RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Артист булыу – бәхет» йәки Баҙнатһыҙ баланың хыялы

06.09.2017 «Артист булыу – бәхет» йәки Баҙнатһыҙ баланың хыялы

«Артист булыу – бәхет» йәки Баҙнатһыҙ баланың хыялы
Стәрлетамаҡ театры артисы Гөлнара Йәрмиеваның театр ишеген асыуына 22 йыл да тулып үткән. Был аралыҡта ул дүрт тиҫтәгә яҡын төрлө характерҙағы образға йән өргән, уларҙы сәхнәгә сығарған.
Бөгөн беҙ был гүзәл ханым менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Гөлнара Сафый ҡыҙы, һеҙҙең барлыҡ башҡарған ролдәрегеҙҙең исемлегенә күҙ һалһаң, хыял итерлеге ҡалмаған да кеүек тойола...

– Ҡалған шул. Леди Макбет роле тураһында хыялланам. Был хыял студент ваҡытта, данлыҡлы артист Дәриға апай Фәйзул­линаның ошо ролдә төшкән фотоһын күргәс тә күңелемә инеп ояланы. Ғөмүмән, миңә классик әҫәрҙәр яҡын. Шекспирҙың “Ричард III” спектаклендә Леди Анна, Уильямстың “Роза”һында Эстелла ролдәрен башҡарыуым менән бәхетлемен.

– Ә һеҙ характерығыҙ менән драма актерымы әллә күңелегеҙгә көлкө образдар яҡынмы?
– Профессиональ артист һәр ролде берҙәй оҫта һәм ысынбарлыҡтағы кеүек итеп уйнарға тейеш. Тәү осорҙа үҙемде тик драматик ролдәрҙә генә күрә инем. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова Гуркиндың “Кадриль” комедияһында Бәлхиәне уйнарға биргәс, аптырап ҡалдым. Тәүге комик образ булды ул, үҙ-үҙемде еңеп, ҙур ауырлыҡ менән сәхнәгә сығарҙым. Үкенмәйем, унан һуң бик күп, төрлө пландағы ролде уйнаным. Артист булараҡ өлгөрөп еттем, оҫтарҙым. Заман талабы: тамашасылар хәҙер комедия жанрын үҙ итә, театр репертуарын башлыса ул тәшкил итә. Ваҡытында үҙемде аса алмаһам, бөгөн бәлки бармаҡ менән генә һанарлыҡ ролдәр менән ултырыр инем.

– Тормошта һеҙ ниндәй ҡатын-ҡыҙ?

– Барлыҡ хистәремде үҙемдә, күңел төпкөлөндә һаҡлайым. Баш­ҡарған һәр эшемә күңелемде һалам. Ә инде нимәлер оҡшамай икән, уға бөтөнләй тотонмайым. Яңы роль өҫтөндә эшләй башлаһам, бер аҙ йорт мәшәҡәттәре онотолоп тора, тик шул спектакль тураһында ғына уйланам. Ә инде театрҙа бер аҙ тынлыҡ булғанда, йәйге ял ваҡытында йорт эштәренә сумам.

– Белеүемсә, һеҙҙең улығыҙ сәхнәлә үҫкән бала...

– Ирназарға әле 14 йәш, өс йәштән үк спектаклдәрҙәге балалар ролдәрен уйнап йөрөй. Бала саҡта актер булырға хыяллана ине, сәхнәне яратты. Әммә хәҙер характерында оялыу, тартыныу барлыҡҡа килде, инәлтеп ала. Был үҫмерлек осоро булғанға шулайҙыр. Башҡорт телен әҙәби кимәлдә белмәүенән дә ояла. Репертуарҙа ул уйнаған “Ә таңдар бында тыныс” спектакле бар. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларын әлегә аныҡ ҡына әйтә алмай.

– Ә һеҙ үҙегеҙҙең сәнғәт юлынан китерегеҙҙе бала саҡтан белдегеҙме?

– Совет осорондағы һәр ҡыҙ кеүек, шул иҫәптән мин дә артист булырға хыялландым. Тик хыялымды бер кемгә лә һөйләмәнем. Оялсан, баҙнатһыҙ бала була торғайным. Әллә ниңә “Шомбай” спектаклен яраттым, ҡабат-ҡабат ҡарап, һәр һүҙен ятлап бөткәйнем. Сәнғәт институтына уҡырға барыу тураһында уйламаным да. Сөнки минең өсөн артистар күктәге фәрештәләр кеүек илаһи зат булып тойолдо. Ишембай гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына юлландым. Тик ике имтиханымды “дүрт”ле билдәһенә тапшырып, конкурстан үтә алманым. Атайым һәр ваҡыт уҡырға, белем алырға өндәй ине, юғары уҡыу йортона инмәгәс, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына килдем. Ниндәй факультетҡа барырға ла белмәй инем, миңә яңы асылған Стәрлетамаҡ театрына йәш көстәр туплау маҡсатында махсус курстар асылыуын әйтеп, шунда үҙ көсөмдө һынап ҡарарға тәҡдим иттеләр. Шулай итеп, сәнғәт юлына аяҡ баҫтым. Курс етәксебеҙ Илшат ағай Йомағолов булды.

– Тимәк, һеҙ шундай талантлы һәм талапсан шәхестең уҡыусыһы?..

– Эйе, мин бының менән ғорурланам. Ундай уҡытыусы, шәхес йөҙ йылға бер тыуалыр ул. Имтихан бирергә индем, этюд күрһәтергә кәрәк. Ә мин уның нимә икәнен дә белмәйем. Нимәлер күрһәттем дә, ишеккә йүнәлдем. Үҙемдең уңышһыҙ сығыш яһауымды аңлағайным инде, шулай ҙа тағы бер бәхетемде һынап ҡарамаҡсы булып, кире боролдом. “Шиғыр һөйләп күрһәтәйемме?”– тип Илшат ағайға текәлдем. Аҙаҡ, уҡый башлағас, минән бер аҙ көлөп тә алды: “Үҙе оҙон, үҙе көйәнтә кеүек кәкре. Әммә теләгең көслө ине, шуға күрә генә уҡырға алдым”, – тине. Ысынлап та, теләгем көслө ине. Егермеләп кеше уҡырға индек, шуларҙың бишәүһе генә диплом алды. Тағы ла Гөлдәр Ильясоваға рәхмәтлемен. Оҙаҡ йылдар эшләп, ул һәр артистың нимәгә һәләтле икәнен, күңел төбөндә йәшеренеп ятҡан талантын нисек сығарып булыуын белеп бөткәйне. Театрҙың үҙ режиссеры булыуы күпкә отошло.

– Атай-әсәйегеҙ һеҙҙе сәхнәлә күрҙеме?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Атайым мин студент саҡта уҡ мәрхүм булды. Ул ысынлап изге эш башҡарҙы: ғүмере буйы икмәк бешерҙе. Һуңғы йылдарҙа пекарня менән етәкселек итте. Ә әсәйем үҙен балалар тәрбиәләүгә, йорт ҡарауға арнаны. Һеңлемдең береһе – һаулыҡ һаҡлау, икенсеһе мәғариф өлкәһендә эшләй. Икеһе лә Өфөлә йәшәй, ҡунаҡҡа килгән һайын, беҙҙең гастролдәр булғанда ла, мин ҡатнашҡан спектаклде ҡарайҙар.

– Ижадта дуҫлыҡ бармы? Театрҙа береһенән-береһе сибәр, талантлы ҡатын-ҡыҙҙар күп эшләй. Көндәшлек тигән нәмә һиҙеләме?

– Дуҫлыҡ бит сәхнәлә түгел, тормошта кәрәк. Көндәшлекте һиҙмәйем. Эштә һәр ваҡыт аралашып йөрөгән, ныҡлап белгән кеше үҙенән үҙе дуҫҡа әүерелә бит ул. Мәҫәлән, бергә уҡыған, оҙаҡ йылдар буйы бергә эшләгән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Айгөл Зөбәйҙул­лина менән бер туғандар кеүек булып бөттөк. Хәҙер инде балалар ҙа беҙҙең дуҫлыҡты дауам итә. Икенсенән, көндәштәр булыуы һәйбәт ул. Тағы ла талантлыраҡ уйнарға тырышаһың, үҙеңде формала тотаһың...

– Артист булыу ауырмы?
– Был бәхет, тип һис арттырмай әйтәм. Роль булһа, ауырлыҡтар ҙа, аҡсаһыҙлыҡ та тойолмай. Күңел бөтөн, йәшәү һулышы асыла. Ә инде оҙаҡ сәхнәгә сыҡмаһаң, бер аҙ төшөнкөлөккә бирелә башлайһың. Уйланаһың, күңел толҡа тапмай. Сәхнә өсөн яратылыу шулай булалыр.

– Кәйеф булмаған саҡта сәхнәгә сығыу ауырмы?

– Киреһенсә, сәхнәгә сыҡһаң, тормоштоң ығы-зығыһы онотола. Спектакль бөтөүгә бар мәшәҡәт тә ваҡланып, төҫһөҙләнеп ҡала. Бер ни булмағандай, яҡшы кә­йеф­тә өйгә ҡайтып инәм. Шулай ҙа ваҡыты менән ниндәйҙер аңлайышһыҙ мәлдәр ҙә була. Кәйеф юҡлыҡҡа ҡарамай ул, ә күңел торошо була. Уйнағанымдан тәм тапмай, йәмен тоймай тораһың. Иң ауыры шул. Ә инде сәхнәлә “йөҙөп” йөрөгән мәлдең һәр минуты бәхет.

– Театр донъяһында кумирҙарығыҙ бармы?

– Гөлли Мөбәрәкованың уйнағанын яратам. Һәр ым-ишараһы, һәр әйткән һүҙен йотлоғоп ҡарайым, тыңлайым. Кумирым тип әйтеү, бәлки дөрөҫ тә булмаҫ. Уның уйнауын өлгө кеүек күрәм. Ҡайҙа ғына барһам да театрҙарға йөрөргә тырышам. Башҡа театр­ҙар нимә һәм нисек уйнай, нимә менән йәшәй – быларҙың барыһы ла минең өсөн ҡыҙыҡ. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамай.

– Һеҙҙе урамда таныйҙармы?
– Эйе. Быға мин бер аҙ ғорурланам. Кешеләрҙең театрға йөрөүе ҡыуандыра. Бер һәйбәт яғы бар: һәр ваҡыт үҙемде тәрбиәләп, ҡарап йөрөргә тырышам. Һоҡ­ланыуҙарын белдергән кешеләр алдында үҙеңде тәрбиәле һәм мәҙәниәтле тоторға ла кәрәк. Статус тигән нәмәнең барлығын оноторға ярамай. Билдәле булыу үтә лә яуаплы.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлнара Сафый ҡыҙы!


Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы