RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Әсә булыу күңелемә яҡын"

05.12.2017 "Әсә булыу күңелемә яҡын"

"Әсә булыу күңелемә яҡын"
йәки Талантлы артист өсөн балалар ҡамасау түгел

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат, Стәрлетамаҡ театрҙарында уйнаған ролдәре менән тамашасылар күңелен яулаған Ләйсән КӘРИМОВА үҙенең сибәрлеге менән дә, таланты менән дә һоҡландыра. Ул – өлгөлө ғаиләлә гүзәл ҡатын да, өс балаға яратҡан әсәй ҙә. Бары тик үҙ бәхете өсөн утҡа-һыуға инер ҡатындарға ғына насип булалыр бындай уңыштар...

– Ләйсән ханым, әйҙәгеҙ, Әсә көнө алдынан ҡорған әңгәмәне бала сағығыҙҙан башлайыҡ. Һеҙҙе ниндәй әсәй тәрбиәләне? Ул йылдар иҫегеҙҙә нимәләр менән ҡалды?
– Мин – Стәрлебаш районының Ҡабыҡ-ҡыуыш ауылы ҡыҙы. Күндерәк буйында, алты балалы ғаиләлә бер бөртөк иркә ҡыҙ булып үҫтем. Әсәйем бик баҫалҡы, әҙәпле ҡатын ине. Етем үҫкән, тормоштоң бик күп ауырлығын күргән. Колхоз эшенән, йорт мәшәҡәттәренән арынып, беҙҙе тәрбиәләп ултырырға уның ваҡыты булманы. Беҙҙең заман балалары шулай үҙ иркебеҙгә ҡуйылғайныҡ. Сәсемде ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡалар, үрергә, алдан әйтеүемсә, әсәйемдең ваҡыты юҡ. Гел малайҙар менән уйнаным, һуғышып, ал бирмәй үҫтем. Ағайымдар күрше малай менән һуғыштырып, кем еңеренә бәхәс ҡора ине. Атта ла саптым, балыҡ та тоттом.
Мине күберәк атайымдың әсәһе – өләсәйем тәрбиәләне. Уның менән бергә йоҡлап йөрөнөм. Ауырып киткәс, өләсәйем үлһә, мин дә йәшәмәҫмен ул, тип әйткәнем хәтерҙә. Ул үлгән йылда 5-се класты тамамлағайным, Ишембай ҡалаһындағы интернатҡа уҡырға индем. Батыр булыуым, бирешеп бармаҫ холҡом тормош мәктәбен еңел үтеү мөмкинлеге бирҙе. Йәберләргә уйлаған малайҙарҙы ҡул менән еңә алмаһам, ултырғыс алып баҫтыра торғайным. Ул йылдарҙың күңелле лә, ауыр ҙа мәлдәре булды. Ошо интернаттар бөтһөн ине, тип илай-илай теләгәнем иҫтә. Каникулға ҡайтҡанда, бармайым, тип автобус­тан йәшенеп ҡала инем. Яфалан­ғанымды күреп, атай-әсәйем ауыл­ға ҡайтыр­ға өгөтләне, шулай ҙа уҡыуҙы ташламаным. Киреһенсә, өлкән кластарҙа, сәмләнеп, яҡшы уҡырға тырыштым. Шиғырҙарҙы матур уҡыным, кластан класҡа йөрөтөп һөйләттерҙеләр. “Нисек инде шиғыр ҙа уҡый белмәй был уҡыусылар?” – тип аптыраным. Һәр концертта ҡатнашып йөрөнөм, хатта республика кимәлендәге “Тальян гармун” байрамын ике йыл рәттән шиғыр менән асыу бәхете лә тейҙе.
– Шул йылдарҙа уҡ артист булырға хыяллана инегеҙме?
– Юҡ, радио тыңлағанда, айырыуса Роза Кәримова һөйләһә, иҫем китә ине. “Мин уға алмаш буласаҡмын!” – тигән уй менән үҫтем. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диктор булырға насип итмәне, шулай ҙа Роза апай менән фамилиялашбыҙ. Әсәлек инстинкты шул саҡта уҡ көслө булғандыр, театр факультетына уҡырға барыуҙан: “Гастролдәргә йөрөһәм, балаларымды кем ҡарар?” – тигән уй менән баш тарттым. Математика фәненән көслө инем, һатыусы булырға ҡарар иттем. Әммә был эш күңелемә ятманы. Стәрлетамаҡта башҡорт театры асыла, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясоваға килдем. Ул мине режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә алды. Артистар етмәй ине, “Көтөр кешем бар” спектаклендә тәүге ролемде башҡарҙым. Шунда ысын сәхнә тәмен татыным һәм күңелдә актерлыҡҡа ҡарата һөйөү уты тоҡанды. Икенсе йылына Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Башҡорт труппаһында урын булманы, татар труппаһында уҡый башланым. Ике йыл уҡығас, 1992 йылда, Салауат театрында тиҙ арала йәш ҡыҙ роленә кеше кәрәк ине, ситтән тороп уҡыуға күстем дә эш башланым.
– Ирегеҙ менән Салауатта таныштығыҙмы?
– Эйе, эш башлағас та. Сәхнәлә уйнаған ролдәремдең ҡайһы бер өлөштәре тормошҡа аша. Тәүге ролдәремдең береһендә Риза Мәһәҙиев менән ирле-ҡатынлы булып уйнаныҡ, пьесала иремдең исеме Ринат ине, күп тә үтмәне, буласаҡ ирем Ринат менән таныштым. Кейәүгә сағыштырмаса һуң, 25 йәштә, сыҡтым. Биш йыл дуҫлашып йөрөгәс кенә өйләнештек. Ул һөнәре буйынса сәнғәттән алыҫ кеше булһа ла, театрҙы үлеп ярата. Тағы ла өс балалы ҡатын ролен уйнағайным, күп тә үтмәне, өсөнсөгә ауырлы икәнемде белдем.
– Бер уйлап ҡараһаң, артист өсөн карьера мөһимерәк кеүек...
– Кеше карьера хаҡында уйлай, ә мин биш йылда күп кенә төп ролде башҡарып өлгөргәс, икенсе хыялдар менән яндым. Кейәүгә сыҡҡас, тәүге уйым, 35 йәшкә тиклем ике бала таба һалырға, тигән булды. Салауат театрында 17 йыл эшләгәс, әсәйем мәрхүм булды. Ауыр ваҡыт ине, Салауаттан Стәр­летамаҡҡа күстек, һәм мин яҙмыш ҡушыуы буйынса хеҙмәт юлымды башлаған туған театрыма әйләнеп ҡайттым. Эш башлап, ике йыл үткәйне, ауырға ҡалдым. Балаларым күп булыуын теләгәйнем. Аллаһы Тәғәлә бер нәмәне лә белмәйенсә бирмәй бит ул. Даниэль тыуған йылда оло улыбыҙ Роберт, 7-се класты тамамлағас, кадет корпусында уҡығым килә, тип Өфөгә китте. Шул уҡ йылда ҡыҙыбыҙ Лилиана, мәктәпте тамамлап, Мәскәүгә уҡырға инде. Әгәр кесе улыбыҙ булмаһа, бер юлы ситкә сығып киткән ике баламды һағынып, улар өсөн йөрәгем өҙөлөп, ауырыуға һабышыр инем. Күңел йыуанысым, бәхет сығанағым булды кескәйем. Уны тапҡанда миңә 41 йәш ине, әле уға дүрт йәш тулды.
– Һеҙ ниндәй әсәй?
– Ҡәйнәм дә, туғандарым да, балаларыңды ныҡ иркәләтәһең, үҙ аллы тормошҡа өйрәтмәйһең, тип шелтәләй. Уларға булған һөйөүемде һүҙ менән генә аңлата алмайым. Ҡулымдан килһә, балаларымды һәр ваҡыт иркәләп кенә янымда тотор инем. Тормош ауырлыҡтарынан ҡурсалағым килә. Бәләкәй саҡтарында иртәнсәк уянғас, өй һалҡыныраҡ булһа, улар өшөмәһен тип, кейемдәрен үтекләп, йылытып кейҙерә торғайным. Урамда өшөп йөрөгән балаларҙы күрһәм дә йөрәгем әрней. Әммә, иркәләһәм дә, бик талапсан кешемен. Уҡыуҙарын да, тәртиптәрен дә контролдә тотам, шелтә һүҙҙәрен дә ҡаты ғына итеп әйтергә тура килә.
– Белеүемсә, ҡыҙығыҙ Лилиана, һеҙҙең юлды дауам итергә теләп, Мәскәүҙәге уҡыу йортоноң театр факультетына уҡырға ингән. Һеҙ быға ҡаршы булманығыҙмы?
– Юҡ. Ҡарынымда саҡта сәхнәлә уйнап йөрөнөм бит, шуға ла театрға һөйөү ҡанына күскәндер. Үҙем менән гастролгә күп йөрөнө, шиғырҙар ярата. Ни өсөндөр тик Мәскәү ҡалаһында уҡырға хыялланды, теләгенә иреште, хәҙер 3-сө курста белем ала.
– Ә улдарығыҙҙа артислыҡ һәләте бармы?
– Роберт хәрби булырға теләй, ул да нәҫелебеҙҙән килә. Өләсәйем яҡлап беҙ Ҡаранай Моратов нәҫеленән. Шуға күрә уның да теләгенә ҡаршы булманым. Бәләкәсем Даниэль торғаны менән артист. Совет осоро йәнһүрәттәрен ҡарай һәм уларҙы беҙҙең менән уйнарға ярата. Мин – кәзә, ул – бәрәс, атаһы бүре ролен башҡара. Бөтә әкиәттәрҙе уйнап бөткәс кенә йоҡоға тала. Балалар баҡсаһында ла иптәштәренә әкиәттәр уйнарға өйрәтә.
– Ә артыҡ иркәләү, әпәүләп тороу баланың холҡон боҙмаймы?
– Яратылып үҫкән бала башҡаларҙан айырылып тора, ул – бәхетле. Тормошҡа мөнәсәбәте бүтән. Балаң йығылған икән, торорға ярҙам ит, торғас, ҡосаҡлап яратып ал, йыуат. Әлбиттә, эш боҙһа, әрләргә лә кәрәк, әммә яратыуҙан мәхрүм итергә ярамай. Уҫал, тормоштан ҡәнәғәт булмаған балалар ҡайҙан сыға? Ни өсөн бөгөн балалар интернет киңлектәрендә, телефон-компьютерҙарҙан йәм таба? Улар яңғыҙлыҡтан шул донъяға ҡаса. Атай-әсәйҙәр улар менән һөйләшһә, ваҡыттарын күберәк бүлһә, ундай хәл булмаҫ ине.
– Иркәләнеп кенә үҫкән Лилиана Мәскәүгә киткәс, һеҙһеҙ нисек йәшәргә өйрәнде? Роберт, ярай, егет кеше, буласаҡ хәрби...
– Бер йыл уҡып, йәйге ялға ҡайтҡас: “Әсәй, мин китап яҙа башланым. Һине һағынып илаған саҡтарҙағы күңел торошомдо аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм”, – тип яҙмаларын уҡытты. Шул саҡтағы йөрәгемдең өҙгөләнеүҙәре! Әммә ул бер ваҡытта ла ғазаптарын, һағыныуын һиҙ­ҙерт­мәне. Минең кеүек сәм ҡыҙымда ла барҙыр, ауырлыҡтарға бирешмәй.
– Ирегеҙ ниндәй атай?
– Балаларҙы ул да үлеп ярата, миңә ҡарағанда ла нығыраҡ иркәләй. Ул йәһәттән ҡатыраҡ күренәмдер. Уҡыуҙарына, ҡыҙыҡһыныуҙарына бер ваҡытта ла аҡса йәлләмәне. Тәүге курста уҡыған саҡта Лилиана йыш ҡайтып йөрөнө, юл сығымдарын тулыһынса атаһы ҡапланы. Самолетҡа билет арзан түгел бит, әммә ризаһыҙлыҡ белдермәне. Ул да ныҡ һағына, мин дә. Хәҙер инде беҙ ҙә күндек, Лилиана ла өйрәнде, бөтөнләй уҡыуға сумды. Оҙайлы ялдарға ғына ҡайта.
– Ҡәйнәгеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Ул мине бик ярата, мин дә уны хөрмәт итәм. Минең өсөн терәк булған, ғаилә өсөн өҙөлөп торған, яратырлыҡ ул тәрбиәләгән әсәйҙе нисек ихтирам итмәҫкә мөмкин?! Дөрөҫөн әйтәм, тәүге осорҙа бик ауыр булды. Беренсенән, артист булыуыма шикләнеп ҡараны, икенсенән, ирем минән йәш, шуға күрә хистәремә ышанып та етмәгәндер. Үҙем дә сабыр булырға тырыштым, сәсем менән иҙән һеперергә әҙер инем. Әней, тип кенә торҙом, өйрәткәндәрен еренә еткереп башҡарҙым. Шуның менән дә ихтирамын яулай алғанмындыр. Уға ғүмерем буйы рәхмәтлемен, балаларҙы ҡарашып үҫтереште, ҙур ярҙам күрһәтте. Тура һүҙле, ғәҙеллекте ярата, шуға ла уҫал күренә. Әммә күңеле изге, мәсеткә йөрөй, ике тапҡыр хажға барып ҡайтты. Дин яғынан беҙгә лә, ейән-ейәнсәр­ҙәренә лә тәрбиә бирә.
– Оло балаларығыҙ менән Даниэлдың араһы ҙур ғына. Элек һеҙ балаларға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә инегеҙ һәм кескәйегеҙгә ҡарата нисек?
– Элек мин, балалар бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, эшкә сығып киткәйнем. Ролдәр тип, уларҙың бала сағын күрмәй ҡалғанмын. Бәләкәйебеҙҙең һәр аҙымын, һәр һүҙен хәтер­ҙә ҡалдырырға тырышам, күп ваҡытымды уға бүләм. Характерын анализлап, үҙем өсөн һығымталар яһайым, ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнәм. Уның менән бергә үҙемде лә бала кеүек хис итәм. “Әсәй, һин матур!” – тип әйтһә, күңелем ҡанатланып ки­тә, йәшәүгә көс алам.
– Һеҙ – сәхнәлә бик күп роль уйнаған артист. Ниндәй әсә роле күңелегеҙгә уйылып ҡалды?
– Василий Сегаревтың “Чума ХХI ВЕКА@zhizni.NET” спектаклендәге әсә роле. Был пьеса наркомания һаҙлығына батҡан егет һәм уның ғаиләһе тураһында. Атаһы балаһынан инде ваз кискән, әсә генә һуңғы һулышына тиклем балаһының кеше булыуы өсөн, уны ошо һаҙлыҡтан сығарыу өсөн көрәшә. Ошо бәлә балаларыма, ғаиләмә, башҡаларға ҡағылмаһын, залда ултырған балалар фәһем алып, боҙоҡ юлдан китмәһен ине, тип доғаларымды уҡып, изге теләктәремде әйтеп сәхнәгә сығам.
– Күңелегеҙгә нимә яҡын: сәхнәме, ғаиләме?
– Әсәй булыу. Балаларымды шул тиклем яратам, йөрәгем өс өлөшкә бүленгән. “Минең йөрәгемә ауырлыҡ килтермәгеҙ. һәр башлан­ғысығыҙға ярҙам итергә әҙербеҙ, тик һеҙ генә насар юлға баҫмағыҙ, тормошта үҙ урынығыҙҙы табырға тырышығыҙ”, – тип ҡабатлап ҡына торам. Гастролдә йөрөгән, сәхнәлә уйнаған саҡтағы бергә була алмаған ваҡыттар­ҙы һөйөүем, иғтибарым менән ҡайтара алғанмындыр, тип ышанам.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ләйсән ханым. Үҙегеҙгә лә, ғаиләгеҙгә лә именлек, бәхет насип булһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы