RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш»та «Тамыр» гөрләй

28.03.2018 «Юлдаш»та «Тамыр» гөрләй

«Юлдаш»та  «Тамыр» гөрләй
1989 йылдың 1 июнендә, балаларҙы яҡлау көнөндә беренсе «Иләү» тапшырыуы эфирға сыға. Хәҙер бик күп телерадиотапшырыуы булған «Тамыр» каналына тап шул көндө нигеҙ ташы һалына ла инде. «Иләү» – балаларҙың күп һорауына яуап биреүсе танып-белеү тапшырыуы, үҙенә күрә бер энциклопедия ул. Зөлфиә Даянова әҙерләп алып барған тапшырыу дүшәмбенән йомаға тиклем киске сәғәт 10-сы 15 минутта эфирға сыға.

«Тамыр»ҙа хәҙер күп тапшырыу тура эфирҙа бара. Был инде икеләтә яуаплылыҡ. 2000 йылда «Юлдаш» йыр-моң каналы асылып, балалар студияһына аҙнаһына бер тапҡыр тура эфирҙа эшләү мөмкинлеге бирелгәс, мөхәррир апай-ағай­ҙар тәүге тапҡыр балалар менән бергәләп тура эфирға сыға башланы. Дүшәмбелә «Тау-тау хәбәр» йәнә лә эфирға сығасаҡ. Үҫмерҙәр был тапшырыуға шылтыратып, үҙҙәренең яңылыҡтарын һөйләй, шатлыҡтары менән уртаҡлаша. Әлеге ваҡытта хәбәрҙәр тауын штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айзилә Мөлөкова менән Наҙгөл Сәлихова өйә.
Шишәмбелә эфирға сыҡҡан «Зирәк» радиоуйынын ҡыҙҙар-малайҙар бигерәк тә ярата. Беҙҙең даими тыңлаусыларыбыҙ ҙа бар. Был аҙнала унда театр темаһына һорауҙар буласаҡ. Тапшырыуҙа ҡатнашып, үҙҙәренең зирәклеген күрһәтеүселәргә Фәрхәт Fәйнет­динов бүләктәр әҙерләгән.
2000 йылда эфирға сыға башлаған тапшырыу хәҙер «Күпер» тип атала. Тапшырыуҙы шаршамбыла киске сәғәт 8-се 15 минутта тыңлағыҙ. Уны был аҙнала мөхәррир Рәзилә Салауатова әҙерләп алып барасаҡ. Баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәбендә, юғары уҡыу йорттарында уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙар, йәш хәбәрсе булараҡ, тапшырыуҙарҙы алып барырға ярҙам итә. Был аҙнала каникул икәнлеген иҫәпкә алып, «Күпер»ҙә уҡыусылар­ҙың ялында хәүефһеҙлек темаһына һөйләшеү ҡороласаҡ.
Һәр кесе йомала «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» тапшырыуында һөнәр­ҙәр тураһында һүҙ бара. Аҙна һайын Башҡортостан балаларын Һөнәрсе менән Өйрән­сек сәләмләй. Улар был аҙнала ҡыҙыҡлы һорауҙарын йырсы Айгиз Хановҡа бирҙе. Тапшырыу киске сәғәт 8-се 15 минутта башлана.
«Тамыр»ҙың 2014 йылда эфир даръяларына сыҡҡан сираттағы тапшырыуы «Кластан тыш» тип атала. Дәрестән һуң бала нимә эшләй, ниндәй түңәрәктә шөғөлләнә, ҡайһы спорт секцияһына өҫтөнлөк бирә? Ошо һорауҙарға яуап эҙләүсе «Кластан тыш»ты сценарий авторы һәм алып барыусы Рәзилә Са­лауатова, тауыш режиссеры Азат Рәхимов әҙерләй. Был сығарылышта шахмат секцияһында шөғөлләнеүсе менән таныштырырбыҙ. Тапшырыу йомала киске сәғәт 8-се 15 минутта башлана. Тыңламай ҡалмағыҙ!
Каникулдың йәкшәмбе иртәһендә теүәл 9 сәғәт 35 минутта «Йырлы кәрәҙ» тигән күңелле һәм дәртле йырҙарҙан торған тапшырыу радио тыңлаусыларҙың кәйефен күтәрәсәк.
«Юлдаш» тулҡындарында «Та­мыр» студияһы менән бергә бала саҡ иленә рәхим итегеҙ!







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы