RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Башҡортостан”, “Байҡара”: улар – Баймаҡ таланттары!

22.11.2017 “Башҡортостан”, “Байҡара”: улар – Баймаҡ таланттары!

“Башҡортостан”, “Байҡара”:  улар – Баймаҡ таланттары! 1990 йылдар башында Баймаҡ районында эстрада тарихында тәрән эҙ ҡалдырған байтаҡ төркөм барлыҡҡа килә: “Темәс”, “Сая”, “Акцент”... Уларҙың һәр береһенең башланыу тарихы билдәле музыкант, кеше – легенда Айрат Вәлиуллинға барып тоташа. 1992 йылда уның идеяһы менән район мәҙәниәт йорто базаһында тағы ла бер йәш төркөм – “Башҡортостан”ға нигеҙ һалына.

Мәҙәниәт йорто базаһында эшләү “Баш­ҡортостан” өсөн бәхетле осраҡ, сөнки күп төркөмдө тарҡалыуға килтергән иҡтисади ауырлыҡтар уны урап үтә. Музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, гастролгә йөрөү өсөн транспорт – быларҙың барыһы ла мәҙәниәт бүлеге ярҙамы менән булдырыла. Хатта мәҙәниәт йорто директоры Фаил Фәүзи улы Хафизов үҙе лә төркөмдә музыкант булып эш башлай.
Мәктәп уҡыусыһы Эльвира Ҡадирова (клавиша), Баймаҡ һөнәрселек училищеһы студенты Рәйсә Юлдашева (вокал), мәҙәниәт йортонда эшләүсе Бәхтийәр Байморатов (гитара, төркөмдөң етәксеһе), Фаил Хафизов (бас-гитара), Айрат Вәлиуллин (гитара, аранжировка) һәм Руслан Азаматов (һуҡма инструмент) – ошо составта “Башҡортостан” төркөм булараҡ эш башлай. Тәүге йырҙар ижад ителә, репертуар туплана. Төркөмгә исемде һайлаған саҡта күп кенә тәҡдим була. Бәхтийәр Байморатов ижад иткән (әйткәндәй, төркөм репертуары башлыса уның йырҙарынан тора) “Башҡортостан” йырын гимн итеп алып, егет-ҡыҙҙар ошо исемгә туҡтала. Ауылдарға тәүге гастролдәр ойошторола, мәҙәни саралар­ҙа ла сығыш яһау йышая. Ә 1993 йылда баймаҡтар “Ай ҡыҙы” йыры менән тәүге тапҡыр баш ҡала сәхнәһенә сыға һәм “Урал моңо” фестивалендә еңеү яулай. Был билдәлелек яулауға, популяр булып китеүгә булышлыҡ итә. “Диуана”, “Дәрүиш”, “Аманат” кеүек билдәле һәм тәжрибәле төркөмдәр ағзалары менән ижади дуҫлыҡҡа нигеҙ һалына.
1995 йылда Фаил Хафизов Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Рәйсә Юлдашева, уҡыуын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтып китә, Эльвира Ҡадирова медицина йүнәлеше буйынса уҡыр­ға инә. Тарҡалыу алдында торған төркөмгә Бәхтийәр Бай­моратов яңы музыканттар эҙләй башлай. Яңы ғына әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан Альберт Дәүләтшин (клавиша), район мәҙәниәт йортонда эшләй башлаған Альберт Салауатов (вокал), Радис Ҡас­ҡынов (кларнет) килеп, “Баш­ҡортостан” яңы составта, яңы һулыш менән эш башлай. Бәхтийәрҙең “Москвич” машинаһы менән егеттәр Әбйәлил, Хәйбулла райондары ауылдары буйлап гастролдәр ойоштора. 1996 йылда “Аманат” студияһы ойошторған фестивалдә улар 1-се урын яулай. 1997 йылда, Альберт Салауатов – Сибай, Радис Ҡасҡынов Учалы филармонияһына эшкә киткәс, төркөм тарҡала. Күп тә үтмәй, Альберт Дәүләтшин менән Бәхтийәр Байморатов та Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Айрат Вәлиуллин филармонияла тағы ла бер төркөм – “Байҡара”ны ойошторорға тәҡдим итә. Талантлы баймаҡтарға тағы ла бер егет, автор-башҡарыу­сы Илшат Бикбулатов ҡушыла. “Лилиә”, “Дуҫтар булып ҡалайыҡ”, “Изге һүрәт”, “Табам әле”, “Һылыуҡайым” – был йырҙар ҡасандыр ысын хиттар булып, яңы төркөмдө халыҡҡа таныта. Егеттәр 1999 йылда Силәбе өлкәһендә үткән рок-фестивалдә лә ҡатнаша. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төркөмдөң дә тарихы оҙайлы булмай. 2000 йылда Бәхтийәргә Баймаҡҡа ҡайтырға тура килә. Альберт Дәүләтшин “Дәрүиш” төркөмөнә саҡырыу ала, Илшат та баш ҡалаға юллана. Ә Айрат Вәлиуллин тап шул йылда “Евразия” төркөмөн туплап, яңы форматта эш башлай.
Бәхтийәр Байморатов ижад иткән, “Башҡортостан” төркөмө башҡарған йырҙарҙы билдәле йырсылар үҙ репертуарына алған. Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Рауил Харрасов, Гөлсөм Бик­булатова башҡарыуында улар һаман да радио аша яңғырап тора. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төркөмдөң фотоларын да таба алманыҡ, йыр яҙмалары ла һаҡланмаған. Шулай ҙа күптәр уларҙың барлығын белә, хәтерләй һәм һаман да ярата. Күңелгә уйыл­ған йырҙар онотолмай бит ул...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы