөрлөп үтә. Тик бына сит ил паспорты әҙер булғас, йәш кәләш фамилияһын үҙгәртә алмай ҡала. Быға йәш ғаилә әллә ни әһәмиәт бирмәй, әммә бына гастролдәр мәлендә фатир хужалары ғына бер аҙ шикләнеп ҡарай. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре лә бер бүлмә бирергә теләмәй. Бары бер нисә йыл үткәс, ғаилә пары тураһында гәзит-журналдар­ҙа мәҡәләләр, зәңгәр экрандарҙа тапшырыуҙар сыҡҡас ҡына халыҡ ышана башлай.
Бөгөн Фәйзулла Хөрмәт улы менән Эльвира Вәкил ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан (хеҙмәт стажы буйынса), ҡул ҡаушырып ултырмай. Хәйер, улар “Сибай” халыҡ бейеү ансамблендә эшләгәндә үк йәштәр араһында таланттар­ҙы аса башлағайны инде. Эльвира Аҡназарова ҡаланың Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Ынйыҡай” ансамблен ойоштороп, бөгөнгө көнгә тиклем балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә. Ансамбль республика конкурстарында еңеү яулай, 2017 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы коллективы” исеме бирелгән. Ә Фәйзулла Ғөбәйҙуллин 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында “Сармат” бейеү ансамбленә йәштәр йыя. Ул етәкләгән йылдарҙа ансамбль ҡалала ғына түгел, ә барлыҡ республикала үткән кон­церттар­ҙа сығыш яһарға саҡырыуҙар ала. “Ынйыҡай” менән “Сармат”та ҡанат нығытҡан таланттарҙың күбеһе хәҙер “Сибай”, “Мираҫ”, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблдәрендә эшләп йөрөй.
Етәкселәрҙең үҙҙәрен дә Өфөгә эшкә саҡыралар. Әммә улар үҙҙәренең йәшлек ҡалаһына хыянат итмәй.
– Филармонияла бер тиҫтерҙәр дәррәү итеп эш башлағайныҡ бит инде. Бер төрлө проблемалар, ҡыҙыҡһыныуҙар менән, аралашып йәшәп, гел бергә гастролдәргә йөрөгәнгәме, бер туғандар кеүек булып бөттөк. Икенсенән, ҡатыным да, үҙем дә Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән кешеләр бит, туғандар эргәлә, ауылға ҡайтып йөрөүе яҡын. Беҙ яратҡан, беҙҙе яратҡан тамашасылар ҙа Сибай ҡалаһында һәм яҡын тирәләге райондарҙа булды. Быларҙың барыһын да ташлап китке килмәне. Әлбиттә, эшләгән ваҡытта төрлө мәл була. Етмәһә, һәр ваҡыт юлда йөрөгәс, йыш ҡына аңлашылмаған хәлдәр ҙә булып тора. Сәхнәлә матур итеп сығыш яһаһаҡ та, уның артындағы ауырлыҡтар ялҡыта торғайны. Филармонияның тәүге хужалары был яҡтан һиҙгер булды, күңел ярһып, һуңғы сиккә барып еттем, тигән генә мәлдә, ял итеп алырға мөмкинлек бирҙеләр. Һәр ижад кешеһенең көрсөк мәле була. 2011 йылда сәхнәнән китеп, сәнғәт мәктәбендә ике йыл директор вазифаһын башҡарҙым. Минең өсөн оло тормош мәктәбе булды ул, байтаҡ тәжрибә тупланым. Әммә хаҡлы ялға сығыр өсөн бер аҙ стаж етмәй ине, филармонияға ҡабат ҡайттым. Хәҙер инде мин ялда, оҙайлы ялдар­ҙы үҙемә рөхсәт итә алам. Әлеге мәлдә сәнғәттән бөтөнләй ситләшеп, интернатта тәрбиә эшен башҡарам. Бәлки бер аҙ ял иткәс, балалар ансамбле төҙөп ебәрермен,– ти Фәйзулла.
Ике таланттың ҡауышыуы башҡорт сәнғәте өсөн оло табыш, тип яҙыуым юҡҡа ғына түгел. Ике тиҫтәнән ашыу эшләү дәүерендә Фәйзулла менән Эльвира “Сибай” бейеү ансамбленең йөҙөк ҡашы булды. Күмәк бейеүҙәрҙән тыш, улар “Ҡара тауыҡ”, “Генерал Игзаков”, “Ҡараһаҡал”, “Һунарсы”, “Шаян килен”, “Ғәйбәтсе”, “Ҡыҙҙар байығы” кеүек яңғыҙ һәм “Ҡоҙасам”, “Елән”, “Мөхәббәт шишмәһе” һәм башҡа парлы бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Уларҙы бөтәһен бергә туплап, сығымдарҙы үҙ кеҫәләренән түләп, ғаилә пары 2007 йылда DVD-диск сығарҙы. Был күптәр өсөн уҡыу пособияһы булып торҙо. Шулай уҡ “Ритайым, зилим, күләгә” һәм “Бейей-бейей хыялыма барам” исемле концерт программаһы ла тамашасылар өсөн оло бүләк булды.
Ояһында ни күрһә – осҡанында шул була, тигәндәй, талантлылар­ҙан талантлылар тыуған. Эльвира менән Фәйзулланың да балалары бейеүгә һәләтле. Улдары Айсыуаҡ Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия интернатында уҡыған сағында “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы була. Әлеге ваҡытта ул Башҡорт дәүләт университетының физика-техник институтында белем ала. Ҡасандыр әсәһе бейегән “Ирәндек” ансамблендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Әмилә 2-се ҡала гимназияһында уҡый, юрист булырға хыяллана. Сәнғәт мәктәбен тамамлаған, әле әсәһе етәкләгән “Ынйыҡай” ансамблендә шөғөлләнә. Гастролдәр мәлендә балаларын ҡарашҡан Гөлназ Аҡназароваға рәхмәтле ғаилә пары:
– Юлға йыйына башлаһаҡ: “Урра! Беҙ әннәгә барабыҙ!”– тип шатланышып ҡалалар ҙа (балалар инәй тимәне, әннә тип өндәште), ҡайтыуыбыҙға һағынышып, илап ултыра торғайнылар. Ә беҙ уның тәрбиәһенә, балаларҙы яратыуына ныҡлы ышанғас, борсолоуһыҙ, өҙгөләнмәй генә юл йөрөнөк. Ә ҙур ҡалаларға, оҙайлы гастролдәр булһа, етәксе булараҡ, ул да сәфәргә сыға. Ул саҡта әсәйҙәр йәки башҡа туғандар менән ҡалдылар. Аллаға шөкөр, аталары тәртипһеҙ һәм ялҡау үҫергә ирек бирмәне. Уҡынылар ҙа, өйҙә лә ярҙам иттеләр, бейергә лә өлгөрҙөләр. Артабан да беҙҙе ҡыуандырып ҡына йәшәһендәр инде, тип теләк теләйем, – ти әсәй кеше.
Сибай ҡалаһының йәме, сәхнә матурлығы булған бына ошондай матур ғаилә пары йәшәй. Был мөхәббәттең тарихының дауамы тағы ла оҙаҡ йылдар буйына дауам итәсәк әле. Балаларының мөхәббәт тарихында, ейәндәр шатлығында һәм әлбитттә, йәштәр бейейәсәк яңы бейеүҙәрҙә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы