RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

11.08.2018 Үрҙәр яулай Лилиә

Үрҙәр яулай Лилиә
Уҡ ата беләһегеҙме? Ә аяҡтар ярҙамында ғына атып, уҡты сәпкә тейҙерә алырһығыҙмы? Был мөмкин түгел, тимәгеҙ. Донъяла, һанаулы ғына булһа ла, быны атҡара алырлыҡ ғәжәп кешеләр бар. Тап уларҙың береһе – башҡорт ҡыҙы Лилиә Ҡолсәйетова. Баштүбән уҡ атыуҙан тыш, һауала туҡымала, түңәрәктәрҙә аҫылынып төрлө трюк башҡарған, һығылмалылығы менән һөйәкһеҙ тойолған зифа буй-һынлы, нәфис, көләс ҡыҙ – цирк артисы. Ярты йыл Кореяла контракт буйынса эшләгәндән һуң, 24 июндән Һиндостанға китте – килешеү шулай уҡ ярты йылға төҙөлгән.
Лилиә Ырымбур өлкәһенең Энергетик ҡасабаһында йәшәүсе Ринат Зәйет улы менән Роза Ғүмәр ҡыҙының татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Йәш ата-әсә, ябай инженер менән китапханасы, буласаҡ цирк «йондоҙ»он үҫтерәбеҙ, тип баштарына ла индермәгәндәрҙер, әммә Лилиәне төрлө түңәрәккә ихлас йөрөткәндәр, һәләттәрен үҫтерергә тырышҡандар. Шул уҡ мәлдә көсләп тә шөғөлләндерергә маташмағандар, балаға һайлау мөмкинлеген биргәндәр. Ҡыҙ бейергә лә йөрөгән, һүрәт төшөрөү менән дә мауыҡҡан, йөҙөүгә лә барған, ҡул эштәре түңәрәгендә лә булышҡан, театр студияһында ла уйнаған, хатта бер нисә ай каратэ секцияһына ла йөрөп өлгөргән. Ләкин береһенә лә күңеле артыҡ ятмаған. Ә бер көн әхирәтенә эйәреп цирк студияһына барған да, шунда тороп ҡалған. Ата-әсәһе, был мауығыуы ла тиҙҙән үтер, һыуыныр, тип Лилиәнең цирк менән һаташыуына артыҡ иғтибар бирмәгән. Йәшәй бирә генә цирк сәнғәтенең уның тормошона ныҡлап килеп ингәненә, тамыр йәйгәненә инанғандар.
Цирк донъяһына башкөлләй ғашиҡ булған Лилиә Өфөләге Республика иҡтисад лицей-интернатына уҡырға ингәс тә, яратҡан шөғөлөнән айырылғыһы килмәй, “Сулпан” цирк студияһында оҫталығын камиллаштырыуҙы дауам итә. Төплө белем, етди һөнәр ҙә ҡамасауламаҫ, тип, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институтында инженер-экологҡа уҡығанында Анастасия Кула­гинаның шоу-балеты составында эшләй – төрлө сарала сығыш яһай-яһай, һаман камиллыҡҡа ынтыла.
Үҙенең репертуарына яңынан-яңы трюктар индергән, эҙләнеүҙәр юлында булған гимнастка ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Тәүҙә ҡатмарлы күренгән трюк та, ентекле өйрәнеп эшләй башлаһаң, ул тиклем ауыр тойолмай, ти:
– Аяҡтар менән уҡ атыуҙы интернетта күреп ҡалдым, Америкала таланттар бәйгеһендә бер ҡыҙ шул номер менән сығыш яһаны. Был бик ауырҙыр, эшләй алмам, тип уйлаһам да, ошо турала етәксемә әйткәс, ул, әйҙә, эшләп ҡара, тип ҡеүәтләне. Реквизиттарҙы миңә оҫта ҡуллы, алтын башлы атайым эшләп бирә. Был юлы ла атайым менән барып, ян, уҡтар һатып алдыҡ та, шөғөлләнә башланым. Тик бер нәмә лә килеп сыҡманы, атыу түгел, хатта кереште лә тарта алманым. Аҙаҡ, минең интегеүҙәр­ҙе күреп, атайым үҙе ян яһаны. Шул ян менән, ниһайәт, эш урынынан ҡуҙғалды, һәм минең “Амазонка” номеры барлыҡҡа килде.
Дуҫтары менән походҡа йөрөргә лә, ҡул эштәре менән булышырға ла берҙәй яратҡан Лилиәнең цирк өлкәһендә ҡаҙаныштары байтаҡ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, күптән төрлө халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика кимәлендәге конкурстарҙа каучук-эквилибр жанрында уңышлы сығыш яһап, еңеүҙәр яулаған профессионал булараҡ танылып өлгөргән ул.
– Бала саҡ хыялдарым тормошҡа ашты. Әммә яңы маҡсаттар, ниәттәр һәр саҡ тыуып ҡына тора, шулар­ға ынтылып, моратыма ирешергә бар көстө һалам, – ти цирк артисы. – Бәләкәй сағымда үтә оялсан инем, сәхнәлә, аренала сығыш яһай башлағас, оялыу хисе менән көрәшергә, уны еңергә тура килде. Аҙнаһына 3 – 4 тапҡыр көсөргәнешле күнекмәләр яһап, кәрәк саҡта көн дә өйҙә күнегеп, ашау йәһәтенән ниндәйҙер сикләүҙәргә күнеп, үҙемде һәр саҡ яҡшы формала тотам. Был миңә ауыр түгел, сөнки яратҡан эшем менән бәйле. Хореография ла, акробатика ла, актер оҫталығы ла талап ителгән эшемдән оло ләззәт алам. Үҙ юлымды табырға, күңелемдәге осҡондо һүндермәй, үҫергә ярҙам иткән атай-әсәйемә, етәкселәрем Нина Давыдова, Евгения Ананченко һәм Анастасия Кула­гинаға рәхмәтлемен.
Йәне, тәне менән цирк донъяһына бирелгән Лилиә һирәк эләккән буш ваҡытын әрәм итмәй, файҙа менән үткәрә: китап уҡый, яңы трюктар өсөн мәғлүмәттәр эҙләй, милли кейем элементтарын эшләй. Яңыраҡ ҡына ныҡышмал ҡыҙ ҡашмауын әҙерләп бөткән – тамырҙарында башҡорт ҡаны аға, милли рух көслө унда.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы